Эстәлеккә күсергә

Ҡабан күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡабан
тат. Кабан
Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Wikidata-coords
Яҡын (Түбәнге) Ҡабан күленә Камал театры янынан күренеш
Яҡын (Түбәнге) Ҡабан күленә Камал театры янынан күренеш
Ил
РегионТатарстан
РайонҠазан 
Күлдәр һаны3 
Иң ҙур күлеУрта Ҡабан 
Дөйөм майҙаны1,86 км²
Минерализация төрөсөсө 
 Ҡабан күле Викимилектә

Ҡабан (татар. Кабан күле) — Ҡазан ҡалаһы сигендә урынлашҡан күлдәр системаһы. Ул ҡаланың үҙәгенән көньяғына табан һуҙылған һәм үҙ-ара ҡылымыҡтар менән тоташҡан өс күлдән тора: Түбәнге Ҡабан, Урта Ҡабан һәм Үрге Ҡабан[1]. Майҙаны буйынса Татарстанда иң ҙур күл системаһы булып тора.

Төп үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Түбәнге Ҡабанға һәм Ҡазан үҙәгенә күренеш (XIX быуат, гравюра)
Түбәнге Ҡабанға һәм Иҫке Татар биҫтәһенә күренеш (1920—1930 йй.)
Түбәнге Ҡабандың хәҙерге киске күренеше

Күлдәр Волга йылғаһының элекке ҙур бөгөлө урынында карст соҡорҙары менән ҡатмарланыу һөҙөмтәһендә иҫке үҙән булараҡ барлыҡҡа килгән. Улар бейек Волга террасаһының киртләсе буйлап төньяҡҡа һәм көньяҡҡа һуҙылған. Түбәнге (Яҡын) һәм Алыҫ (Урта) күлдәр араһында һыу алмашыныу Ҡазан зооботаника баҡсаһы буйлап урынлашҡан Ботаника ҡылымығы (оҙонлоғо — 750 м, киңлеге — 100—120 м, тәрәнлеге — 2—3 м) аша бара.

Түбәнге (Яҡын) Ҡабан Булаҡ тәбиғи ҡылымығынан быуа менән айырылған, уның аша ҡылымыҡтың кимәлен көйләү маҡсатында күлдән һыуҙы ваҡыт-ваҡыт һурҙырып ағыҙалар.

Алыҫ (Урта) Ҡабандың Волга менән бәйләнеше бар. Уның көньяҡ өлөшөнән күлде Подувалье Волга ҡултығы менән тоташтырған Монастырь ҡылымығы башлана. Отары ҡасабаһы районында ҡылымыҡ дамба менән быуылған, уның аша һыуҙы насостар ярҙамында Куйбышев һыуһаҡлағысына һурҙырып ағыҙалар.

Үрге (Борисково) Ҡабан — системаның башҡа күлдәре менән гидрологик бәйләнеше булмаған ябыҡ һыу ятҡылығы: ундағы һыу кимәле Түбәнге (Яҡын) һәм Алыҫ (Урта) күлдәренә ҡарағанда яҡынса 2 м юғарыраҡ.

Күл системаһының дөйөм майҙаны — 186 га. Ҡылымыҡ менән тоташҡан Түбәнге (Яҡын) һәм Алыҫ (Урта) күлдәрҙең оҙонлоғо — 5575 м, Үрге (Борисково) күленеке — 1030 м. Иң ҙур тәрәнлек — 19,0 м (Урта Ҡабан)[2]. Һыуҙың дөйөм күләме — 11,8 млн м³[3].

Куйбышев һыуһаҡлағысын төҙөгәнгә һәм тултырғанға тиклем күлдәр Волга һәм Ҡазан йылғалары менән ҡылымыҡтар аша тоташҡан булған. Һыуһаҡлағысты тултырыу арҡаһында күлдәрҙә һыу кимәле күтәрелеүен булдырмау өсөн ҡылымыҡтар дамбалар менән быуылған. Хәҙерге ваҡытта Ҡабан өлөшләтә көйләнгән һыу ятҡылыҡтарына ҡарай, уның кимәл режимы башлыса диңгеҙ кимәленән 51,5 м бейеклектә тотола. Артыҡ һыу насос станциялары ярҙамында Волгаға һурҙырып ағыҙыла.

Түбәнге (Яҡын) Ҡабан күле яр буйын реконструкциялауға тиклем

Меңәр йылдар дауамында күлдәр тәбиғи сафлығын һаҡлаған, балыҡҡа бай булған.

XVI быуатта Түбәнге (Яҡын) Ҡабанға ҡала ҡаралтылары яҡынлаша башлаған. XVIII быуат уртаһында уның ярҙары тулыһынса торлаҡ кварталдары менән төҙөлгән.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан күл ярҙарында интенсив сәнәғәт төҙөлөшө башланған. Бөтә ағынты һыуҙар Түбәнге (Яҡын) Ҡабанға эләккән, һәм һыу эсеү өсөн яраҡһыҙға әйләнгән.

