Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы
Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1946[1] (76 йәш) |
Тыуған урыны | Тирәкле ауылы, Баҡалды ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | диктор |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы[1] |
Әүҙемлек урыны | БСТ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3 ғинуар 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1965 йылдан Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова 1946 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған.
Үҙҙәрендәге мәктәпте тамамлағандын һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Был махсус урта уҡыу йортонда Рим Сыртланов курсы буйынса һөнәри белем ала[2].
1965 йылда йәш белгес Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында конкурс нигеҙендә диктор булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
Легендар диктор, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусы, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, фиғыл-ҡиәфәте менән бер нисә дәүер символына әйләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшен дауам иткән Наилә Ғәләүетиноваға 2020 йыл аҙағында «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был туралағы Указға Рәсәй Президенты 7 декабрҙә ҡул ҡуйҙы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2021)
- ↑ Легендарному диктору Наиле Галяутдиновой будет вручено высокое российское звание. ИА «Башинформ», 8 декабря 2020 года (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2021)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2021)