Ғөбәйҙулла Яманғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғөбәйҙулла Яманғолов
Тыуған ваҡыты

1791({{padleft:1791|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Байлар улусы, Ҡарамалы ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби звание

урядник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Ғөбәйҙулла Яманғолов (1791—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғибәҙулла Яманғолов Ырымбур губернаһы Байлар улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Сарман районы) Ҡарамалы ауылында йәшәгән. Урядник булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 5-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 5-се Башҡорт атлы полкы Бөгөлмә өйәҙе Ҡарабан ауылында 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 29 авгусында Ҡазан менән Чебоксар аша Түбәнге Новгородҡа бара. 15 октябрҙән кенәз П. М. Волконский отряды составына керә, Сураж һәм Велиж ҡалаларында урынлаша. 1 ноябрҙән генерал-майор М. М. Свечин отряды составына инә. 1812 йылдың 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Витебскиҙа һәм Борисовта була. 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. 1813 йылдың октябренән 1814 йылдың апреленә ҡәҙәр Минск губернаһында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта полктың бер өлөшө Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша һәм һуғышты Парижда тамамлай[1].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Гатиятуллин З. Г. Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 8. — ISSN 1683-3554.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 б. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.] — Уфа: Китап, 2012. — 488 б. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 б.