Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы
Тыуған көнө

12 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Ҡандра-Ҡотой ауылы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

колхозсы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1966
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (12 декабрь 1938 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977—1993 йылдарҙа — зоотехник. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы Ғәйфуллина 1938 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандра-Ҡотой ауылында тыуа.

Белеме — урта махсус, 1977 йылда Аксенов ауыл хужалығы техникумын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда А. Матросов исемендәге колхозда сусҡа ҡараусы булып башлай.

Хеҙмәттә ярышыу, профессиональ оҫталығын камиллаштырыу арҡаһында Ғәйфуллина йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкән. 1959 йылда һәр инә сусҡанан, йылына өс балалауҙа, 42 сусҡа балаһы миҡдарында үрсем ала. Был республикалағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе була.

Юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкән һәм комсомол эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн 1960 йылдың ғинуарында ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт китабына индерелгән.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 50 йыллылығы хөрмәтенә, емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн, 1960 йылдың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы Ғәйфуллинаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

1993 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем А. Матросов исемендәге колхозда эшләүен дауам итә: 1962 йылдан — комплекслы бригада бригадиры ярҙамсыһы, 1971 йылдан — һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977 йылдан — зоотехник.

Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы етәкселегендәге бригада хужалыҡтың һәм райондың башҡа бригадаларын иген культураларының уңышы, һөт һауыу һәм эре мөгөҙлө мал һәм сусҡаларҙы һимертеүҙә артым алыу буйынса уҙып китә.

Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы КПСС-тың XXIII съезы делегаты була. Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Почётлы гражданы.

Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра-Ҡотой ауылында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]