Ғәлимов Баязит Сабирйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы
Тыуған көнө

26 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы, Кинйәбулат ауылы[1]

Вафат көнө

10 февраль 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

гносеология, онтология

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1986

Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (26 май 1942 йыл10 февраль 2024 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баязит Сабирйән улы Ғәлимов 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында[1] тыуған.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1953—1959 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) буласаҡ профессор, тарихсы Рим Йәнғужин менән бер класта уҡый.

Башҡорт дәүләт университетының физика- математика факультетын 1965 йылда тамамлай. БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһын 1969 йылда тамамлағандан һуң шул уҡ кафедрала фәнни эш менән шөғөлләнеүен дауам иә.

1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 1996 йылдан — беренсе проректоры, 2005 йылдан — баш ғилми секретарь.

Бер уҡ ваҡытта 1995 йылдан — университеттың философия кафедраһы мөдире .[2]

Ғалим 2024 йылдың 10 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Фәнни эшәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре философияның нигеҙләнеш проблемаларына арналған- донъяға фәнни ҡараш, Башҡортостан философия үҫеше тарихы.

Кандидатлыҡ диссертацияһы — «Гносеологическая функция категории асимметрии» (1969). Докторлыҡ диссертацияһы — «Принцип развития в основаниях научной картины природы (методологические проблемы)» (1989).

Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Психология фәндәре халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997).

«20-се быуаттың 2000 иң күренекле ғалимы» («2000 выдающихся учёных 20-го столетия») йыйынтығына индерелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]