Ғәкәбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәкәбә
Рәсем
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 4000
Дәүләт Flag of Jordan.svg Иордания
Административ үҙәге Акаба[d]
Административ-территориаль берәмек Акаба[d]
Халыҡ һаны 140 000 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 6 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Санкт-Петербург, Варна, Алькамо[d] һәм Малага[d]
Майҙан 375 000 000 квадратный метр
Почта индексы 77110
Рәсми сайт aqabazone.com
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Категория с картами на Викискладе Maps of Aqaba
Commons-logo.svg Ғәкәбә Викимилектә

Ғәкәбә (рус. Акаба, ғәр. العقبة‎, Әл-Ғәкәбә) — Иорданиялағы ҡала, уның берҙән-бер диңгеҙ порты, шулай уҡ берҙән-бер диңгеҙ курорты. Ҡыҙыл диңгеҙҙә Ғәкәбә ҡултығының төньяҡ яры буйында, Израилдең Эйлат ҡалаһы менән йәнәш урынлашҡан. Порт фосфаттар һәм ираҡ нефтен сығарыуға махсуслашҡан.

Курорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәкәбәләге флагшток

Ғәкәбә яры буйының оҙонлоғо — 27 километр. Унда күп ҡунаҡханалар һәм ресторандар урынлашҡан. Ҡала эсендә бушлай пляждар бар. Бында температура ҡышын 22 °C түбән төшмәй. Ҡыҙыл диңгеҙҙең һыу аҫты донъяһының байлығы арҡаһында ҡала һыу аҫты йөҙөүе һәүәҫкәрҙәре өсөн популяр урын булып тора. Дайвинг өсөн Ғәкәбәла инфраструктура ныҡ үҫешкән.

Эйлаттағы кеүек үк, бында ла һыу аҫты аквариумы бар, әммә ул бер ни тиклем ябайыраҡ. Дөйөм алғанда, күңел асыу индустрияһы бар, Иорданияның башҡа ҡалаларынан айырмалы рәүештә курорт дини ислам йоғонтоһонан күпкә азат — ҡатын-ҡыҙҙар ябайыраҡ кейенә ала. Бынан тыш, Ғәкәбә, Эйлат кеүек үк, пошлинаһыҙ сауҙа зонаһы тип иғлан ителгән, был шопингты үҫтереүгә булышлыҡ итә: шуның өсөн Ғәкәбәға «Иорданияның иҡтисади үпкәһе» тигән исем тағылған[1].

Ҡала яр буйында урынлашҡан ғәрәп инҡилабының ғәйәт ҙур флагы менән билдәле. Флагштоктың бейеклеге 136 метр тәшкил итә, ә флагтың үлсәме — 30-ға 60 метр. Флаг күрше илдәрҙән (Израилдең Эйлатынан һәм Мысырҙың Табаһынан) яҡшы күренә, һәм донъяла иң ҙур флаг булараҡ Гиннестың рекорд китабына ингән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала ерлегендә тәүге ауыл яҡынса 6 мең йыл элек барлыҡҡа килгән.

Борон ҡала Элат (Elath) исемен йөрөтә, унда эдомиттар (Edomite) халҡы, һуңынан набатеилар йәшәгән, эре коммерция үҙәге булған. Һуңынан Аэлан (Aelana) йәки Аил (Aila) исеме аҫтында Рим империяһына ингән. Һуңғараҡ византиялыларға, тәре йөрөтөүселәргә ҡараған, ғәрәп хәлифәлегенә, Ғосман империяһына ингән. Мәккәгә хажға юлланыусыларҙың юлында мөһим үҙәк булған

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында баш күтәреүсе ғәрәптәр баҫып ала (шулай уҡ ҡара: Лоуренс Аравийский). Һуғыштан һуң Хиджаз ғәрәп короллегенә, һуңынан Сәғүд Ғәрәбстанына инә. 1925 йылда британ Трансиордания протекторатына (хәҙерге Иорданияның алдағыһына) бирелә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980 йылдарҙа Ираҡтан нефть үткәргестәр төҙөү арҡаһында ҡала һәм порт көслө үҫеш кисерә.

2001 йылда туризм, хеҙмәт күрһәтеү секторын һәм сәнәғәтте үҫтереү маҡсатында Ғәкәбәла махсус иҡтисади зона (ASEZ) ойошторола.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәкәбәла Иорданияның берҙән-бер диңгеҙ порты бар. Arab Bridge Maritime компанияһы Ғәкәбә һәм мысыр ҡалалары Таба һәм Нувейба менән паром бәйләнеше ойоштора.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тала Бей

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]