Эстәлеккә күсергә

Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы
Рәсем
Урын Ирак Арабский[d], Fars (land)[d], Хөрәсән[d], Ирак Персидский[d], Иран Әзербайжаны, Мекран[d] һәм Сәсәниҙәр дәүләте
Алдағы войны с вероотступниками[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Битва за Раджастан[d]
Алмаштырылған Арабское завоевание Средней Азии[d]
Башланыу датаһы 633
Тамамланыу датаһы 654
Ҡатнашыусылар Хаҡ хәлифәт, Сәсәниҙәр дәүләте, Арабы-христиане[d], House of Ispahbudhan[d], Дом Михран[d], Карин-Пахлевиды[d], Дабуиды[d], Эфталиты[d] һәм Византия империяһы
 Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы Викимилектә

Ғәрәптәр Сәсәниҙәр Фарсияһын VII быуат уртаһында баҫып ала һәм 644 йылда Сәсәниҙәр дәүләтен ҡыйрата, был хәл Фарсия территорияһында зороастризм көсөнөң бөтөүенә килтерә. Шуға ҡарамаҫтан 651 йылда Сәсәниҙәр тәхетенең һуңғы вариҫы Йәздәгирд III (632—651) мәкерле рәүештә үлтерелгәндән һуң ғына Сәсәниҙәр династияһы ҡолай. Фарсияның яулап алыныуы Оло Иран тип аталған территорияла зороастризм дине йоғонтоһоноң һиҙелерлек рәүештә кәмеүенә һәм һуңынан уның тулыһынса тип әйтерлек юҡҡа сығыуына килтерә.

Фарсияның бығаса булмағанса сәйәси, социаль, иҡтисади һәм хәрби йәһәттән көсһөҙлөгө арҡаһында мосолмандарҙың йоғонтоһо арта бара. Ҡасандыр донъяның иң ҙур державаһы булған Сәсәниҙәр империяһы Византияға ҡаршы алып барған ун йыллыҡ һуғышта кеше һәм матди ресурстарын тулыһынса сарыф итеп бөтә. 628 йылда Шаһиншаһ Хосров II язалап үлтерелгәндән һуң эске сәйәси хәл бик тиҙ насарая. Һөҙөмтәлә артабанғы дүрт йыл эсендә тәхеткә ун яңы дәғүәсе ултыртыла[1]. Империяның төрлө фракциялары араһында башланған граждандар һуғышы илдең үҙәкләштерелгән системаһын юҡҡа сығара.

Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулап алыуы

Сәсәниҙәр империяһы баҫып алынғанға тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тапҡыр мосолмандарҙың Фарсияны баҫып алыуын өйрәнә башлаған көнбайыш ғалимдары тик әрмән милләтенә ҡараған христиан епискобы Себеостың һөйләгәндәренә һәм улар һүрәтләгән ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс ғәрәпсә яҙылған мәғлүмәттәргә генә таянып эш итә. Артур Кристенсендың 1944 йылда Копенгагенда һәм Парижда баҫылып сыҡҡан «Сәсәниҙәр заманында Иран» (L Iran ле һәм уны Sassanides sous) мәҡәләһе ғилми эштәрҙең иң әһәмиәтлеләренең береһелер, моғайын[2].

2008 йылда нәшер ителгән «Сәсәниҙәр империяһының бөлгөнлөккә төшөүе һәм ҡолауы: Сәсәни-парфтар конфедерацияһы һәм Ирандың ғәрәптәр тарафынан баҫып алыныуы» тигән китапта «Парване Пуршариати» тарафынан традицион хикәйәләү шик аҫтына ҡуйыла һәм Сәсәниҙәр империяһының юҡҡа сығыуының сәбәптәрен асыҡлау буйынса бик күп үҙенсәлекле тикшеренеүҙәрҙең быға тиклем атап үтелгән төп факттарҙы, шул иҫәптән яулап алыу мәленең даталарын шикле тип таныуын билдәләй.

Пуршариатиҙың төп тезисы дөйөм ҡабул ителгән фекерҙәргә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла: ғәмәлдә Сәсәниҙәр империяһы үҙәкләштерелмәгән дәүләт була һәм парфтар менән «конфедерация» төҙөй, әммә парфтар юғары кимәлдә бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала[3]. Византия империяһын еңеүгә ҡарамаҫтан, көтмәгәндә парфтар конфедерациянан сыға, һәм сәсәниҙәр үҙ илен мосолман армияларынан яҡлауға һәләтһеҙ булып сыға[4]. Улай ғына ла түгел, төньяҡ һәм көнсығыштағы парф ғаиләләре, Куст-и-Хварасан һәм Куст-и Адурбадаган, үҙҙәренең терәк пункттарына сигенеп, ғәрәптәр менән солох килешеүе төҙөй, шулай итеп, сәсәниҙәр менән бергәләп ғәрәптәргә ҡаршы һуғышырға теләмәй.

Пуршариати тикшергән тағы ла бер мөһим тема — ғәрәптәрҙең Сәсәниҙәр империяһын баҫып алыу ваҡыты. Пуршариати раҫлауынса, «ғәрәптәр Месопотамияны 628 йылдан 632 йылға тиклемге осорҙа баҫып ала, ә 632—634 йылдарҙа сәсәниҙәрҙең һуңғы батшаһы Йәздәгирд III (632—651) властҡа килгәндән һуң түгел», тип раҫлай[5]. Әгәр шулай булһа, ғәрәптәрҙең баҫып алыуы сәсәниҙәр менән парфтар араһында тәхет өсөн низағ башланған мәлгә тура килә[5].

Беҙҙең эраға тиклем I быуаттан башлап Евфрат йылғаһы Рим (һуңыраҡ Византия) һәм Парфия (һуңыраҡ Сәсәниҙәр) араһындағы сик булып хеҙмәт итә. Сик һыҙаты бер туҡтауһыҙ бәхәс тыуҙыра. Яуҙар күбеһенсә төньяҡта убалы-ташлы райондарҙа үтә, сөнки көньяҡта бер-береһенә ҡаршы торған империялар араһында киң Ғәрәп йәки Сүриә сүллеге (Рим Ғәрәбстаны) ята. Көньяҡтан күсмә ғәрәп ҡәбиләләренең осраҡлы һөжүмдәре генә хәүеф менән янай. Шуға күрә ике ҙур империя, ҙур булмаған ярым бойондороҡһоҙ ғәрәп кенәзлектәре менән берләшеп, икеһенең араһында буфер дәүләттәрен булдыра. Улар Византия менән Фарсияны бедуиндарҙың баҫҡынсылығынан һаҡлай. Византия Ғәссаниҙар менән; фарсылар Ләхмиҙар эш итә. Ғәссаниҙар менән Ләхмиҙар даими рәүештә дошманлашып тора, әммә был хәл византияларҙы ла, фарсыларҙы ла әллә ни борсомай. VI—VII быуаттарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә быуат буйына бер кимәлдә һаҡланған көстәр балансы емерелә.

Византия ҡатнашып йәшәгән ғәрәп Ғәссаниҙары христианлыҡтың монофизитлыҡ формаһын ҡабул итә, ә Византияның православие сиркәүе монофизиттарҙы еретиктар тип иҫәпләй. Византия, Ғәссаниттарҙы ситләтеп һәм уларҙың сиктәрендәге сүллектә ихтилалдар күтәрергә тырышып, ересты бөтөрөргә теләй. Ләхмиҙар ҙа Фарсия батшаһы Хосров Икенсегә ҡаршы баш күтәрә. 602 йылда Ләхмиҙарҙың тәүге христиан хакимы Ан- Нуман III шулай уҡ тәхетенән ҡолатыла һәм Хосров II тарафынан үлтерелә. Хосров үҙе үлтерелгәндән һуң Фарсия империяһы тарҡала, һәм Ләхмиҙар ярым бойондороҡһоҙ хәлдә ҡала. Хәҙерге заманда түбәндәге фараз киң таралған: Ләхмиҙарҙың короллеген аннексия ҡулланып баҫып алыу Сәсәниҙәр империяһының ҡолауына һәм артабан Фарсияны мосолмандарҙың яулап алыуына килтерә, сөнки Ләхмиҙар Хәлит ибн әл-Вәлидтән еңелгәндән һуң мосолмандарҙың шымсылары булырға ризалаша[6].

