Ғәниева Фатима Нуретдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фатима Нуретдин ҡыҙы Ғәниева
Эшмәкәрлек төрө:

Мәғрифәтсе һәм уҡытыусы

Тыуған көнө:

25 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан, Белорет районы, Аҙналы (Мышы) ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Флаг Башкурдистана.png Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

1989({{padleft:1989|4|0}})

Награда һәм премиялары:

«Почёт Билдәһе» ордены  — 1939

Ғәниева Фатима Нуретдин ҡыҙы (25 март 1909 йыл1989 йыл) — уҡытыусы, СССР-ҙың II саҡырылыш (1946) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фатима Нуретдин ҡыҙы Ғәниева 1909 йылдың 25 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Мышы (Аҙналы) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы 1919 йылда, әсәһе һәм туғандары 1921 аслыҡ йылында үлеп, үкһеҙ етем ҡалған Фатима тәүҙә Сермән балалар йортонда, шунан Өфөлә Ленин исемендәге мәктәп-интернатта тәрбиәләнә. Бында уның аң-белем даирәһен киңәйтеүгә, шәхес итеп тәрбиәләүгә Мөхлис Туҡаев, Хәнифә Мостафина кеүек һәйбәт тәрбиәселәр, Николай Краснов, Вафа Сөләймәнов, Александр Тюлькин, Сәғит Мифтахов һымаҡ арҙаҡлы уҡытыусылар ҙур йоғонто яһай.

Нәтижәлә Фатима Ғәниева иң маҡтаулы һәм гүзәл һөнәр — уҡытыусы эшен һайлай һәм К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын уңышлы тамамлай.

1935—1937 йылдарҙа Белорет ҡалаһында совет-партия мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, шунан Баймаҡ районы 1-се Этҡол һәм 2-се Этҡол мәктәптәрендә эшләй. Уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн 1939 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Был юғары награданы уға 8 августа СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе М. И. Калинин үҙе тапшыра.

Ауыр һуғыш йылдарында барлыҡ уҡытыусылар кеүек, йәштәрҙе илгә бирелгәнлек рухында тәрбиәләй, мәктәптә балалар уҡытыу менән бергә колхозда бригадир ҙа була.

1944 йылда Фатима Ғәниеваға «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1946 йылда ул икенсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1949 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп, В. И. Ленин исемендәге мәктәптә балалар уҡыта, 1951—1969 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы мәктәбендә уҡытыусы була, мәктәп директоры вазифаһын башҡара.

Шундай маҡтаулы исем һәм юғары баһалар Ф. Н. Ғәниеваны ҙур эштәргә рухландыра. Ул ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, арымай-талмай балалар менән эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса бай тәжрибә туплай. Ул район мәктәптәрендә таратыла, бөтәһенең дә уртаҡ хазинаһына әйләнә — уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты тарафынан дөйөмләштерелеп, уҡытыу-тәрбиә эшендә файҙаланыу өсөн республика мәктәптәренә өйрәнеүгә тәҡдим ителә. Уның тураһында гәзит-журналдарҙа күп яҙыла, плакат, буклеттар сығарыла.

Укытыусы һәнәрен яңылышмай һайлауы, был эштә өлгәшкән уңыштары өсөн халыҡ ихтирамын яулауы менән Фатима Нуретдин ҡыҙы үҙен бәхетле һанай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.