Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова битенән йүнәлтелде)
Ғәлиә Солтанова
Тыуған ваҡыты:

16 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны:

БАССРҙың Малаяҙ районы Лаҡлы ауылы[1]

Һөнәре:

йырсы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (16 февраль 1937 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм халыҡ артисы (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтйәнова) Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лаҡлы ауылында күп балалы ғаиләлә 1937 йылдың 16 февралендә тыуған. Моңло тауыш йырсыға атаһынан бирелгән. Бик бәләкәйҙән, мәктәп, ауыл клубында йырлап үҫә.

1960 йылда — Свердловск ҡалаһында П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһын, 1968 йылда — Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлай. Юғары белемле йәш йырсы, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Зөлхизә», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Шәүрә» кеүек мәшһүр йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы моңло йырсыны республикала ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Урта Азия ҡалаларында, Финляндия, Монголия сәхнәләрендә лә көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр.

Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Нәжип Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел.

Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙә ике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ. Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҫта педагог та булып таныла. 1980 йылдан башлап Өфө педагогия колледжында, 1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы театр, музыка буйынса уҡыта. Тырышлығы, уңғанлығы менән коллегалары, студенттар араһында абруй ҡаҙана.

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы бөгөн дә кисәләрҙә, мәҙәни сараларҙа тыуған халҡы өсөн моңло йырҙар башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]