Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәлләмов Хамза Искандарович битенән йүнәлтелде)
Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы
Хәмзә хажи Әкбәр
1-се Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй
1 февраль 2007 йыл
Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә хажи» мәсете етәксеһе
«Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.
 
Тыуыуы: 2 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Белорет районы Асы ауылы
Вафаты: 16 июнь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (84 йәш)

Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы (2 апрель 1931 йыл — 16 июнь 2015 йыл) — Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты[1] рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда Асы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1953 йылда Өфө сәнғәт училищеһы дипломын ала.

1961 йылда Ташкент хәрби-педагогия училищеһын тамамлай.

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Инйәр урман сәнәғәте хужалығында башлай.

19621972 йылдарҙа БАССР Мәҙәниәт министрлығының уҡыу йорттары бүлеге мөдире.

19721975 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 8-се балалар музыка мәктәбе директоры.

19771991 йылдарҙа рәссам-биҙәүсе, республика райондарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға обелиск-һәйкәлдәр төҙөй.

1995 йылда Белорет районы һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районы мосолмандарының Мөхтәсибиәт идаралығы имам-мөхтәсибе.

Хәйриә менән шөғөлләнә. 1968 йылда үҙ аҡсаһына Асы ауылында мәсет комплексы төҙөй. Комплексҡа ата-әсәһе хөрмәтенә һалынған «Искәндәр үә Фәхерниса» мәсете, ситтән килеүселәр өсөн йорт, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар өсөн дауалау-һауыҡтырыу пансионаты инә.

Инйәр ҡасабаһында «Тәүбә» мәсете төҙөй (1999 йыл).

Уҫманғәле ауылында «Ибраһим үә Хәмзә» мәсетен һалдыра (2001). Бирҙеғол ауылында мәсет төҙөүҙә ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Республикаһының Өфө районындағы Булгаково ауылында ҡатыны хөрмәтенә «Асия хажиә», Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһендә «Хәмзә» мәсетен һәм «Искәндәр» мәҙрәсәһен үҙ эсенә алған мәсет комплексын төҙөй[2].

Эшмәкәрлеге өсөн Белорет районының Асы, Сермән, Ишембай районының Байғужа, Ғүмәр, Дүртөйлө районының Семилетка, Нуриман районының Иҫке Исай ауылдарының почетлы гражданы тип таныла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]