Фарсы хакимы Хосров II Баһрам Чубиндың ихтилалын баҫтыра. Артабан ул бөтә асыуын Византияға ҡаршы йүнәлтә, һөҙөмтәлә 602—628 йылғы Византия — Сәсәниҙәр империяһы һуғышы башлана. Бер нисә йыл дауамында уның эше бик яҡшы бара. 612—622 йылдарҙа Фарсия сиктәрен Әһәмәниҙәр (беҙҙең эраға тиклем 550—330 йй.) династияһы биләгән сиктәргә тиклем тиерлек киңәйтә, бер ыңғай көнбайыштағы сиктәре Мысыр, Фәләстанға тиклем барып етә (Фәләстан йәһүдтәр армияһы ярҙамында яулана).

622 йылда, Ираклий хакимлыҡ иткән дәүерҙә, Византия халҡы, төркөмдәргә бүленеп, контрһөжүм башлай. 627 йылда Хосров Ниневия янындағы алышта еңелә һәм Византия ғәскәре Сүриәне тотошо менән яулап ала һәм Месопотамияның фарсы провинцияларына тиклем үтеп инә. 629 йылда Хосровтың генералы Шахрвараз һуғышһыҙ бирелергә ризалаша, шулай итеп, ике империя араһындағы сик 602 йылдағы урынына ҡайта.

628 йылда Хосров II һәләк була, һөҙөмтәлә уның тәхетенә дәғүәселәр күп була; 628 йылдан 632 йылғаса ун фарсы хакимы бер-береһен алмаштыра[1]. Һуңғыһы, Йәздәгирд III, Хосров Икенсенең ейәне һәм 8 генә йәшлек бала була, тип хәбәр итәләр[7].

Сәсәниҙәр батшаһы Хосров II Византия императоры Ираклийға баш һала (аллегория, Хосров бер ҡасан да рәсми рәүештә Ираклийҙың баш булыуын танымай)

Ислам риүәйәттәрендә, 628 йылдағы Хоҙайбий Килешеүенән һуң Мөхәммәт пәйғәмбәр төрлө ҡәбиләләрҙең юлбашсыларына, кенәздәргә, батшаларға, исламды ҡабул итергә саҡырып, бик күп хаттар ебәрә, тип әйтелә. Илселәр был хаттарҙы Фарсия, Византия, Эфиопия, Мысыр, Йемен һәм Хируға (Иран) алып бара[8]. Хәҙерге заман ислам тарихсылары, атап әйткәндә, Гримм менән Каэтани, был хәбәрҙе ентекле рәүештә анализлай[9]. Бигерәк тә бөйөк империя батшаһы Хосров Икенсенең Мөхәммәттән хат алыуы икеле, сөнки ҙур булмаған төбәк етәксеһенең хаты Шаханшах ҡулына ғына эләгеүе ихтимал[10]. Фарсияға ҡағылышлы мосолман тарихсылары түбәндәгесә бәйән итә: һижрәнең етенсе йылы башында (629 йыл тирәһе) Мөхәммәт үҙенең сәхәбәләренең береһе булған Абдуллаһ ибн-Хузаф ас-Сахмиға Хосров Икенсегә уның Хатын тапшырыуҙы йөкмәтә.

Хосров Икенсенең Хатты нисек ҡабул итеүе тураһында төрлө фараздар бар. Әммә бөтәһе лә, Хосров Икенсе Хатты йыртып ташлай, тип раҫлай[11]. Был хаҡта белгәс, Пәйғәмбәр түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: «Хосров хатты нисек йыртып ташлаған булһа, Аллаһ Хосровтың батшалығын да шулай өҙгөслөп ташлаясаҡ»[12].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм 632 йылдың июнендә вафат була, ә уның сәхәбәһе Әбү Бәкер хәлифә һәм Мәҙинә ҡалаһында сәйәси вариҫ титулын ала. Әбү Бәкер хәлифә һәм сәйәси вариҫ тип раҫланғандан һуң бер нисә ғәрәп ҡәбиләһе «хаҡ дингә хыянатсылар менән һуғышҡа» (ридда) күтәрелә. Хәлифәттә дингә хыянат итеүселәр менән һуғыштар 633 йылдың мартына тиклем дауам итә, тик Ғәрәп ярымутрауы тотошо менән хәлифә хакимлығына ингәс кенә тамамлана.

Әбү Бәкерҙең ярымутрауҙан ситтә лә ерҙәр баҫып алырға теләү-теләмәүе билдәһеҙ. Әммә Сәсәниҙәр империяһы менән конфронтациянан башланған һуғыш бер нисә тиҫтә йылдан һуң тарихта иң эре империяларҙың береһен булдырыуға килтерә[13],

Месопотамияға тәүге баҫып инеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хәлид ибн әл-Вәлидтең Месопотамияны яулап алыуы картаһы

Хыянатсылар менән һуғыштан һуң төньяҡ-көнсығыш Ғәрәбстаны ҡәбиләһе башлығы әл-Мутанна ибн Харис Месопотамияның (хәҙерге Ираҡ) Сәсәниҙәр дәүләтенең сәйәси һәм иҡтисади үҙәге булған бер нисә фарсы ҡалаһына һөжүм итә. Рим-фарсы һуғышы дәүерендә Месопотамиялағы был ҡалалар Вавилония менән бергә Рим империяһы һәм Сәсәниҙәр Ираны араһында «низағ алмаһы» була.[14]. Төньяҡ-көнсығышта Фарсы империяһына һәм төньяҡ-көнбайышта Византия империяһына ҡаршы һуғыш башлау өсөн Әбү Бәкерҙең көсө етерлек була. Уның алдында өс маҡсат тора: Беренсенән, Ғәрәбстан һәм ошо ике бөйөк империя сиктәре буйлап урынлашҡан фарсылар һәм римлеләр араһында буфер булып хеҙмәт иткән күп һанлы күсмә ғәрәп ҡәбиләләре йәшәй. Әбү Бәкер, был ҡәбиләләр ислам динен ҡабул итһә, улар динде таратыуға ярҙам итерҙәр ине, тип фаразлай. Икенсенән, фарсы һәм рим халыҡтары бик ҙур һалымдар түләй; Әбү Бәкер, яһаҡ түләүҙән азат итеп, уларҙы мосолмандарға ярҙам итергә ышандырып булыр, тип уйлай. Ахырҙа, Әбү Бәкер, Ирак менән Сүриәгә һөжүм итеп ислам дәүләтенең сиктәрен хәүефтән ҡотҡарып булыр, тип өмөтләнә[15]. Хәрби походтар барышында табыш мул йыйыла. Әл-Мутанна ибн Харис үҙҙәренең уңышлы походы тураһында Әбү Бәкергә хәбәр итеү өсөн Мәҙинә ҡалаһына юллана. Ул үҙ халҡының баш командующийы итеп тәғәйенләнә, артабан ул Месопотамияға һөжүмдәр ҡыла башлай. Еңел кавалерияның мобиль булыуынан файҙаланып, ул сүллек эргәһендәге теләһә ниндәй ҡалаға инеп, уны талап сыға һәм сәсәниҙәр армияһынан сүллеккә инеп йәшеренә. Әл-Мутанна ибн Харистың ғәскәренең ошондай уңышлы хәрәкәтен күреп, Әбү Бәкер Хаҡ хәлифәттең биләмәләрен киңәйтеү тураһында уйланырға мәжбүр була[16].

