Ғәлиәкбәр мәктәбе
Ғәлиәкбәр мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1917 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы |
Ғәлиәкбәр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Ғәлиәкбәр ауылында урынлашҡан. Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиәкбәр ауылы[1] Өфө губернаһының иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 100, Белореттан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.
1917 йылдың сентябрь айында Өфө мәҙрәсәһендә уҡыған мулла Хәлитов Хәмит Әнеүәр улы үҙ өйөндө балаларҙы уҡыта башлай, ә ҡыҙҙарҙы ҡатыны Сәжидә уҡыта.
Граждандар һуғышы башланып, дүрт ай ғына үткәс, 1918 йылдың февраль айында уҡыу туҡтатыла. Артабан уҡыу эшен ойоштора алмайҙар.
Һуғыш туҡтағас, уҡытыу-тәрбиә эшенә иғтибар итеү көсәйә. Ҡаһарманов Абдрахман Рауил улы, Көҙән ауылында Әхмәтша хәҙрәттә уҡып белем алғандан һуң, 1923—1924 уҡыу йылы Ғәлиәкбәр ауылында уҡыта.
1929—1930 йылдарҙа Байғаҙынан (Үҙән) ауылынан Мөхәмәтҡолов Сабирйән[2] уҡытырға килгәс, мәсетте һорап ала. Сәғитов Хаммат һәм Сабирйән Мөхәмәтҡолов ололарҙы уҡыта.
1938 йылда башланғыс мәктәп 7 йыллыҡ, ә 1962 йылда һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Сәғитов Зәки Хаммат улы мәктәп директоры булып эш башлағас, иң беренсе мәктәп төҙөтөүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки уҡыусылар мәсеттә һәм бер нисә өйҙә бүленеп уҡыйҙар. Ул ауылдың абруйлы ирҙәрен һәм уҡытыусыларҙы йыйып, Мәскәүгә хат яҙа. Шул осорҙа уҡытыусы булып эш башлаған, артабан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып киткән Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ете ырыу башлығы йыйылып, аҡ батшаға хат яҙған кеүек, улар ҙа Мәскәүгә хат яҙалар. Хат иғтибарһыҙ ҡалмай, РСФСР мәғариф Министрлығы мәктәп төҙөүгә туранан-тура аҡса бүлә. Бүленгән аҡсаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, 1961-1962 йылдарҙа, бөтә ауыл кешеләрен йәлеп итеп, заманына күрә ҙур ағас мәктәп төҙөтә. Экономияланған аҡсаға мәктәпкә өр-яңы «Беларусь» тракторы һәм пилорама һатып алалар. Зәки Хаммат улының оҫта етәкселеге һәм энтузиазмы арҡаһында Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, яҡшы үҫешкән мәктәп яны хужалығы булған, алдынғы уҡытыу-тәрбиә үҙәгенә әйләнә. Мәктәптең материаль базаһын нығытыу өсөн өҫтән бүленгәнде көтөп ултырмайҙар, пилорама һәм трактор мәктәпкә ҙур табыш сығанағы була. Ауылда берҙән-бер пилорама бөтә ауыл халҡын төҙөлөш материалы — таҡта менән тәьмин итә. Ауыл халҡының да көнкүреше яҡшыра. Мәктәптә 50-ләгән даданы булған ҡортсолоҡ эшен йәйелдерә. Мәктәптә бөтә ауылды тәьмин итерлек һуған, кәбеҫтә үҫтерелә. Йәйге хеҙмәт практикаһын малайҙар ҡортсолоҡта, ҡыҙҙар йәшелсә баҡсаһында үтә. 1982 йылда урта мәктәп асыла. 2005 йылда яңы типтағы мәктәп һалына.
2014 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелә.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанбаев Мирза (1936—1939)
- Сәғитов Зәки Хаммат улы (1961—1965, 1971—1978, 1989-?)
