Ғәрәфәт (үҙән)
Ғәрәфәт | |
---|---|
ғәр. عرفة | |
Урынлашауы | |
21°21′17″ с. ш. 39°59′01″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Ғәрәфәт Викимилектә |
Ғәрәфәт (ғәр. عرفة; рус. Арафат) - Мәккәнән 20-25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан урын. Үҙәндең оҙонлоғо 11-12 км, киңлеге — 6,5 км. Ғәрәфәт үҙәнендә хаж ҡылыусылар Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә ҡала. Был туҡталҡа хаждың мотлаҡ өлөшө - фарыз булып тора[1]. Төньяҡтан үҙән шул уҡ исемле тауҙар менән сикләнгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам риүәйәтенә ярашлы, нәҡ Ғәрәфәт тауы янында ожмахтан ҡыуылған Әҙәм менән Һауа осраша. Мөхәммәттең с.ғ.с. пәйғәмбәрлек миссияһы башланғанға тиклем тау Илал исемен йөрөтә һәм мәжүсиҙәргә хаж ҡылыу урыны булып хеҙмәт итә[2].
Ислам диненең тәүге быуаттарында үҙәндә таш сығарыу урындары булған, ошонда уҡ Мәккәне һыу менән тәьмин итеүсе һыу үткәргес төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта Ғәрәфәт хаж ҡылыу өсөн генә хеҙмәт итә, һәм унда кеше йәшәмәй[2].
Хаж
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәфәттә хаж ҡылыуҙың төп йолаһы — «Аллаһ алдында тороу" үткәрелә. Лагерҙа урынлашҡас, ғибәҙәт ҡылыусылар «Аллаһ алдында тороуҙың" башланыуын (мәүкиф) көтә, ул 9 зөлхизәлә төш ваҡытында вәғәз (хөтбә) менән асыла. Бейеклеге 60 метр булған тау алдында тора. Был тау Джәбәл әр-Рәхмә йәки Ғәрәфәт тауы тип атала[2].
Тауҙың көнсығыш битләүендә баҫҡыс уйылған, ул түбәлә теҙөлгән манараға алып бара. Баҫҡыстың 60-сы баҫмаһында Ғәрәфә көнөвәғәзе уҡылған майҙансыҡ булдырылған [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ермаков Д. В. Арафат // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 22. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [83 Арафат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).