1970 йылдарҙың икенсе яртыһына Түбәнге (Яҡын) Ҡабанда балыҡ бөткән, һыу төбөндәге умыртҡаһыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек үлеп бөткән. 1980 йылдарҙың беренсе яртыһында үткәрелгән һауыҡтырыу саралары һөҙөмтәһендә күлдең экологик торошо бер аҙ яҡшырған: бысратыусы матдәләрҙең концентрацияһы кәмегән, балыҡ барлыҡҡа килгән[3]. Урта (Алыҫ) Ҡабан күленең башында һыу йыш ҡына туңмай, сөнки унда таҙартылғандан һуң Ҡазан ТЭЦ-1-енең йылытылған ҡулланылған һыуы ағыҙыла, шуға температураһы юғарыраҡ.

Хәҙерге ваҡытта күлдәрҙә өйрәктәр, аҡсарлаҡтар, ондатралар, балыҡтар һәм башҡа ваҡ һыу йәнлектәре йәшәй.

Волганың һыуы ныҡ ташҡан ваҡытта күл йылға менән ҡушылған, һәм Булаҡ буйлап Ҡабанға кәмәләрҙең һәм ҙур булмаған судноларҙың үтеүе мөмкин булған, ә ҡайһы ваҡыт күлдең көньяғындағы ваҡытлыса ҡылымыҡтар буйлап та, бының менән әле Ҡазан ханлығы осоронда уҡ файҙаланғандар.

1878 йылда Түбәнге (Яҡын) Ҡабандағы Булаҡ башы менән Алыҫ (Урта) Ҡабандағы дачалар араһында даими пароход бәйләнеше башланған[4].

Ваҡыт үтеү менән Ҡабан буйлап пароход рейстары үҙҙәренең транспорт әһәмиәтен юғалтҡан, навигация туҡтаған, ләкин Ҡабан акваторияһы уның ярҙарында урынлашҡан күп һанлы спорт йәмғиәттәре тарафынан ишеү каналы сифатында ҡулланылған.

1990 йылдар аҙағында Түбәнге (Яҡын) Ҡабанда навигацияны тергеҙергә тырышыуҙар булған, «Луч» теплоходтары ҡулланылған, өс пристань булған: Камал театры янында, Әхтәмов урамында һәм Хәҙи Такташ урамында. Ботаника ҡылымығы буйлап Урта Ҡабанға навигация мөмкин, әммә тар һәм тәпәш күперҙәр менән ҡатмарлашҡан. XXI быуатта Түбәнге (Яҡын) Ҡабанда күпләп йөрөү кәмәләрен прокатҡа биреү ойошторолған.

Яҡын Ҡабандағы фонтан
Яҡын Ҡабан яр буйының һул яғы

Түбәнге Ҡабандың яр буйы ҡала халҡының һәм туристарҙың күпләп килә торған урындарының береһе һәм ял итеү урыны, шулай уҡ яңы заманса ҡала иҫтәлекле урыны булып тора. 2015 йылда Татарстан президенты Рөстәм Миңнеханов инициативаһы менән Ҡабан күлдәренең яр буйҙарын һәм яр һыҙатын үҫтереүҙең комплекслы архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһын булдырыуға халыҡ-ара конкурс иғлан ителгән. Конкурста Рәсәй-Ҡытай Turenscape+MAP консорциумының «Һығылмалы таҫма: Ҡазандың үлемһеҙ хазинаһы» тип аталған концепцияһы менән проекты еңеүсе булды, ул күлдәр буйлап «йәшел-зәңгәр билбау» булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттарын берләштерәсәк, Түбәнге, Урта һәм Үрге Ҡабан күлдәрен берҙәм рекреацион системаға бәйләйәсәк.

2018 йылда Түбәнге Ҡабан күленең яр буйын реконструкциялауҙың беренсе сираты тамамланды: Ғ. Камал исемендәге театрҙан «Планета Фитнес»ҡа тиклемге участкала йәйәүлеләр өсөн променад, концерттар үткәреү өсөн йөҙөүсе сәхнә, асыҡ күнекмәләр үткәрелә торған палуба, шулай уҡ балаларҙы һыу менән таныштырған уйын майҙансығы һәм һыуға сығыу өсөн бер нисә пирс барлыҡҡа килде. М. Сәлимжанов урамы буйлап велосипед юлы һалынды.

Күл һыуын таҙартыу өсөн яр буйында махсус үҫемлектәр каскады барлыҡҡа килде. Һыу сифаты мониторингы һөҙөмтәләре күрһәтте: фитотаҙартыу ҡоролмалары арҡаһында биофильтрҙар аша үткәндән һуң һыуҙа нефть продукттарының миҡдары 30 %-ҡа, өҫкө әүҙем матдәләрҙең миҡдары — 50 %-ҡа тиклем кәмегән, үҫемлектәрҙең азотты йотоуы һөҙөмтәһендә нитриттар концентрацияһы 20 %-ҡа кәмегән.

