Эстәлеккә күсергә

Ғәлиева Гөлүсә Марат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиева Гөлүсә Марат ҡыҙы
Дөйөм мәғлүмәт
Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө:

8 ноябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (28 йәш)

Тыуған урыны:

Арса, Татарстан, Россия

Ауырлыҡ категорияһы:

до 50 кг

Гөлүсә Марат ҡыҙы Ғәлиева (8 ноябрь 1997 йыл, Арса) — Рәсәй боксёры. 2023 йылғы Рәсәй чемпионатының көмөш призёры, 2016, 2017, 2018, 2021 һәм 2025 йылдарҙағы Рәсәй беренселегенең биш тапҡыр бронза призёры. 2024 йылғы БРИКС уйындарының бронза призёры. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Гөлүсә Марат ҡыҙы Татарстан Республикаһының Арса ҡалаһында тыуған. Тренерҙары — Ғәлиев М.Ғ., Чеботарев Ю. Б. Ул «Динамо» өсөн уйнай[1]. 2016, 2017, 2018 һәм 2021 йылдарҙа Рәсәй чемпионатының бронза призёры. 2023 йылда Рәсәй чемпионатының көмөш призёры. 2014 йылда үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы[2]. 2018 йылғы донъя университет чемпионатында көмөш призёр. 2019 йылғы йәштәр араһында Европа чемпионатында көмөш миҙал яулаусы. 2025 йылдың декабрендә Өфөлә үткән Рәсәй чемпионатында 50 килограмм ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яулай. Ул ярымфиналда Арина Вострикованан еңелә[3]. Миҙалға юлланғанда ул Элеонора Чашина һәм Безелде еңә.

Рәсәй Федерацияһы Спорт министрының 2015 йылдың 24 февралендәге 19-сы һанлы бойороғо менән Гөлүсәгә Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт оҫтаһы тигән исем бирелә[4].

  1. ГАЛИЕВА Гелюса Маратовна | Российские спортсмены | Спортивная Россия. infosport.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2023. Архивировано 14 ноябрь 2023 года.
  2. Шәйхи, Гөлназ 17-летняя чемпионка РФ по боксу Гелюса Галиева из Татарстана стала чемпионкой Европы по боксу (рус.). Всемирный конгресс татар. Дата обращения: 14 ноябрь 2023. Архивировано 14 ноябрь 2023 года.
  3. Чемпионат России среди женщин. Полуфиналы. rusboxing.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2025.
  4. ГАЛИЕВА Гелюса Маратовна - Мастер спорта России международного класса :: Статистика и аналитика развития спорта в России. msrfinfo.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2023. Архивировано 17 май 2023 года.