Эстәлеккә күсергә

Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллин
Тыуған:

9 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Ишембай, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Үлгән:

14 июль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (67 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

Ил:

 СССР
 Рәсәй

Жанр:

графика

Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (9 ноябрь 1949 йыл) — рәссам-график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллин 1949 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

1971 йылдан башлап республика, Рәсәй, союз, халыҡ-ара һәм сит ил, шул иҫәптән махсус (графика), зона һәм төбәк күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Ишембай ҡалаһында йәшәй.

1993—1996 йылдарҙа Рәсәй рәссамдары академияһының графика буйынса ижад оҫтаханаһында эшләй (Красноярск).

1996 йылдан — Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы рәйесе.

1997 йылда Рафаэль Ҡадыров менән бергә ижад иткән «Юрматы Ере» триптихы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

2003 йылдан Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында графика оҫтаханаһын етәкләй, 2004 йылдан — институттың рәсем кафедраһында өлкән уҡытыусы[1]

  • П. П. Беньков исемендәге Ташкент художество училищеһының театр-декорация бүлеге (Узбәк ССР-ы, 1969)
  • Рәсәй рәссамдары академияһының графика ижады оҫтаханалары (Урал-Себер-Алыҫ Көнсығыш", Красноярск, 1996).

Әҫәрҙәре һаҡланған урын

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. С. Пушкин ис.Һынлы Сәнғәт Дәүләт Музейы (Мәскәү)
  • М. В. Нестеров ис. башҡорт дәүләт сәнғәт музейы (Өфө)
  • Росәй сәнғәт академияһы (Мәскәү; Красноярск)
  • ГМУ РОСИ (Мәскәү)
  • Һынлы сәнғәт дәүләт музейы, Үзбәкстан (Ташкент)
  • Ангрен ҡалаһы Картина Галереяһы (Үзбәкстан)
  • Ҡара Ҡалпаҡ республикаһының Һынлы сәнғәт дәүләт музейы (Нукус)
  • Татарстан Республикаһының Һынлы сәнғәт дәүләт музейы (Ҡазан)
  • Марий Эл Республикаһының һынлы сәнғәт музейы (Йошкар-Ола)
  • Сыуаш дәүләт художество музейы (Чебаксар)
  • Воронеж өлкәһенең Н. М. Крамской исемендәге художество музейы
  • Өфө художество галереяһы, «Урал» галереяһы (Өфө)
  • Ишембай картина галереяһы (Ишембай, Башҡортостан Республикаһы)
  • Стәрлетамаҡ картина галереяһы (Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаһы).
  • «Либеро-үҙәк» музейы
  • Ә. Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернат галереяһы (Ишембай)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. 1997 йыл
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1997 йыл
  • Рәсәй рәссамдары академияһы дипломанты — 2002 йыл
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы — 2004 йыл
  • РРА-ның Көмөш миҙалына эйә — 2005 йыл

Профессиональ һәм ижтимағи ойошмаларҙа ағзалыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ufaart.ru/ob-akademii/struktura/fakultety-i-kafedry/kafedra-risunka/
  • Баһуманов А. И, Фәйезова Ф. А. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары. — Өфө: Китап, 1999. 272 м. — 259—261,263-264 б.б.
  • Толстова Эльмира. По следам Дон Кихота/О творчестве Камиля Губайдуллина//Бельские просторы, № 2 (159) Февраль, 2012 bp01.ru/public.php?public=2190&sphrase_id=13390