Эстәлеккә күсергә

Ғәрәбстан диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәрәп диңгеҙе битенән йүнәлтелде)
Ғәрәбстан диңгеҙе
УрынлашыуыҺинд океаны 
Майҙаны3 862 000[1] км²
Иң ҙур тәрәнлек5803[2] м
Яҡын һәм Урта Көнсығыш
Точка
Ғәрәбстан диңгеҙе
Гоа буйындағы пляж
Гоа буйындағы пляж
 Ғәрәбстан диңгеҙе Викимилектә

Ғәрәбстан диңгеҙе (ғәр. بحر العرب‎, фарс. دریای عرب, урду بحیرہ عرب, һинд अरब सागर, сомал. Bada Carbeed, ингл. Arabian Sea) — Һинд океанының төньяҡ өлөшөндәге диңгеҙ. Көнбайышта Ғәрәбстан һәм көнсығышта Һиндостан ярымутрауҙары менән сикләнгән.

Диңгеҙ европа һәм ғәрәп диңгеҙселәренә төрлө атамалар менән билдәле булған: Эритрея диңгеҙе[3], Синдху диңгеҙе (Синдху Сагар)[4], Йәшел диңгеҙ, Оман диңгеҙе, Фарсы диңгеҙе һәм Һинд-Ғәрәп диңгеҙе[5].

Диңгеҙҙең дөйөм майҙаны — 3 862 000 км²[1]. Максималь киңлеге — 2400 км. Максималь тәрәнлеге — 5803 м.[2] Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Һинд.

Иң ҙур ҡултыҡтары: көнбайышта Ҡыҙыл диңгеҙ менән Баб-әл-Мәндәб боғаҙы аша тоташтырыусы Аден ҡултығы һәм төньяҡ-көнбайышта Фарсы ҡултығы менән тоташыусы Оман ҡултығы.

Йыһандан диңгеҙгә күренеш

Диңгеҙ буйында Сомали, Джибути, Йәмән, Оман, Иран, Пакистан, Һиндостан һәм Мальдив утрауҙары илдәре урынлашҡан.

Эре ҡалалары — Карачи, Аден, Маскат, Мумбаи, Коччи һ. б.

Иң ҙур утрауҙары: Сокотра (Йәмән), Масира (Оман), Астола (Пакистан).

  1. 1,0 1,1 Arabian Sea, Encyclopædia Britannica
  2. 2,0 2,1 Географический атлас. — М.: ГУГК, 1982. — С. 206. — 238 с. — 227 000 экз.
  3. The Periplus of the Erythraean Sea:Travel and Trade in the Indian Ocean by a Merchant of the First Century 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  4. Geographica Indica — The Arabian Sea
  5. Аравийское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)