Еңеүгә өлгәшеү өсөн Әбү Бәкер Фарсияға баҫып инеү буйынса ике ҡарар ҡабул итә: беренсенән, баҫып ингән армия тулыһынса ирекле яугирҙарҙан торорға тейеш; икенсенән, армияға командалыҡ итеүҙе Хәлид ибн Вәлидкә йөкмәтергә. Әбү Бәкер Хәлиткә Сәсәниҙәр империяһына баҫып инергә бойорған мәлдә Хәлиттең, әл-Ямамда үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән Мусайлима ғәскәрен ҡыйратып, еңеү яулаған мәле була. Халид алдына әл-Хируны баҫып алыу маҡсаты ҡуйыла, Әбү Бәкергә ярҙамға ғәскәр ебәрә һәм төньяҡ-көнсығыш Ғәрәбстанындағы ҡәбиләләр башлыҡтары әл-Мутанна ибн Харис, Маджура ибн Ади, Хармала һәм Сульмаға Хәлит командалығында ғына һуғышырға бойора. 633 йыл мартының өсөнсө аҙнаһы тирәһендә Хәлит әл-Ямамдан 10 000 кешелек армия менән юлға сыға[16]. Уның ғәскәренә һәр береһе 2000 яугир менән ҡәбиләләр башлыҡтары килеп ҡушыла. Шулай итеп Хәлиттең ғәскәре 18 000 кешегә тиклем барып етә.

Хәлит, Месопотамияға ингәс, бер-бер артлы дүрт алышта еңеү яулай: апрелдә Ғәрәп хәлифәте һәм Сәсәниҙәр дәүләте араһындағы һуғышта; апрелдең өсөнсө аҙнаһында йылға буйындағы алышта; киләһе айҙа әл-Вәләдж янындағы алыштаһәм май уртаһында Уллайс янындағы алышта. Эске проблемалары менән башы ҡатҡан фарсы һарайы хаоста була. Май айының һуңғы аҙнаһында Хира ҡалаһы мосолмандар ҡулына күсә. Үҙенең армияһынан киткәс, Хәлит июнь айында әл-Анбар ҡалаһын ҡамауға ала, июлдә ҡала Хәлит ҡулына бирелә. Артабан Хәлит көньяҡҡа табан юллана һәм июлдең һуңғы аҙнаһында Айн Тамр ҡалаһын яулай.

Хәлит төньяҡ Ғәрәбстандан ярҙам һоралған саҡырыу ала, унда икенсе ғәрәп хәрби ғәскәре етәксеһе Ияд ибн Ганм бола күтәргән ҡәбиләләр ҡамауында ҡалған була. Хәлид ғәскәре менән шунда йүнәлә һәм августың һуңғы аҙнаһында Дәүмәт әл-Джандал янындағы алышта баш күтәреүселәрҙе еңә. Ғәрәбстанға ҡайтҡас, ул ҙур фарсы ғәскәренең тупланыуы тураһында хәбәр ала. Берләшкән фарсы ғәскәренән ҡыйратылмаҫ өсөн ул дошман ғәскәрен бер нисә өлөшкә бүлеп һуғышырға ҡарар итә. Фарсыларҙың һәм христиан ғәрәптәрҙең 4 ярҙамсы хәрби бүлексәһе Ханафиз, Зумаил, Санийе һәм Музияла урынлашҡан була. Хәлит үҙенең армияһын өс өлөшкә бүлә һәм төнөн өс яҡтан ойошҡан рәүештә һөжүм итә: Музайяха янындағы алышта, артабан Санийе янындағы алышта һәм, ниһәйәт, Зумаиль янындағы алышта. Был еңеүҙәрҙән һуң Месопотамия тулыһынса ғәрәптәр ҡулына күсә, өҫтәүенә фарсыларҙың баш ҡалаһы Ктесифон да хәүеф аҫтында ҡала. Әммә Хәлит Ктесифонға һөжүм итеүҙән алда көньяҡтағы һәм көнбайыштағы фарсы ғәскәрен ҡыйратыу маҡсатын ҡуя. Шуға ярашлы, ул сик буйы ҡалаһы Фиразға баҫып инә һәм фарсылар, византиялар һәм христиан-ғәрәптәрҙең берләшкән көстәрен ҡыйрата. Был уның Месопотамияны яулауҙа һуңғы алышы була. Артабан Хәлит Кадисийға һөжүм итергә йыйына, сөнки был ҡала рим Ктесифонына барған юлдағы иң мөһим форт. Әммә Әбү Бәкер уға Сүриәләге рим фронтына китергә һәм унда командованиены үҙ ҡулына алырға бойора[17]. Фарсыларҙың Византия менән һуғыштарҙа йонсоған сағына тура килә был. Шуға ҡарамаҫтан, Сәсәниҙәр империяһы һаман да Кесе Азиянан алып Һиндостанға тиклемге ерҙәрҙе биләгән ғәйәт ҙур держава булып ҡала. Хәлитте Византия фронтына ебәргәндән һуң, сәсәниҙәрҙең бер туҡтауһыҙ һөжүме арҡаһында, мосолмандар Левантела үҙ биләмәләрен юғалта.

Икенсе тапҡыр баҫып инеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү Бәкерҙең васыятына ярашлы Үмәр Сүриә һәм Месопотамияны яулауҙы дауам итергә тейеш була. Дәүләттең төньяҡ-көнсығыш сиктәрендә, Месопотамияла хәл тиҙ арала насарая. Мосолман армияһы яуланған райондарҙы ҡалтырып, сик буйында тупларнырға мәжбүр була. Месопотамиялағы Харис ибн Мутаннаға ярҙам итеү өсөн Үмәр кисекмәҫтән ғәскәр ебәрә[1]. Был ваҡытта Савадта фарсылар һәм ғәрәптәр араһында һуғыш була, һәм ғәрәптәр был төбәктә нығынып ҡала[18]. Һуңынан фарсылар күперҙәге алышта Әб- Убәйдты еңә. Шуға ҡарамаҫтанМутанна ибн Харис Бувайбела еңеп сыға. 635 йылда Йәздәгирд Өсөнсө император Ираклий менән союз төҙөй һәм шул союзды нығытыу маҡсатында уның ҡыҙына (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның ейәнсәренә) өйләнә. Шул уҡ ваҡытта Ираклий Леванте кампанияһына әҙерләнгәндә фарсы батшаһы, ғәйәт ҙур армия йыйып һәм уны ике фронтҡа бүлеп, ныҡлап уйланылған һөжүмдәр серияһы ярҙамында мосолмандарҙы Месопотоманиянан бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарырға ниәтләй.

Кадисий янындағы алыш урыны: мосолман армияһы (ҡыҙыл төҫтә) һәм сәсәниҙәр ғәскәре (зәңгәр төҫтә)

Үмәр үҙенең армияһына ғәрәп сигенә сигенеүҙе бойора һәм Месопотамияға ҡаршы тағы бер һуғыш кампанияһы асыу өсөн Мәҙинәлә ғәскәр туплай башлай. Хәл бик киҫкен торғанға күрә, Үмәр армияғы үҙе командалыҡ итергә теләй, әммә ғәрәп аҡһаҡалдары раҫлауынса, ике фронтта һуғыш алып барыу Үмәрҙең Мәҙинәлә булыуын талап итә. Шуға ярашлы Үмәр бик ныҡ хөрмәт ителгән һәм тәжрибәле хәрби офицер Саад ибн Әбү Ваккасты командующий итеп тәғәйенләй (Саад радикулитсиренән яфаланһа ла)[19]. Саад армияһы менән Мәҙинә ҡалаһынан 636 йылдың май айында сығып китә һәм июндә Кадисийға барып инә.

