Ғәлимуллин Рауил Зиянгир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәлимуллин Рауил Зиянгир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы, Буҙат
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ғәлимуллин Рауил Зиянгир улы (рус. Галимуллин Равиль Зиянгирович) (5 октябрь 1943 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1994 йылдан Шишмә районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлимуллин Рауил Зиянгир улы 1943 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Буҙат ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1964 йылда, Аксенов ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Стәрлебаш районы Н. Крупская исемендәге колхоздың агрономы булып башлай. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайҡас, Шишмә тәжрибә хужалығында ярауай бойҙай лабораторияһында фәнни эшмәкәр булып эшләй. Артабан Стәрлебаш райфоһында өлкән инспектор булып эшләй.

1972—1987 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшереү институтында селекция буйынса фәнни хеҙмәткәр булып эшләй, Шишмә тәжрибә хужалығы директоры. 1987 йылда КПСС-тың Шишмә районы комитетына икенсе секретарь итеп һайланыла. 1989 йылда Шишмә районы халыҡ депутаттарыны советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1994 йылдан Шишмә районы администрацияһы башлығы. [2] Шишмә районы 274-се Шишмә һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре» почетлы исеме.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]