Хисамов Ғәлим Афзал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәлим Хисамов битенән йүнәлтелде)
Ғәлим Хисамов
Исеме:

Хисамов Ғәлим Афзал улы

Тыуған көнө:

25 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Журналист, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Хисамов Ғәлим Афзал улы (25 апрель 1949 йыл) — журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлим Афзал улы Хисамов 1949 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Буласаҡ әҙип хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районында уҡытыусы булып башлай, артабан Салауат химия комбинатында, Күмертау ҡала-район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар ҡәләм сарлап, үҙ хәбәрсенән баш мөхәрриргә тиклем үрләй. «Китап» нәшриәтенең директоры, Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт һәм матбуғат министры вазифаһында ла хеҙмәт итә.

Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы, матбуғат һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй наградалары менән бүләкләнгән. Прозаик Ғәлим Хисамов — тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы, әҫәрҙәре утыҙлаған нәфис һәм документаль китаптарында тупланған. Әҙәби тәнҡит уның ҡәләмен милли әҙәбиәтебеҙҙә сәйәси детектив жанрын үҫтереүҙә әүҙемлеге өсөн дә ыңғай баһалай.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]