636 йылдың майында Ираклий һөжүм башлаған мәлдә Йәздәгирд византияларға ярҙам күрһәтеү өсөн үҙ армияһын туплап өлгөрмәй. Үмәр, уларҙың союзы тураһында белә һәм был уңышһыҙлыҡты үҙ мәнфәғәтендә файҙалана: бер үк ваҡытта ике бөйөк держава менән һуғыш башларға теләмәйенсә, ул тиҙ арала мосолман армияһын көсәйтеү өсөн үҙ армияһын Ярмукҡа табан йүнәлтә. маҡсаты — византиялар менән һуғышып, уларҙы еңеү. Шул уҡ ваҡытта Үмәр Саадҡа Йәздәгирд Өсөнсө менән бәйләнешкә инергә һәм уны исламды ислам дине ҡабул итергә өгөтләргә бойора. Ираклий үҙенең генералы Ваганға, аныҡ ҡына бойороҡтар алмай тороп, мосолмандар менән алышҡа инмәҫкә бойора. Әммә мосолмандарға ярҙамға ғәскәр ебәреүҙән хәүефләнеп, генерал Ваган 636 йылдың авгусында Ярмук янындағы алышты башлай, һәм уның ғәскәре ғәрәптәр тарафынан тар-мар ителә[20].

Византия ҡурҡыныс янауҙан туҡтай, әммә Сәсәниҙәр империяһы элеккесә ғәйәт ҙур кеше ресурстарына эйә булған ҙур көс булып тора, һәм ғәрәптәр бөтә империяның төрлө тарафтарынан йыйылған, хәрби филдәр һәм тәжрибәле командирҙар менән тәьмин ителгән фарсы армияһы менән һуғыша башлай. Шуға ҡарамаҫтан, өс ай дауамында Саад Кадисий янындағы алышта фарсы армияһын ҡыйрата, шулай итеп, Сәсәниҙәрҙең Фарсияның көнбайышында хакимлыҡ итеүе юҡҡа сығарыла[21]. Был еңеү исламдың үҫешендә боролошло мәл була, төбәк Антик осорҙан Иртә Урта быуатҡа күсә башлай. Фарсыларҙы күпселек өлөшө еңелә, Саад Вавилон (Вавилон янындағы алышта (636)), Куту, Сабах һәм Бахурасирҙы яулап ала. Сәсәниҙәр империяһының баш ҡалаһы Ктесифон 637 йылдың март айында өс ай ҡамауҙа торғандан һуң мосолман ғәрәптәр ҡулына күсә.

Месопотамияны яулау (636—638)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарсы менән Ктесифон араһындағы бәйләнеште өҙөү маҡсатында Үмәр 636 йылдың декабрь айында Утба ибн Ғазванға әл-Убуллды (булараҡ билдәле «порту Апологос») һәм Басраны баҫып алыу өсөн көньяҡҡа китергә бойора. Утба 637 йылдың апрелендә билдәләнгән урынға барып етә һәм төбәкте баҫып ала. Фарсылар Майсан өлкәһенә сигенә, һуңыраҡ был өлкә лә мосолман ғәрәптәр ҡулында ҡала[22].

Ктесифон яулап алынғандан һуң Цирцесий һәм Хитты, Византия сигендәге форттарҙы баҫып алыу өсөн бер нисә отряд кисекмәҫтән көнбайышҡа ебәрелә. Фарсыларҙың бер нисә армияһы һаман да Ктесифондың төньяҡ-көнсығышында Джалаулда һәм Тигр йылғаһынан төньяҡҡа табан Тикрит һәм Мосулда хәрби хәрәкәттә була.

Ктесифонды ҡалдырып киткәндән һуң фарсы армияһы Джалаулда йыйыла. Сөнки Месопотамия, Хорасан һәм Әзербайжанға алып барыусы стратегик әһәмиәттәге маршруттар тап ошо ҡала аша үтә. Джалаулда фарсы ғәскәренә Миһран командалыҡ итә. Касидий янындағы алышта фарсы ғәскәрҙәренә командалыҡ иткән Рөстәидең ҡустыһы Фәррухзад уның урынбаҫары була. Тикрит һәм Мосулға ҡаршы ниндәй ҙә булһа тәүәккәл аҙым яһарҙан алда Үмәр төньяҡҡа табан юлды таҙартыу өсөн Джалаулды үҙ ҡулына алырға ҡарар итә. Үмәр Хашим ибн Утбаны Джалаулды баҫып алыу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләйн, ә Абдулла ибн Мутаамды Тикрит һәм Мосулды яуларға ебәрә. 637 йылдың апрелендә Хашим Джалаул янындағы алышта фарсыларҙы еңеү өсөн Ктесифондан 12 000 һалдатты килтерә. Шунан һуң, ете ай буйына Джалаулды ҡамауҙа тотоп, маҡсатына өлгәшә.Тикрит ҡалаһына ҡаршы Абдулла ибн Мутаам һуғыш башлай һәм христиандар ярҙамында аяуһыҙ ҡаршылыҡты еңә. Артабан Мосулға йүнәлә, был ҡала жизйә түләү шарты менән мосолдар яғына күсә. Джалаулды еңеп, Тикрит-Мосул төбәген оккупациялағандан һуң бөтә Месопотамия мосолмандар контроле аҫтында була.

Шунан һуң Каак командалыҡ иткән мосолман көстәре Иранға барған юлда Джалаулынан 25 километрҙа Ханикенда сигенеп барған фарсыларҙы ҡыуып алға ынтыла. Ханикен янындағы алышта Каак ғәскәре фарсыларҙы еңә һәм ҡаланы баҫып ала. Фарсылар Хулванға ҡаса. Каак ғәскәре был ҡаланы ҡамап ала һәм 638 йылдың ғинуарында үҙ ҡулына алыуға өлгәшә. Каак Фарсияға артабан һөжүмен дауам итеүҙе һорай, әммә Үмәр ризалашмай.


«Мин Сувад менән фарсы убалары араһында фарсыларҙың беҙҙең яҡҡа үтмәүенә һәм беҙҙең уларҙың яғына үтмәүебеҙгә кәртә булырлыҡ диуар булыуын теләр инем, — тип яҙа Үмәр. — Сөнки беҙгә уңдырышлы Сувад ере лә етә; һуғышҡа ҡарағанда мосолмандар өсөн тыныслыҡ булыуҙы өҫтөнөрәк күрәм».

Фарсыларҙың Месопотамияға баҫҡынсылығы (638—641)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

638 йылдың февраленә фарсы фронтында тынлыҡ урышлаша. Сувад, Тигр һәм Евфрат үҙәндәре тулыһынса мосолмандар контроле аҫтында ҡала. Фарсылар Фарсияға, Загрос тауҙарынан көнсығышҡа табан китә. Әммә улар төбәктәге яңы статус-кво менән килешә алмайынса бер нисә тапҡыр мосолмандар яулаған Месопотамияны кире ҡайтарырға тырышып ҡарай. 638 йылдың икенсе яртыһында Фарсияның ете бөйөк юлбашсыһының береһе һәм Кадисий янындағы алышта командир булған Ормузан Месопотамияға һөжүмдәрен көсәйтә. Үмәрҙең күрһәтмәһе буйынса Саад Ормузанға һөжүм итә, ә Утба ибн Ғазван уны тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр итә, килешеүгә ярашлы Ахваз вассал мосолман дәүләте булараҡ Ормузан ҡарамағында ҡала. Әммә һуңыраҡ Ормузан килешеүҙе боҙа, Үмәр Ормузанды урынына ултыртыр өсөн Басра губернаторы Әбү Муса Ашаарины Ахвазға ебәрә. Сираттағы еңелеүҙән һуң Ормузан шул уҡ килешеү шарттары менән тағыла бер килешеүгә ҡул ҡуя. 640 йылдың аҙағында Йәздәгирд III ебәргән фарсы ғәскәрҙәре ярҙамы менән Ормузан көсләнеп ала һәм һуңғы килешеүҙе лә өҙә. Мосолмандар Ахваздың төньяғында Тастерҙа ғәскәр туплай. Үмәр фарсыларға ҡаршы Куфа губернаторы Аммар ибн Ясир һәм Бусра губернаторы Әбү Муса менән Нуман ибн Мукаринды ебәрә, Ормузан еңелә һәм, әсирлеккә алынып, Мәҙинәгә Үмәр янына ебәрелә. Күрәһең, Ормузан, ислам динен ҡабул итеп, фарсы кампанияһы дауамында Үмәрҙең кәңәшсеһе булып ҡала. Әммә 644 йылда Үмәрҙе үлтереүҙә уның роле ҙур булған, тип иҫәпләнелә.

