Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәли Сәйетбатталов битенән йүнәлтелде)
Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы
Тыуған көнө

17 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР-ҙың Йылайыр кантоны[1] Сәйетҡол

Вафат көнө

31 июль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

башҡорт теле

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (1950)

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы (1969)

Ғилми исеме

профессор

Уҡыусылары

Д.С. Тикеев

Награда һәм премиялары
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы (17 декабрь 1928 йыл — 31 июль 2010 йыл) — башҡорт теле белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988) һәм мәғариф отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев исемендәге (1995) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2018, үлгәндән һуң) премиялар лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлей Ғәлей улы Сәйетбатталов (шулай уҡ күп кенә осраған яҙылыш Ғәли Ғәли улы һәм һирәгерәк осраған тулы яҙылыш формаһы Ширғәли Миңлеғәли улы) Сәйетбатталов 1928 йылдың 17 декабрендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны[1] Сәйетҡол ауылында тыуған.

1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1957 йылдан — БДУ) тамамлай, уның бар ғилми-педагогик эшмәкәрлеге ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ошо уҡыу йорто менән бәйле. Бында ул кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1957—1974 йылдарҙа уҡытыусы, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты булып эшләй, 1974—1977 йылдарҙа — кафедра мөдире, 1977 йылдан һуңғы көндәренә тиклем — шул уҡ кафедра профессоры.

Ғәли Сәйетбатталов — 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә, тиҫтәләгән монографиялар; мәктәп уҡыусылары, педагогия училищелары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәр, әсбаптар авторы. Ул хәҙерге башҡорт теленең синтаксисы, пунктуацияһы һәм стилистикаһы проблемаларын фәнни өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ғәли Сәйетбатталовтың ғилми эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа айырыуса емешле булды. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ике томда «Башҡорт теле. Синтаксис» һәм өс томда «Башҡорт теле. Синтаксис» хеҙмәттәре нәшер ителде.

Тел ғилеменең теоретик проблемаларын өйрәнеү менән бер рәттән, ғалим башҡорт әҙәби теле үҫеше үҙенсәлектәре менән шөғөлләнде. Уның хеҙмәттәре билдәле башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре проблемаһына арналды.

Ғәли Сәйетбатталов 2010 йылдың 31 июлендә тыуған ауылы Сәйетҡолда вафат була һәм шунда ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]