Ғәйфуллин Александр Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйфуллин Александр Александрович
рус. Александр Александрович Гайфуллин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Жуковский, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Атаһы Александр Гайфуллин[d]
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Алгебраик топология һәм комбинаторная геометрия[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
РФА-ның математика институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1]
Ғилми исеме Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (2010)
Ғилми етәксе Бухштабер Виктор Матвеевич
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d] һәм Европейский математический конгресс[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе Класс Понтрягина[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]

Ғәйфуллин Александр Александрович (22 март 1984 йыл) — Рәсәй математигы, алгебраик һәм комбинаторлы топология, комбинаторлы геометрия буйынса белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016).

2012 йылда Сабитов теоремаһының күп үлсәмле аналогын иҫбат итә — үлсәме булған теләһә ниндәй бөгәрләнеүсе күпҡыр бөгәрләү процесында күләмен һаҡлап ҡала.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйфуллин Александр Александрович 1984 йылдың 22 мартында Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында тыуған. Уның атаһы А. М. Ғәйфуллин (1958 йылғы) — Рәсәй ғалим-физигы, шыйыҡса һәм газ механикаһы өлкәһендә белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2008).

2000 йылда А. А. Ғәйфуллин Көньяҡ Кореяның Тэджон ҡалаһында Халыҡ-ара уҡыусылар олимпиадаһында алтын миҙал яулай.

2005 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай.

2008 йылда математика бүлегенең аспирантураһын тамамлай һәм «Комбинаторная реализация циклов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (ғилми етәксеһе — РФА-ның ағза-корреспонденты В. М. Бухштабер).

2010 йылда «Проблема комбинаторного вычисления рациональных классов Понтрягина» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2016 йылдың ғинуарында РФА профессоры почетлы ғилми исеме бирелә[2].

2016 йылда — РФА-ның математика фәндәре бүлеге буйынса ағза-корреспондент итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Александрович Ғәйфуллин алгебраик һәм комбинаторлы топология, комбинаторлы геометрия өлкәһендә белгес.

2007 йылдың 1 июленән алып Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының юғары геометрия һәм топология кафедраһында эшләй (2009 йылдан — доцент, 2011 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, аҙаҡ профессор).

Аналитик геометрия, һыҙыҡлы алгебра, классик дифференциаль геометрия, дифференциаль геометрия һәм топология буйынса семинарҙар алып бара. Комбинаторлы һәм алгебраик топология буйынса төрлө махсус курстар уҡый, геометрия һәм топология буйынса фәнни семинар етәксеһе булып тора.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: алгебраик һәм комбинаторлы топология, комбинаторлы геометрия (ҡабарынҡы күпҡырҙар, бөгәрләнеүсе күпҡырҙар).

25-тән ашыу [1] ғилми баҫма авторы.

2012 йылда Сабитов теоремаһының күп үлсәмле аналогын иҫбат итә — үлсәме булған теләһә ниндәй бөгәрләнеүсе күпҡыр бөгәрләү процесында күләмен һаҡлап ҡала[3].

2016 йылда Берлинға математиктарҙың Европа конгресына докладсы итеп саҡырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президентының йәш ғалимдар өсөн Премияһы (2016) — робототехника үҫеше өсөн нигеҙ булдырған, шулай уҡ ҙур теоретик әһәмиәткә эйә булған, бөгәрләнеүсе күпҡырҙар теорияһының фундаменталь мәсьәләләрен хәл иткәне өсөн.
  • Мәскәү Хөкүмәтенең йәш ғалимдарға премияһы (2015) — алгебраик топология һәм комбинаторлы геометрия өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн.
  • Студенттар һәм аспиранттар эштәре араһында А. Мёбиус исемендәге конкурстың I премияһы лауреаты (2005) — «Локальные формулы для комбинаторных классов Понтрягина» эше өсөн.
  • Фән кандидаты дәрәжәһенә эйә булған йәш ғалимдар өсөн Дмитрий Зимин фонды конкурсы «Династия» еңеүсеһе (2009)
  • Йәш уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн ғилми эштәр конкурсы йомғаҡтары буйынса МДУ стипендияһы (2011)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]