Тустарҙа еңгәндән һуң Әбү Муса 641 йылдың ғинуарында ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған Сузға ҡаршы сығыш яһай, бер нисә ай ҡамауҙа тотҡандан һуң ҡаланы үҙ ҡулына ала. Артабан Әбү Муса фарсы провинцияһы Хузистанда хәрби әһәмиәткә эйә булған Джунде-Сабур ҡалаһына ҡаршы сығыш яһай, бер нисә аҙна дауамында ҡамалып торғандан һуң ҡала морсолмандарға баш һала[23].

Нехавенд янындағы алыш (642)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хузистанды баҫып алғандан һуң Үмәр тыныс ҡына йәшәргә теләй. Көстәре кәмеүгә ҡарамаҫтан, Фарсы империяһының ғәйәт көслө держава образы ғәрәптәр уйында һаман һаҡлана, шуға ла Үмәр улар менән кәрәкмәгән хәрби низағҡа инергә тырышмай, фарсыларҙы онотоп торорға ҡарар итә: «Беҙҙең һәм ирандар араһында беҙҙе лә, уларҙы ла бер яҡҡа ла үткәрмәй тотҡан утлы тау булыуын теләр инем», ти ул[24]. Әммә ғәрәптәрҙең уларҙы еңеүе фарсыларҙың йәненә тейә, кво статусы менән улар килешергә теләмәй[25]

Сәсәсниҙәрҙең хәрби шлемы

Йәздәгирд III 637 йылда Джалул янындағы алышта фарсылар еңелгәндән һуң Рейға, ә унан Мервҡа юллана. Был урында ул яңы баш ҡалаға нигеҙ һала һәм Месопотамияға өҙлөкһөҙ һөжүм итеп тороу өсөн үҙенең генералдарын ебәрә. 4 йылдан һуң мосолмандарҙан Месопотамияны тартып алыу өсөн Йәздәгирд III үҙен ярайһы уҡ көслө итеп тоя башлай. Фарсияның төрлө тарафынан яуҙарҙа сыныҡҡан ветерандарҙы һәм үҙ теләктәре менән мосолмандар менән һуғышырға теләгән 100 000 кешене йыйып Мәрҙән-шах командалыҡ иткән ғәскәр төҙөй һәм уны Хәлифәлекте еңеү өсөн Нехавендҡа һуғышырға ебәрә.

Куффа губернаторы Аммар ибн Ясир фарсыларҙың көс туплауы тураһында хәбәр ала һәм үҙ ғәскәрен Нехавендта туплай, был турала Үмәргә лә хәбәр итә. Үмәр көнсығышта Месопотамия менән сиктәш булырға теләһә лә, фарсы ғәркәренең Нехавендта тупланыуын белгәс, яуға күтәрелергә тейешлекте аңлай[26]. Хәҙер инде ул, Фарсия сәсәниҙәр ҡулында булғанда Месопотамияға һәр саҡ һөжүм итеү дауам итәсәген дә аңлай. Куфта Худейф ибн әл-Яман ғәскәр командующийы итеп тәғәйенләнә, һәм уға Нехавендҡа һөжүм итеү бойорола. Әбү Муса Нехавенд тарафына Басра яғынан, ә Нуман ибн Мукаррин Ктесифон яғынан һөжүм итергә тейеш була. Үмәр Нехавендҡа дөйөм командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә алыу маҡсатында Мәҙинәлә тупланған ғәскәрҙе алып юлланырға ҡарар итә. Әммә аҡһаҡалдар Үмәргә ғәскәр менән Мәҙинәлә тороп командалыҡ итеүҙе, ә Нехавендта ғәскәр башлығы итеп һуғыш эшен яҡшы белгән ялан командирын тәғәйенләүҙе тәҡдим итә. Үмәр был тәҡдим менән ризалаша, Мугира ибн Шубуны Мәҙинәлә тупланған ғәскәрҙең башлығы итеп тәғәйенләй, ә Нуман ибн Мукарринды Нехавендтағы көстәрҙең командующийы итеп ҡуя. Мосолман ғәскәре тәүҙә Тазарҙа берләшә, һуңынан 642 йылдың декабрендә Нехавенд янындағы алышта фарсыларҙы тар-мар итә. Нуман һуғышында һәләк була, һәм, Үмәр күрһәтмәһенә ярашлы, Худейф ибн әл-Яман яңы баш командующий булып китә. Ошо алыштан һуң мосолмандар Хәмәдан районын тулыһынса биләй[24].

Фарсияны яулау (642—651)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә йылдан һуң Үмәр хәлифә яңы һөжүм итеү сәйәсәтен ҡабул итә:[27] Сәсәниҙәр империяһынан ҡалған ҙур булмаған төбәкте яулап алырға теләй. Нехавендтағы алыш ислм тарихында хәл иткес алыштарҙың береһе[28] һәм Фарсияның тулыһынса яулап алыу өсөн асҡыс ролен үтәй. Сәсәниҙәрҙең һуңғы батшаһы Йәздәгирд III еңелгәндән һуң Фарсиның төрлө тарафынан ғәскәр йыйырға тырышып ҡарай.

Фарсылар Нехавендта еңелгәндән һуң Үмәр психологик өҫтөнлөккә эйә булған сағында уларға тиҙ арала һөжүм итергә ҡарар итә. Үмәр иң беренсе сиратта өс провинцияның ҡайһынынан башлауҙы ла хәл итергә тейеш була: көньяҡтағыФарсҡамы, төньяҡтағы Әзербайжанғамы, йәки үҙәктәге Исфаханғамы. Үмәр фарсы империяһының йөрәге булған һәм сәсәниҙәр гарнизондары араһында тәьминәт каналыр һәм бәйләнеште булдырған Исфаханды һайлай. Уны яулап алһа, Фарс менән Әзербайжанды Йәздәгирдтың төп таянысы булған Хорасандан айырыр ине. Фарс менән Исфаханды баҫып алғандан һуң төньяҡ-көнбайыштағы провинция Әзербайжан һәм Фарсы империяһының иң көнсығышындағы провинцияһы Систанға ойошҡан рәүештә һөжүм итеү планлаштырыла[28]. Был провинцияларҙы яулап алыу Хорасанды империяның башҡа өлөштәренән айырып уны хәлһеҙләндерер ине.

Был һуғышҡа әҙерлек 642 йылдың ғинуарына тамамлана. Уңыш Үмәрҙең Фарсиянан яҡынса 1500 километр алыҫлыҡта ятҡан Мәҙинә ҡалаһынан һөжүмде йоғонтоло итеп ойоштора алыуына һәм ялан командирҙарының оҫталығына бәйле була. Үмәр командалыҡ итеү стилен үҙгәртә. Хәрби кампанияны үткәреү өсөн бер ялан командирын тәғәйенләү урынына ул бер нисә ялан командирын тәғәйенләй, уларҙың һәр береһенең үҙ мисиияһы бар. Командирҙың миссияһы тамамланыу менән ул, ябай һалдат булып, икенсе ялан командирына буйһона. Был стратегияның маҡсаты командирҙарға һалдаттарға яҡынайыу, һуғыш тамамланғандан һуң һәр бер командир үҙенең элекке хәленә ҡайта.

