Хоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәләүетдин Хоҙаяров битенән йүнәлтелде)
Ғәлә Хоҙаяров
Исеме:

Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы Хоҙаяров

Тыуған көнө:

20 сентябрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Саҡмағош районы, Аблай ауылы

Вафат булған көнө:

9 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, СССР

Эшмәкәрлеге:

Уҡытыусы, шағир, журналист, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре

Ғәли Хоҙаяров (төп исеме Хоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы; 20 сентябрь 1891 йыл9 март 1966 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан «Шәреҡ ярлылары» гәзите мөхәррире; 1924—1932 йылдарҙа Ҡазандағы «Спартак» күн аяҡ кейеме комбинаты директоры, Татар АССР-ы Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы кооперацияһы союзы рәйесе, Татар педагогия институты ректоры, Татарстан мәғариф халыҡ комиссары, Ҡазан совет төҙөлөшө институты директоры. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы Хоҙаяров (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Ҡоҙаяров) 1891 йылдың 20 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Аблай ауылында тыуған. Йәштән үк тормош ауырлыҡтарын татый. Башланғыс белемде Сембер губернаһындағы Иҫке Тимешкә ауылы мәҙрәсәһендә ала. 1907 йылда Өфөгә килә, «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға керә. Шәкерттәр болаһында ҡатнашып, унан ҡыуыла. Ауылдарҙа балалар уҡыта.

Октябрь социалистик революцияһынан һуң Коммунистар партияһына инә. 1919—1920 йылдарҙа Өфөлә нәшер ителгән «Шәреҡ ярлылары» гәзитендә мөхәррир булып эшләй.

1921 йылдан Ҡазанда эшләй. Дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, 1924—1932 йылдарҙа бындағы «Спартак» күн аяҡ кейеме комбинатында директор, Татар АССР-ы Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы кооперацияһы союзы рәйесе, Татар педагогия институты ректоры, ТАССР мәғариф халыҡ комиссары, Ҡазан совет төҙөлөшө институты директоры була.

1932 йылда «Советтарға ҡаршы пропаганда алып барыу»ҙа ғәйепләнеп, өс йылға иректән мәхрүм ителә һәм язаны үтеү өсөнӘстерханға ебәрелә. Хөкөм ваҡытын тултырып, азатлыҡҡа сыҡҡандан һуң ошо ҡалала кәмәләр эшләү верфында хеҙмәт һала, шунан һуң Ҡазанға ҡайтып, элегерәк үҙе етәкләгән «Спартак» фабрикаһында эшләй.

1936 йылдың авгусында тағы ла ҡулға алына һәм ниндәйҙер яңы ғәйепләүҙәрһеҙ биш йылға Колыма лагерына оҙатыла. Был срокты тултырғандан һуң, спецпоселенец булараҡ, Ҡаҙағстан биләмәләрендә йәшәй. Унда тәүге әҙерҙәрҙә төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңыраҡ башланғыс мәктәптә уҡытыусы була.

1956 йылда реабилитациялана һәм Өфөгә йәшәргә ҡайта. 1966 йылдың 9 мартында вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ваҡыт» гәзитендә һәм «Шура» журналында 1910 йылда мәғәрифәтселек идеяларында яҙылған тәүге шиғырҙары баҫыла. Әҫәрҙәрҙең лирик геройы рухи һәм социаль азатлыҡҡа ынтыла.

Тәүге китабы — «Башҡорт халҡына хитап» тип атала һәм 1910 йылда баҫылып сыға. «Күҙ йәштәрем» тигән икенсе китабы 1915 йылда донъя күрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]