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1965)
- Байғусҡаров Садиҡ Сәйфетдин улы (1978—1982)
- Ҡаһарманов Кәрим Абдулхаҡ улы (1982—1994)
- Ғәбитова (Хөснөтдинова) Фатима Зәйнәғәбдин ҡыҙы
- Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы (1994—2004)
- Ишмөхәмәтова Сания Сабир ҡыҙы (2004 йылдан)
Уҡытыусылары, мәғариф өлкәһендә эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һылтанма буйынса уҡығыҙ: Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы (26.05.1956), урмансы, солоҡсо, инспектор. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһын һаҡлау фондының «Урман рыцары» исемен йөрөтөүсе.
- Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939) — уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Сәғитов Зәки Хаммат улы (1929 — 19 май 1995) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24 апрель 1927 йыл — 21 май 2007 йыл) — уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы — уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-методист (1992), Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
- Хәтмуллина (Ишмөхәмәтова) Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Химия-физика проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәр.
- Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе, «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы кавалеры.
- Яубаҫарова Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы
- Әминева Резида Рәүф ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- Әминев Ағзам Яхъя улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы
- Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы — ? атҡаҙанған нефтсеһе
- Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы (27 сентябрь 1960 йыл — ???) — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
- Сәғитов Ирек Хаммат улы — уҡытыусы. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл—29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы». 1972—1977, 1980—1997 йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире
- Биккинина Заһира Ғилман ҡыҙы —
- Ғәҙелшина Мөнирә Закир ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — ? атҡаҙанған нефтсеһе
- Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы (2 ғинуар 1953 йыл — ???) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
- Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры
- Сәғитов Барый Ҡәйүм улы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветераны. Отставкалағы I ранг капитаны; Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры
- Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (4 май 1952 йыл) — юғары квалификациялы уҡытыусы. СССР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), «Уҡытыусы-методист» (1991), Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезы делегаты (2001), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006).
- Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.
- Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. РФ халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы»
- Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы (22 февраль 1924 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе
- Байморатов Фаяз Гәрәй улы (16 декабрь 1967 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
Фән өлкәһендә эшләүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимиадаһында 3-сө урын (1991 йыл). Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.
- Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. 2011 йыл. Аҫылғужина Рүзилә Рамаҙан ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.Портфолио (Маҡтау ҡағыҙы)
- Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. 2012 йыл. Әминева Азалия Ғәлим ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.[3]
- «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы. 2015 йыл. 1 -се урын. Мөхәмәтова Айгүзәл Әбделвәхит ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.[4]
- «XIII Кейекбаев уҡыуҙары» Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы. 2015 йыл. 1 -се урын. Ғәбитова Зиләрә Хәйҙәр ҡыҙы. Етәксе — Мөхәмәтов Ә.Ғ.[4]
- Әминева Наҙгөл Илфат ҡыҙы (4-се класс уҡыусыһы) (2015 йыл) — Башҡортостан уҡыусыларының бәләкәй фәндәр академияһы конкурсында 3-сө урын. Етәксеһе — Ҡаһарманова Х. А.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Открытие школы в Галиакберово Открытие школы в Галиакберово
Традициялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиәкбәр мәктәбендә йыл һайын Илдар Ғәбитов (һуғыш хәрәкәттәрендә һәләк була, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң)) исемендәге кубок өсөн волейбол ярышы үтә.
- Уҡыу йылы аҙағында алдынғыларына Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы, Сәғитов Зәки Хаммат улы исемендәге премиялар тапшырыла.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙе оҙаҡ йылдар эшләгән Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылындағы мәктәп стенаһына 2018 йылда Сәғитов Зәки Хаммат улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыла[5].
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улына ….йылда таҡтаташ асыла.
- Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған Илдар Зөфәр улы Ғәбитовҡа таҡтаташ ҡуйылды
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан гәзите. 18 октябрь 2021 Ғәлиәкбәрҙәр мул уңыш йыйған
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ғәлиәкбәр_мәктәбе_уҡытыусылары, 1980 йыл
-
1995 йыл. Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
-
2020 йыл. Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары 2020 йыл
-
Уҡытыусылар концертта. 10.04.2023 йыл.
Фотогалерея. Сығарылыш уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ғәлиәкбәр мәктәбен 1988 йылда тамамлаусылар 35 йылдан һуң осрашыуҙа. 17 июнь 2023 йыл
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галиакберовская школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 169. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.