Һуғыш башланыр алдынан Үмәр, хәрбиҙәрҙең рухын күтәреү маҡсатында дүрт йыл элек вазифаһынан бушатылған Хәлит ибн әл-Вәлидте ҡайтанан ялан командиры итеп ҡуйырға ҡарар итә[28]. Көнсығыш-рим провинцияларын яулап алыусы булараҡ танылған Хәлиттең репутацияһы фарсы командирҙарының рухын һындыра, сөнки уларҙың күбеһе 633 йылда Месопотамияны яулау ваҡытында унан еңелә. Әммә Үмәр ҡабат тәғәйенләү тураһындағы бойороҡ сығарып өлгөрмәй, Хәлит Эместә вафат була.

Ду-Унташтағы Зиккурат, Хузистан

Хәлит вафатынан һуң Үмәр Абдулла ибн Усманды Исфаханға баҫып инергә тейешле мосолман көстәренең командующийы итеп тәғәйенләй. Нуман ибн Муккарин Нехавендтан Хамаданға табан юллана, артабан Исфахан ҡалаһына көньяҡ-көнсығышҡа табан 370 саҡрым юл үтә, унда сәсәниҙәр ғәскәрен тар-мар итә. Шул һуғыш барышында дошман ғәскәре командующийы Шахрвараз Джадхуйх сәсәниҙәрҙең генералы менән бергә һәләк була[29]. Басранан һәм Куфтан Әбү Муса Әшәәри һәм Әхнәф ибн Ҡайса етәкселегендәге яңы ғәскәри көс килгәндән һуң Нуман ҡаланы ҡамауға ала[30]. Бер нисә ай буйы ҡамауҙа булғандан һуң ҡала Нуманға баш һала.

651 йылда Нумандың ағаһы Нуайм ибн Муккарин төньяҡ-көнсығышҡа Хамадандан яҡынса 320 километрҙағы Рейҙы яулап алыу өсөн юллана һәм ҡаланы ҡамауға ала, аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң ҡала бирелә. Артабан Нуайм, төньяҡ-көнсығышҡа табан 240 километр юл үтеп, әллә ниҡаршылыҡ күрһәтмәгән Кум ҡалаһын ала. Төньяҡ-көнсығышта Хорасан, ә көньяҡ-көнсығышта Систан ята. Шул уҡ ваҡытта Рей менән Хамадан баш күтәрә. Үмәр Нуаймды ихтилал баҫтырыу һәм Исфахандың көнбайыш сиген дошмандан таҙартыу өсөн ебәрә. Нуайм ҡан ҡойғос алыштарҙан һуң Хамаданды кире ҡайтара, ә һуңынан Рейға юллана. Унда ла фарсылар ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә ҡәлғә нән ситтә еңелә, ҡаланы мосолмандар баҫып ала[31]. Нуайм Рейҙан төньяҡҡа Тәбәристанға, Каспий диңгеҙенән көньяҡҡа табан юлын дауам итә[31]. Тәбәристан хакимы Хәлифәт менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй.

639 йылда мосолмандарҙың Фарсҡа баҫып инеүе башлана, Бахрейн губернаторы әл-Ала ибн әл-Хадрами, бола күтәргән ҡайһы бер ғәрәп ҡәбиләләрен еңә, Фарсы ҡултығындағы бер утрауҙарҙы баҫып ала. Әл-Алаға һәм башҡа ғәрәптәргә Фарсҡа инмәҫкә тип бойоролһа ла, ул үҙенең кешеләре менән провинцияға бер туҡтауһыҙ һөжүмен дауам итә. Әл-Ала тиҙ арала армияһын әҙерләй, уны өс төркөмгә бүлә: береһенә әл-Джаруда ибн Муалла, икенсеһенә әл-Саввар ибн Хаммам, өсөнсөһөнә Хулайд ибн әл-Мундир ибн Сава етәкселек итә.

Беренсе армия Фарсҡа барып ингәс тә тиҙ арала ҡыйратыла, ә Әл-Джаруд үлтерелә. Тиҙҙән икенсе армия менән шул уҡ хәл ҡабатлана. Әммә өсөнсө армияға бәхет йылмая: Хулайд фарсыларҙан ҡотолоп ҡала, ләкин сәсәниҙәр уға диңгеҙгә табан юлын быуыу сәбәпле, Бахрейнға табан китә алмай. Үмәр, әл-Аланың Фарсҡа һөжүме тураһында белеп, уны губернаторлыҡ посынан алып ташлай һәм был вазифаға Саад ибн Әбү Ваккасты ҡуя. Шунан һуң Үмәр Утба ибн Ғазванға Хулайдҡа ярҙам ебәреүҙе йөкмәтә. Ярҙам алыу менән Хулайд һәм байтаҡ кеше Бахрейнға китеү мөмкинлеген ала, ә ҡалғандары Басраға сигенә.

643 йылда Усман ибн Әбү әл-Әс Бишапурҙы баҫып ала, һәм солох килешеүенә ҡул ҡуйыла. 644 йылда әл-Ала ҡайтанан Бахрейндан фарсыларға һөжүм итә, Эстахрға еткәс, фарсы хакимы булған (марзбан) Фарс Шахрах тарафынан уның һөжүме кире ҡағыла. Күпмелер ваҡыт үткәс Усман ибн Әбү әл-Асу Тауваджда хәрби базаға нигеҙ һалыуға өлгөшө, оҙаҡлаймай ул Ревшахр янында еңә һәм Шахрахты үлтерә. Артабан Умман ибн Әбү әл-Ас яңы ғына ислам диненә күскән фарсы кешеһе Ормоз ибн Хайян әл-Әбдиҙе Фарс ярҙарындағы Сенеж ҡәлғәһен баҫып алырға ебәрә. Усман ибн Ғаффан тәхеткә ултырғас та Бишапурҙа йәшәүселәр Шахрахтың ҡустыһы етәкселегендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, ләкин улар еңелеүгә дусар була.еп бишапур шахрах тәхетен ағаһы етәкселеге аҫтында йәшәй, ләкин еңелде.

648 йылда Абдуллаһ ибн әл-Ашари Эстахр хакимы Махактың ҡаланы мосолмандарға тапшырыуын мәжбүр итә. Әммә һуңғараҡ ҡала халҡы 649/650 йылдарҙа ихтилалға күтәрелә. Эстахрҙың хәрби губернаторы Убайдаллах ибн Мамар еңелә һәм үлтерелә. 650/651 йылдарҙа Йәздәгирд ғәрәптәргә ҡаршы тороуҙы ойоштору маҡсатында Гор ҡалаһына юллана. Әммә Эстахр әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтмәй, һәм тиҙҙән ҡаланы ғәрәптәр баҫып ала. Был һуғышта ҡәлғәне яҡлпаусы 40 мең кеше үлтерелә. Һуңынан ғәрәптәр тиҙ арала Гор, Сираф һәм Казерун ҡәлғәләрен ала, ә Йәздәгирд Керманға ҡаса.

Сухайл ибн Адиҙың Керманға экспедицияһы Систандың Әзербайжанға экспедицияһы менән бер үк ваҡытта башлана. Сухайл Басра ҡалаһынан 643 йылда сыға; Шираз һәм Персеполис аша үтеп, ул башҡа армияларға ҡушыла һәм Керманға юл тота, хәл иткес алыштан һуң Керман яулана.

