Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Исай ауылы, Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы), Нуриман районы
Вафат булған көнө 23 апрель 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы (1 ғинуар 1920 йыл — 23 апрель 1995 йыл) — актёр, режиссёр. РСФСР сәнғәтенең атҡаҙанған эшмәкәре (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов 1920 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Исай ауылында тыуған.

1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһының Х. Бохарский һәм Г. С. Саттаров класын тамамлай. Шул уҡ йылда Дәүләкән театрында актёр булып эш башлай[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылда Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла. Ғәләүетдинов Фәтхелислам ефрейтор дәрәжәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән билдәләнә.

1947 йыл — Ҡыйғы театры актёры, режиссёры, баш режиссёры.

1948 йыл — Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында Апушкиндың «Салауат, йәки бер ус көл» («Салават, или Горсть пепла») пьсаһын сәхнәгә ҡуйып, режиссёрлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Режиссёр булараҡ, социаль-көнкүреш театры принциптарына таянып эшләй, уларҙы милли традициялар менән байыта.

1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 1952 йылдан — Салауат башҡорт драма театрында эшләй. Нәжиб Асанбаевтың «Беҙгә егеттәр килде», Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәровтың «Ирәндек», Назар Нәжмиҙең «Саҡырылмаған ҡунаҡ» пьесалары буйынса ҡуйған спектаклдәренә лирика һәм экспрессия хас.

1953 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

1961 йыл — Ленинград ҡалаһында РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте (ВТО) эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курсында уҡый.

1967—1987 — Сибай башҡорт драма театрында эшләй.

Ғәләүетдинов Фәтхелислам тыуҙырған образдар хисле һәм илһамлылы. Актёр һәм режиссёр булараҡ, Фәтхелислам Ғәйнислам улы персонаждарҙың эске донъяһын асыуға айырыуса иғтибар итте[3][4].


Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат Юлаев («Салауат Юлаев» пьесаһы, Я. В. Апушкин һәм Б.Бикбай)
  • Ниязғол-бай (Һ.Л.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса Л. В. Вәлиев постановкаһы)
  • Байтирәков («Утлы өйөрмә» — «Огненный вихрь» Ә. М. Мирзаһитов)
  • Рәсүлев («Ихлас әңгәмәләр» — «Задушевные беседы» Н. Асанбаев һәм Ф. А. Әсәнов)

Сибай драма театрындағы постановкалар:

  • «Зимагорҙар» һәм «Һаҡмар» — С. М. Мифтахов
  • «Байрамбикә» — Р. С. Янбулатова
  • «Зәйтүнгөл» — Н.Асанбаев[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  2. Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  5. Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Дорога памяти. ГАЛЯУТДИНОВ ФАТХЛИСЛАМ ГАЙНИСЛАМОВИЧ 2021 йыл 9 октябрь архивланған.
  8. Память народа. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович