Ғәҙелгәрәй мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәҙелгәрәй мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалы

Нигеҙләнгән

1925

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Ғәҙелгәрәй ауылы

Ғәҙелгәрәй мәктәбе (тулы исеме: Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының Ырғыҙлы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы филиалы) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Кейекбай ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Ғәҙелгәрәй ауылындағы уҡыу йорто. БР Бөрйән районы Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙелгәрәй ауылында балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү 1925 йылда Һ. Солтанбаеваның мәктәп итеп яраҡлаштырылған иҫке йортонда башлана. Беренсе уҡытыусы — Ғ. Йомағужин. 1928 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла (1977 йылдан алып уҡытыу 5-се, 1978 йылдан алып 6-сы, 1979 — 7-се кластарҙа алып барыла). 1980 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп, 1991 йылдан — урта мәктәп, ә 2010 йылдан — филиал.

Тәүге осорҙарҙа балалар Н. Сәғитов, Д. Хәлиуллин, Ш. Бикйәновтарҙың белем алыу өсөн ҡулайлаштырылған йорттарында уҡый. 1962 йылда яңы мәктәп бинаһы төҙөлә, ә 2001 йылда ике ҡатлы яңы типтағыһы сафҡа инә.

Тулыраҡ тарихы викидәреслектә
  • Ғәҙелгәрәй мәктәбе[1]

2005 йылдың 27—28 июнендә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй урта мәктәбе базаһында «Белем биреү учреждениеларында умартасылыҡ торошо һәм үҫтереү перспективалары» тигән темаға республика семинар-кәңәшмәһе үтә[2].

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Билалова (Айытбаева) Наилә Уразбай ҡыҙы 1971 йылдың 21 ноябрендә Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған. 1979—1986 йылдарҙа Ғәҙелгәрәй мәктәбендә уҡый, урта белемде урта Иҫке Собханғол мәктәбендә ала. 1989—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый.
  • Ишмөхәмәтова (Әбүбәкирова) Илүзә Нуретдин ҡыҙы 1976 йылдың 5 декабрендә Бөрйән районының Әтек ауылында тыуған. Әтек урта мәктәбендә белем ала. 1993—1997 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. 1997 йылда Ғәҙелгәрәй балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. 1999—2002 йылдарҙа ситтән тороп, БДПУ-ла уҡый. 2004 йылдан алып Ғәҙелгәрәй мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Сәғитова (Иманғолова) Фәимә Мөжәүир ҡыҙы 1964 йылдың 10 сентябрендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен 1981 йылда тамамлай. 1981—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый. 1986 йылда Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. 2023 йылдан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо уҡ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 2003 йылда мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, 2021 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы менән бүләкләнә. 2022 йылдан хеҙмәт ветераны.
  • Сәғитова (Сәғитова) Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы 1975 йылдың 30 июлендә Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған. 1982 йылда Яңы Монасип мәктәбендә уҡый, артабан Иҫке Монасип урта мәктәбендә урта белем ала. 1993 йылда Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы педагогия училищеһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Уны 1997 йылда тамамлай һәм хеҙмәт юлын Бөрйән районы Мәһәҙей туғыҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. 1998 йылдан Ғәҙелгәрәй урта мәктәбенә эшләй. 2004 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. 2011 йылдан — башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.2016 йылда Бөрйән районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Район мәғариф бүлегенең, мәктәп администрацияһыңың бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
  • Айбатова (Ҡонафина) Лилиә Ғәфүр ҡыҙы 1980 йылдың 2 февралендә Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Иҫке Монасип урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, урта белемде Сибай ҡалаһының гимназияһында ала. 1998 йылда — Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын, 2013 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын (2003 йылда) Ғәҙелгәрәй мәктәбендә башлай. Биология, химия һәм география уҡытыусыһы.
  • Бирҙекәева Нурзидә Ишбулды ҡыҙы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре уҡытыусыһы. 1995 йылдың 9 апрель айында Бөрйән районы (Яңы Мөсәт) ауылында тыуған. 2013 йылда — 11 синыфты тамамлаған. 2013 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингән. 2017 йылда тарих бүлеген тамамлаған. 2017 йылдың сентябрь айында Ғәҙелгәрәй мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй башлай.
  • Йәһүҙина (Юлчурина) Фәрзәнә Йомағужа ҡыҙы 1967йылдың 20 октябрендә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1983 йылда Ғәҙелгәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1987 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлай. 2002 йылда ситтән Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. 1987 йылда Белорет мәктәп-интернатында эш башлай. 1988 йылдан 2001 йылға тиклем Кейекбай, Иҫке Мөсәт мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2002 йылдан Ғәҙелгәрәй мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары һәм рус теле уҡытыусыһы. 2007—2011 йылдарҙа Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. 2012—2015 йылдарҙа Кейекбай, Мәндәғол башланғыс мәктәптәрендә уҡыта. 2016 йылдан Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбе Нәби филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй. Юғары категориялы уҡытыусы.
  • Ишморатова (Юлчурина) Флүзә Йомағужа ҡыҙы 1965 йылдың 16 мартында Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1981 йылда Ғәҙелгәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1981—1985 йылдарҙа Белорет педагогия училещыһында белем ала. 2001—2007 йылдарҙа ситтән тороп Стәлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында тарих факультетында белем ала. Юғары категориялы уҡытыусы. 1985 йылда хеҙмәт юлын Аҡбулат башланғыс мәктәбендә башлай. 1987 йылдан Ғәҙелгәрәй мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, музыка фәндәренән белем бирә, шул уҡ ваҡытта пионервожатый булып эшләй. 2000—2003 йылдан тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Мәктәп тамамлаған башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аманат журналы. 19 май 2021, Уҡытыу-тәрбиә эшендә мәктәп музейының әһәмиәте[3]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бурзянская энциклопедия[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]