Ҙаһири мәҙһәб
Ҙаһири мәҙһәб | |
ғәр. الظاهرية | |
Башҡа исемдәре: |
ҙаһириҙар |
---|---|
Дин: |
ислам |
Ағым: |
сөннилек |
Нигеҙләнгән: |
IX быуат |
Нигеҙләүсе: | |
Илдәр: | |
Төбәктәр |
Пиреней ярымутрауы, Төньяҡ Африка, Мәғриб, Хөрәсән |
Нигеҙләүселәр | |
Тарҡалған: |
XV быуат |
Источники права: |
Ҡөрьән, сөннәт |
Ҙаһири мәҙһәб (ғәр. الظاهرية — әҙ-Ҙа́һирийя; Захири́тский ма́зхаб) — Дауыт Ибн Али әҙ-Ҙаһири IX быуатта нигеҙләгән мосолман хоҡуҡи мәктәбе — мәҙһәб[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибн ән-Нәдимгә ярашлы, Дауыт ибн Али хоҡуҡи практикала Ҡөрьән һәм сөннәтте һүҙмә-һүҙ аңлатып, йәшерен мәғәнә (батин) күреү һәм уларҙы аллегорик йәки рациональ аңлатыу мөмкинлеген инҡар итеп, тик «тышҡы»ға (ҙаһир) таянған беренсе фаҡиһ була[1]
Хоҡуҡ методологияһы мәсьәләләрендә (ысул әл-фиҡһ) ҙаһири фаҡиһтар логик-рационалистик алымдарҙы (әр-раий, истихсан, истисхаб һ.б.) ҡулланыуға ҡаршы була. Һуңғараҡ бик сикләнгән сиктәрендә ҡыяс һәм ижмә ҡулланыуға юл ҡуйыла[1].
Был мәҙһәб X—XIII быуаттарҙа мосолман донъяһында киң таралған була. Уның вәкилдәре Хәлифәттең көнсығышында ла (бигерәк тә, Хөрәсәндә), көнбайышында ла (Әл-Әндәлүстә ҙаһири дин белгесе ибн Хазм йәшәгән) булған. XII быуатта Әлмөхәдтәр осоронда ҙаһири мәҙһәб рәсми хоҡуҡи мәктәп тип танылған. XV быуаттан һуң ҙаһириҙар яйлап юҡҡа сыҡҡан[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.76-77.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбү Заһрә, Мөхәммәт. Әл-мазахиб әл-ислямиййә. Ҡаһирә:" Дар әл-фикр әл-арабий", бер йылһыҙ. (ғәр.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |