Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Исмәғил, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер-механик, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы (4 май 1953 йыл) — ғалим-инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), професcор (2011)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наил Мырҙахан улы Ғөбәйҙуллин 1953 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Исмәғил ауылында тыуа[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат индустриаль техникумын тамамлағандан һәм Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң башлай, 1974 йылда Ауырғазы районының «Байраҡ» колхозында трактор бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы һәм автомеханик булып эшләй, шул уҡ хужалыҡтың комсомол ойошмаһы секретары була. 1975 йылдан Ауырғазы районы ауыл хужалығы техникаһының мотор цехы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Ошо хеҙмәт коллективында 6 йыл эшләү осоронда ойоштороу һәләттәре һәм эшлекле шәхси сифаттары арҡаһында партия комитеты секретары вазифаһына, «Сельхозтехника» партия ойошмаһынан бушатылған идарасы урынбаҫары итеп тәҡдим ителә[2]. 1981 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын инженер-механик һөнәре менән тамамлағандан һуң ауыл хужалығы производство-техник тәьмин итеү буйынса район производство берекмәһенең директоры урынбаҫары, шул уҡ йылдың сентябренән Бүздәк район «Сельхозтехника» берләшмәһен етәкләй[2].

1986 йылда — район агросәнәғәт берекмәһенең механизациялау һәм электрлаштырыу буйынса рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта РТП директоры. 1991 йылдан алып БР-ҙың матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары; 1997 йылда — склад комплексы хеҙмәте начальнигы, бер үк ваҡытта 2001 йылда — “Башсельхозтехника” ДУАХП‑ның генераль директоры урынбаҫары[1]. Бер үк ваҡытта ошо йылдар эсендә ул КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Свердловск юғары партия мәктәбен уңышлы тамамлай[2].

2003 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграруниверситетында эшләй башлай, 2004 йылда Наил Мирзахан улы университеттың ғилми советында бер тауыштан йәш һәм перспективалы аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты деканы итеп һайлана.

2009 йылда Наил Мирзахан улы «ауыл хужалығы фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Технология испоьзования пчелиных семей в защищенном грунте в условиях Республики Башкортостан» темаһына диссертация яҡлай[3]. 2011 йылда РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы менән уға профессор ғилми исеме бирелә. Ошо уҡ йылдан ул мәғариф өлкәһендә ҡануниәтте үтәү өлкәһендә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт эксперты. Шулай уҡ 06.02.04 «Шәхси зоотехния, малсылыҡ продукттарын етештереү технологияһы» диссертация советы ағзаһы[4]

Фәнни тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлек, хеҙмәтте һаҡлау һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғөбәйҙуллин эске яныулы двигателдәрҙә картер газдарын таҙартыу ысулын камиллаштырған.

Ғилми етәксе сифатында 6 фән кандидатын әҙерләгән. Әлеге ваҡытта ике аспирант менән етәкселек итә. 300-ҙән ашыу эше бар, шуларҙың 8-е монография һәм 3 патенты фәнни-педагогик практикала файҙаланыла, йыл һайын төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар эшендә ҡатнаша[4].

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Экономия, экология и безопасность при работе с нефтепродуктами. М., 2006 (авторҙ.);
  • Технология использования семей пчёл для опыления цветков огурца в защищённом грунте. М., 2008 (авторҙ.); * Безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2013.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]