2020 йылда Түбәнге Ҡабан күлен реконструкциялауҙың икенсе сираты тамамланды. Назарбаев урамы буйлап яңы йәйәүлеләр күпере арҡаһында Түбәнге Ҡабан күле тирәләй төҙөкләндерелгән яр буйы тулыһынса тоташты, ә һыу ятҡылығы тирәләй йәйәүлеләр маршрутының оҙонлоғо яҡынса 5 километр тәшкил итте. Йәйәүлеләр күпере аҫтынан кәмәләр һәм катерҙар үтә ала. Бынан тыш, реконструкцияның икенсе этабы сиктәрендә яр буйында спорт пирсы, тағы 4 фитотаҙартыу ҡоролмалары каскады, ишеү спорт төрҙәре мәктәбенең яңы күп функциялы бинаһы, барбекю зонаһы, кафе биналары, йәмәғәт бәҙрәфе, кәмәләр һәм катамарандар прокаты өсөн павильон, Ш. Мәржәни урамы буйлап велосипед юлы барлыҡҡа килде.

Яр буйында барлығы 74 меңдән ашыу күп йыллыҡ үҫемлек, 12 мең ҡыуаҡ һәм меңдән ашыу ағас ултыртылған.

Ҡала үҙәгендә Камал театры майҙаны алдында Түбәнге (Яҡын) Ҡабандың төньяҡ осондағы һыу өҫтөндә кисен яҡтыртылған бейек киң һыу фонтаны ҡоролған.

Түбәнге (Яҡын) Ҡабан күле янында бер нисә мөһим ҡала объекты урынлашҡан — Камал театры, Әл-Мәржәни мәсете һәм Иҫке Татар биҫтәһе, Меңйыллыҡ паркы, Баскет-холл, «Сувар» сауҙа-офис үҙәге, «Планета Фитнес» спорт-ял үҙәге, Ҡабан арты мәсете.

2020 йылға Алыҫ (Урта) Ҡабандың төньяҡ осонда Ишеү спорт төрҙәре үҙәге алдында һәм ТЭЦ-1 ҡаршыһында Ҡазан зооботаника баҡсаһының яңы «Замбези йылғаһы» биләмәһенең һыу зонаһы булдырылған, уның төп биләмәһе Ботаника ҡылымығына сыға. Үрге (Борисково) Ҡабан ярында имам Шамил исемендәге мәсет эшләй.

Спорт объекттары һәм башҡа саралар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ишеү каналы янындағы трибуна

Алыҫ (Урта) Ҡабанда 2011 йылдың июненә Универсиада-2013-төң төп объекттарының береһе — Ишеү спорт төрҙәре үҙәге (ишеү каналы) булдырылған.

Түбәнге (Яҡын) Ҡабанда 2011 һәм 2012 йылдарҙа Халыҡ-ара һыу-мотор спорты союзының (UIM) һыуҙағы F1H2O «Формула-1» донъя чемпионаты этабы ярыштары[5], шулай уҡ башҡа йылдарҙа һыу-мотор спорты буйынса Рәсәй чемпионатының «аквабайк» класында ярыштары һәм күрһәтмә сығыштары үткәрелгән.

Түбәнге Ҡабандың яр буйында йыш ҡына халыҡ концерттары, авторлыҡ ижади кисәләре, фестивалдәр, экспозициялар, йүгерештәр, асыҡ һауала йога дәрестәре һәм башҡа спорт саралары үткәрелә, ҡышын Раштыуа-Яңы йыл йәрминкәһе ойошторола, йәйен — гастрономик фестиваль, йыл һайын 30 августа Республика һәм ҡала көнөн байрам иткәндә күпләп халыҡ күңел асыуҙары һәм башҡа саралар уҙғарыла.

Түбәнге Ҡабандың тулы күренеше
  1. Лист карты N-39-3 Казань. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  2. Горшкова А. Т., Урбанова О. Н., Минуллина А. А., Валетдинов А. Р., Ионова Ю. С., Семанов Д. А. Характеристика современного состояния озёр Кабан по данным батиметрических съёмок (рус.) // Институт проблем экологии и недропользования Академии наук Республики Татарстан научно-технический журнал. — 2012. Архивировано из первоисточника 22 июль 2019.
  3. 1 2 Кабан // Татарская энциклопедия: В 5 т./ Гл. ред. М. Х. Хасанов, ответ. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии Академии наук Республики Татарстан, 2006. — Т. 3: К — Л. — С. 6.
  4. Летопись городского транспорта Казани. Архивировано из оригинала 30 декабрь 2004 года.
  5. Grand Prix of Tatarstan. Архивировано из оригинала 23 август 2011 года.

Рафаэль Мостафин. Ҡабан күле серҙәре һәм Ҡазандың башҡа серҙәре. 3000 экз. ISBN 5-85903-022-3.