Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы
татар. Әлинә Марат кызы Кабаева
рус. Алина Маратовна Кабаева
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан
Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2] (40 йәш)
Тыуған урыны Ташкент, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Атаһы Кабаев, Марат Вазыхович[d]
Сожитель Путин Владимир Владимирович[3][4][5]
Һөнәр төрө сәйәсмән, модель, нәфис гимнастика спортсыһы, кино актёры
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт туризм һәм сервис университеты[d]
П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d] (2018)
Әүҙемлек урыны Мәскәү ҡалаһы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2007
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ауырлығы 50 килограмм
Спорт төрө нәфис гимнастика[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Йәйге Олимпия уйындары 2000[d], Художественная гимнастика на летних Олимпийских играх 2000 — индивидуальное многоборье[d] һәм gymnastics at the 2004 Summer Olympics – women's rhythmic individual all-around[d]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[6]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d]
Главный тренер Ирина Александровна Винер-Усманова[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Дуҫлыҡ ордены
Бейеклеге/буйы 166 сантиметр
Рәсми сайт kabaeva-alina.com
Commons-logo.svg Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы Викимилектә

Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы (12 май 1983 йыл) — Рәсәй спортсыһы (художестволы гимнастика), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, менеджер. 2014 йылдың сентябренән алып — «Милли Медиа Төркөмө» холдингының директорҙар советы рәйесе[7]. 2016 йылдан «Спорт-Экспресс» ябык акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советын етәкләй[8].

Биографияһы

Алина Марат ҡыҙы Ҡабаева 1983 йылдың 12 майында Үзбәк ССР-ының (хәҙер Үзбәкстан) баш ҡалаһы Ташкентта тыуған һәм үҫкән[9].

Өс йәш ярымдан нәфис гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Беренсе аҙымдарын «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәтендә яһай. Әсәһе Любовь Михайловна фигуралы шыуыу йәки нәфис гимнастика буйынса етди әҙерлек үтеүен теләй. Эҫе Үзбәкстанда фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булмай, шуға күрә Алина художестволы гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Беренсе тренерҙары А. Малкина һәм Э. Тарасова була[10]. 11 йәшлек сағында спорт һәләттәрен артабан да үҫтереү маҡсатында әсәһе менән Ташкенттан Мәскәүгә күсенәләр. Маҡсаттары Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөү. Яңы остазы Алинаға ябығыу шарты ҡуя (гимнастика үлсәмдәре буйынса ул һимереүгә әүәҫ булған).

1995 йылдан алып Мәскәүҙә Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөй башлай. 1996 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә[10].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар