Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Ринат Ғәзим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиев Ринат Ғәзим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Сейәле, Елдәр ауыл Советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ғәлиев Ринат Ғәзим улы (рус. Галиев Ринат Газимович; 15 ғинуар 1949 йыл ) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ринат Ғәзим улы Ғәлиев 1949 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Сейәле ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]

Хезмәт юлын 1967 йылда Белорет металлургия комбинатында волочильщик булып эшләй башлай. Артабан Миәкә районы «Дружба» колхозында тракторҙар бригадаһының иҫәп-хисапсыһы булып эшләй. 1968—1970 йылдарҙа Савет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡас тыуған ауылында колхозда эшләй. Аксаков ауыл хужалығы техникумында уҡый, артабан Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1976—1980 йылдарҙа Миәкә районы «Сулпан» колхозының партбюро секретары булып эшләй. 1980 йылдан Миәкә районы «Дружба» колхозы рәйесе.[2]

Миәкә районы 244-се Миәкә һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Өйләнгән, ике ҡыҙы һәм улы бар.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104