Сәсәниҙәр заманында Сакастан картаһы

650 йылда Абдуллаһ ибн Әмир, Керманда нығынып, Муджаси ибн Масуд етәкселегендә армияһын Сакастанға ебәрә. Дәште-Лут сүллеге аша үтеп, Муджаси ибн Масуд Сакастанға барып етә, әммә еңелә һәм сигенергә мәжбүр була.[32].

Бер йылдан һуң Абдуллаһ ибн Әмир Сакастанға Рәби ибн Зияд Харити етәкселегендәге армияһын ебәрә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Рәби сик буйында урынлашҡан Залик ҡалаһына барып етә һәм ҡаланы ғәрәптәргә буйһондора. Һуңынан ул шКаркуя ҡәлғәһен ала[33]. Артабан Рәби Зарандж провинцияһының баш ҡалаһын ҡамауға ала, ауыр алыштарҙан һуң ҡала губернаторы Апарвиз ғәрәптәргә баш һала. Әммә Сакастан халҡын ғәрәптәрҙән ҡотҡарыу өсөн ул, 1 млн.дирһәм[33] яһаҡ түләргә ризалашып, солох килешеүе төҙөй [34]. Рәби ибн Зияд провинция губернаторы итеп тәғәйенләнә[35].

18 айҙан һуң Рәби Басраға саҡыртып алына, уның урынына Әбд әл-Рахман ибн Самур ебәрелә. Сакастан халҡы, был мөмкинлекте файҙаланып баш күтәрә, һәм Зарандждағы мосолман гарнизонын ҡыйрата. Әбд әл-Рахман Самур Сакастанға килеп еткәс, ул ихтилалды аяуһыҙ рәүештә баҫтыра һәм Забулистандың бер нисә ҡалаһын баҫып ала[33][35].

Сәсәниҙәрҙең Дербент ҡәлғәһе

Иран Әзербайжанын яулау 651 йылда башлана[36]. Худәйф ибн әл-Яман үҙәк Фарсиялағы Рейҙан фарсыларҙың төньяҡтағы яҡшы итеп нығытылған Зенджан ҡәлғәһенә тиклемге юлды үтә. Худәйф был ҡаланы баҫып ала[37], шулай уҡ Әрдәбилде лә яулауға өлгәшә. Шунан һуң Каспий диңгеҙенең көнбайыш ярҙары буйлап төньяҡҡа табан хәрәкәт итә һәм Баб әл-Абваб[38] ҡәлғәһен ала. Шул мәлдә Худәйфты Усман саҡырып ала, уның урынына Бухайыр ибн Абдулла һәм Утба ибен Фәрхәт тәғәйенләнә. Уларҙы Әзербайжанға ике яҡлап һөжүм итеү өсөн ебәрәләр: Бохайыр Каспий диңгеҙенең көнбайыш ярҙары булап хәрәкәт итә, Утба Әзербайжандың үҙәгенә йүнәлә. Төньяҡҡа табан хәрәкәт иткәндә Бохайырҙы Фәррухзаданың улы Исфәндиәр командалыҡ иткән ҙур фарсы ғәскәре туҡтата. Ҡан ҡойғос һуғыш барышында Исфәндиәр еңелә һәм әсилеккә төшә. Үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн Исфәндиәр үҙенең Әзербайжандағы ерҙәрен бирергә һәм башҡаларҙы ла мосолмандарға буйһонорға өгөтләйәсәге хаҡында белдерә. Артабан Утба ибн Фәрхәд Исфәндиәрҙең ҡустыһы Бахрамды еңә. Һөҙөмтәлә бөтә Әзербайжан хәлифкә буйһона һәм яһаҡ түләргә ризалаша.


Әзербайжандан төньяҡта ятҡан фарсы Әрмәнстаны, Хөрәсәнменән бергә фарсылар ҡулында ҡала. Үмәр тағы ла Фарсы империяһының алыҫ төньяҡ-көнсығышына һәм төньяҡ-көнбайығышына бер юлы ике экспедиция ебәрә, тағы ла бер экспедицияны 643 йылда Хөрәсәнгә, икенсеһен Әрмәнстанға йүнәлтә. Күптән тугел генә Әзербайжанды яулаған Бохайыр ибн Абдуллаға Тифлисты баҫып алырға бойора. Каспий диңгеҙенең көнбайыш яр буйында урынлашҡан Бабтан Бохайыр төньяҡҡа табан юллана. Үмәр үҙенең уңыш килтерә торған ғәҙәти төрлө яҡҡа һөжүм итеү стратегияһын ҡуллана. Тифлистан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта торған Бохайырға Үмәр армияһын өс корпусҡа бүлергә бойора: корпустарҙың береһе Тифлисты ала, икенсеһе тауҙар аша тәньяҡҡа юллана, өсөнсөһө көньяҡ йүнәлешендә хәрәкәт итә. Өс корпустың да Әрмәнстанға уңышлы инеүе 644 йылда Үмәрҙең үлеме менән тамамлана. Был ваҡытҡа Көньяҡ Кавказ тулыһынса тип әйтерлек мосолмандар ҡулында була[39].

Мосолмандарҙың Фарсияны баҫып алыу картаһында Хөрәсән

Төпкөлдә урынлашҡан Хөрәсән һаман да фарсылар ҡулында була. 651 йылда Хөрәсәнде яулап алыу Әхнәф ибн Кайсаға йөкмәтелә[38]. Әхнәф, Куфты үтеп, Рей һәм Нишапур аша ҡыҫҡа юлдан китә. Был мәлгә Куф мосолмандар ҡулында була, ә Нишапур ҡаршылыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә мосолмандар яғына сыға. Әхнәф Нишапурҙан Афғанстандың көнбайышындағы Гератҡа табан хәрәкәт итә. Нығытмалары көслө булған Герат бер нисә ай ҡамауҙаға тотола, ә был ваҡытҡа Хөрәсәндең көньяғы тотошо менән мосолмандар ҡулына күсә. Артабан Әхнәф туранан-тура төньяҡҡа хәҙерге Төркмәнстандағы Мервағатабан хәрәкәт итә[40]. Мерв —Хөрәсәндең баш ҡалаһы, һәм Йәздәгирд Өсөнсөнөң хан һарайы ла ошонда була. Мосолмандарҙың һөжүме тураһындағы хәбәрҙе алғас, Йәздәгирд III Балхҡа ҡаса. Мервта бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтелмәй, һәм мосолмандар һуғышһыҙ Хөрәсәнде биләй. Был ваҡытҡа Йәздәгирд III Балхта ҙур ғына ғәскәр туплай һәм Фирғнәнең төрки ханы менән союзға инә. Үмәр Әхнәфкә был союзды тарҡатыуҙы бойора. Фирғәнә ханы, мосолмандар менән һуғыш уның үҙенең короллегенә ҡурҡыныс янаясағын асоюздан сыға һәи Фирғәнәгә кире сигенә. Йәздәгирд армияһының ҡалған өлөшө Окс йылғаһы буйындағы алышта еңелә Окс аша Трансоксианға сигенә. Йәздәгирд үҙеҠытайға ҡаса. Балхты мосолмандар баҫып ала, һәм ҡасандыр ҡеүәтле булған Сәсәниҙәр империяһы йәшәүҙән туҡтай. Мосолмандарҙың Фарсияның иң алыҫ сигенә үк барып етә. Артабан төркиҙәр ере, артабан инде Ҡытай иле ята. Әхнәф Мервҡа ҡайта һәм үҙенең уңыштары хаҡында ентекле рәүештә яҙып ебәрә һәм Окс аша сығып Трансоксианға һөжүм итеүгә рөхсәт һорай. Әммә Үмәр уның сигенергә бойора һәм Окстан көньяҡ ерҙәрҙә үҙ власын нығытыуҙы талап итә.

