Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы
Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 22 июль 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Йәнырыҫ ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы (22 июль 1963 йыл) — башҡорт шағиры, журналист-публицист, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римма Ғаяз ҡыҙы Ғәлимова 1963 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
1980 йылдан бирле Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Бындағы педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, мәктәптә, педколледжда уҡыта.
Артабан Стәрлетамаҡта башҡорт телендә 1995 йылдан сығыусы «Ашҡаҙар» гәзите хеҙмәткәре.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римма Ғәлимованың шиғырҙары мәктәптә уҡыған сағында уҡ район, республика матбуғатында баҫыла. «Тәҡдир» тип аталған беренсе шиғри йыйынтығы студент сағында, 1993 йылда, «Китап» нәшриәтендә нәшер ителә. Шағирәнең тәүге поэтик әҫәрҙәре нескә лиризм һәм күңел йылылығы менән айырылып тора. «Тәҡдир» поэмаһында автор һалдат ҡатынының тоғролоғо, совет армияһындағы һалдат яҙмышы, әсәлек бәхете темаларын үҙенсәлекле итеп яҡтырта. 2001 йылда сыҡҡан «Мин — Юрматы ҡыҙы» тип аталған икенсе китабында шағирә Ватан, мөхәббәт, йәшәйештең мәңгелек темалары аша тормоштағы ысынбарлыҡты асып һала. 2013 йылда донъя күргән «Урланған бәхет» йыйынтығындағы шиғри әҫәрҙәрендә әсә, Ер йөҙөндәге матурлыҡты, тыныслыҡты һәм мөхәббәтте яҡлаусы булараҡ сығыш яһай. Уның әҫәрҙәренә образлылыҡ хас, һәм улар ябай тел менән ижад ителгән.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәҡдир. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1993.
- Мин — Юрматы ҡыҙы. Шиғырҙар. Өфө, 2001.
- Урланған бәхет. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2013.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник/Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа, Китап,3006 — с.137-138.