Ҡайһы бер Иран тарихсылары, ғәрәп сығанаҡтарға һылтанып, Фарсияның яулап алыныуын икенсе төрлө һүрәтләй — урындағы халыҡтың ғәрәптәргә ҡаршы аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүе тураһында яҙа[41]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ислам дине VII быуаттың икенсе яртыһында Фарсияла өҫтөнлөклө дингә әүерелә (әммә зороастризм тулыһынса бөтмәй ҡала), төбәк халҡының күпселеген тәшкил иткән ерле халыҡ ғәрәп мәҙәниәтенә нәфрәт менән ҡарауын дауам итә.

Ғәрәптәр ил биләмәләренең күпселек өлөшөндә үҙҙәренең власын ныҡлап урынлаштырһа ла, күп кенә ҡалалар ихтилалдарға күтәрелә, ғәрәп губернаторҙарын үлтерә йәки ғәрәп гарнизондарына һөжүм итә. Ахырҙа, хәрбиҙәр фетнәне баҫтыра, һәм ислам контроле урынлаштырыла. Зороастризм яҙмалары яндырыла, күп кенә дин әһелдәре язалана[42]. Шуға ҡарамаҫтан, фарсылар үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡала. Урта быуат аҙағында ислам дине өҫтөнлөклө дингә әүерелә[43][44].

Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулап алыу эҙемтәһе булараҡ , артабан ислам дине Көнсығышҡа тарала: нәҡ унан ислам Волга Буйы Болғарҙары, уйғырҙар йәшәгән биләмәләргә, аҙаҡ Көньяҡ-көнсығыш Азияның ҡайһы бер илдәренә тарала.

Элекке Сәсәниҙәр империяһының ҡайһы бер көньяҡ өлкәләре баҫып алыусы ғәрәптәргә иң көсөргәнешле ҡаршылыҡ күрһәтә һәм 644 йылдан һуң да бик оҙаҡ ваҡыт дауамында үҙәк властан ғәмәлдә бойондороҡһоҙ.

  1. 1,0 1,1 1,2 The Muslim Conquest of Persia By A.I. Akram. Ch: 1 ISBN 978-0-19-597713-4
  2. Arthur Christensen, L’Iran sous les Sassanides, Copenhagen, 1944 (Christensen 1944).
  3. Parvaneh Pourshariati, Decline and Fall of the Sasanian Empire, (I.B.Tauris, 2009), 3.
  4. Parvaneh Pourshariati, Decline and Fall of the Sasanian Empire: The Sasanian-Parthian Confederacy and the Arab Conquest of Iran, I.B. Tauris, 2008.
  5. 5,0 5,1 Parvaneh Pourshariati, Decline and Fall of the Sasanian Empire: The Sasanian-Parthian Confederacy and the Arab Conquest of Iran, I.B. Tauris, 2008. (p. 4)
  6. Iraq After the Muslim Conquest By Michael G. Morony, pg. 233
  7. SASANIAN DYNASTY. iranicaonline.org.
  8. The Events of the Seventh Year of Migration. Ahlul Bayt Digital Islamic Library Project. Дата обращения: 3 апрель 2007. Архивировано 5 август 2012 года.
  9. Leone Caetani, Annali dell' Islam, vol. 4, p. 74
  10. Leone Caetani, Annali dell’Islam, vol. 2, chapter 1, paragraph 45-46
  11. «Kisra», M. Morony, The Encyclopaedia of Islam, Vol. V, ed.C.E. Bosworth, E.van Donzel, B. Lewis and C. Pellat, (E.J.Brill, 1980), 185.
  12. Рубен Гарсия. Битва при Нехванде: как арабы на острие мечей принесли ислам в Персию. Sputnik (21 май 2019). Дата обращения: 25 ноябрь 2019.
  13. Fred M. Donner, «Muhammad and the Believers: At the Origins of Islam», Harvard University Press, 2010, ISBN 978-0-674-05097-6
  14. Between Memory and Desire. google.nl.
  15. Akbar Shah Najeebabadi, The history of Islam. B0006RTNB4.
  16. 16,0 16,1 Tabari: Vol. 2, p. 554.
  17. Akram, chapters 19-26.
  18. نجاة سليم محاسيس. معجم المعارك التاريخية. — Al Manhal, 2011. — С. 285. — ISBN 9796500011615.
  19. Архивированная копия. Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 11 август 2016 года. 2016 йыл 11 август архивланған.
  20. Serat-i-Hazrat Umar-i-Farooq, by Mohammad Allias Aadil, page no:67
  21. Akram, A.I. 5 // The Muslim Conquest of Persia. — 1975. — ISBN 978-0-19-597713-4.
  22. Al-Tabari (инг.)баш. History of the Prophets and Kings. — С. 590—595.
  23. The Muslim Conquest of Persia By A.I. Akram. Ch: 7 ISBN 978-0-19-597713-4, 9780195977134
  24. 24,0 24,1 Akram, A.I. 8 // The Muslim Conquest of Persia. — 1975. — ISBN 978-0-19-597713-4.
  25. Petersen, Anderew. Dictionary of Islamic Architecture. — С. 120.
  26. Wilcox, Peter. Rome's Enemies 3: Parthians and Sassanids. — Osprey Publishing. — С. 4.
  27. Al Farooq, Umar By Muhammad Husayn Haykal. chapter 18-page 130
  28. 28,0 28,1 28,2 Akram, A.I. 10 // The Muslim Conquest of Persia. — 1975. — ISBN 978-0-19-597713-4.
  29. Pourshariati (2008), p. 247
  30. The Muslim Conquest of Persia By A.I. Akram. Ch:11 ISBN 978-0-19-597713-4,
  31. 31,0 31,1 The History of Al-Tabari: The Challenge to the Empires, Translated by Khalid Yahya Blankinship, Published by SUNY Press, 1993, ISBN 978-0-7914-0852-0
  32. Marshak, Negmatov, 1996, p. 449
  33. 33,0 33,1 33,2 Zarrinkub, 1975, p. 24
  34. Morony, 1986
  35. 35,0 35,1 Marshak, Negmatov, 1996, p. 450
  36. Pourshariati (2008), p. 468
  37. Akram, A.I. 15 // The Muslim Conquest of Persia. — 1975. — ISBN 978-0-19-597713-4.
  38. 38,0 38,1 Muhammad Husayn Haykal (инг.)баш. 19 // Al Farooq, Umar. — С. 130.
  39. The Muslim Conquest of Persia By A.I. Akram. Ch:16 ISBN 978-0-19-597713-4,
  40. The Muslim Conquest of Persia By A.I. Akram. Ch:17 ISBN 978-0-19-597713-4,
  41. Milani A. Lost Wisdom. 2004 ISBN 978-0-934211-90-1 p.15
  42. (Balāḏori, Fotuḥ, p. 421; Biruni, Āṯār, p. 35)
  43. Mohammad Mohammadi Malayeri, Tarikh-i Farhang-i Iran (Iran’s Cultural History). 4 volumes. Tehran. 1982.
  44. ʻAbd al-Ḥusayn Zarrīnʹkūb (инг.)баш. Dū qarn-i sukūt : sarguz̲asht-i ḥavādis̲ va awz̤āʻ-i tārīkhī dar dū qarn-i avval-i Islām (Two Centuries of Silence). — Tihrān: Sukhan, 2000.
  • Daryaee, Touraj (инг.)баш. Collapse of Sasanian Power in Fars (билдәһеҙ). — Fullerton, California: California State University. — С. 3—18.
  • Marshak, B.I.; Negmatov, N.N. Sogdiana // History of Civilizations of Central Asia, Volume III: The Crossroads of Civilizations: A.D. 250 to 750 / B.A. Litvinsky, Zhang Guang-da and R. Shabani Samghabadi. — 1996. — ISBN 92-3-103211-9.
  •  


Ҡалып:Арабские завоевания Ҡалып:Праведные халифы