Ҡабырсаҡлы Яр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Неолит торағы
Ҡабырсаҡлы Яр
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Ҡабырсаҡлы Яр — Ростов өлкәһенең Раздорская станицаһы эргәһендә урынлашҡан боронғо неолит торағы[1]. 1983 йылдағы Т. Д. Белановская алып барған ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса бында ҡабырсаҡлы яр мәҙәниәте билдәләнә. Ҡабырсаҡлы Яр торағы федераль әһәмиәттәге археология мираҫы объекты статусына эйә[2][3]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡабырсаҡлы Яр неолит торағы Поречный утрауында, Раздорская станицаһы эргәһендә урынлашҡан. Был боронғо биләмәлә беҙҙең дәүергә тиклем 7000 — 3000 йыл элекеке неолит һәм энеолитты ла индереп, егерме өс мәҙәни ҡатлам табылған. Мәҙәни ҡатламдар 5 − 10 сантиметр ҡалынлығында ҡом һәм ҡомло тупраҡ менән айырыла. Ҡайһы бер ҡатламдарында бик күп ҡабырсаҡ осрай, диуарҙар ҡатламдары табыла. Ҡатламдарҙағы компоненттарҙың айырмаһы тораҡ халҡы уны даими рәүештә ҡалдырып, күпмелер ваҡыттан һуң кире ҡайтыуы хаҡында һөйләй. Бәлки, бал Дондың ташыуы менән дә бәйлелер. Мәҙәни ҡатламдарҙың күплеге был урындың боронғо кешеләр һәм Дондың урта быуат халҡы араһында популяр булыуын раҫлай. Төбәктең иртә неолит һәйкәлдәре араһында Ҡабырсаҡлы Яр биләмәһе иң боронғо булып тора.

Күп һанлы археологик табылдыҡтар бында йәшәүселәрҙең төп шөғөлө булып балыҡсылыҡ һәм кәрәк-яраҡ йыйыу иҫәпләнә. Ҡабырсаҡлы Яр халҡы неолит осоронда хайуандарҙы ҡулға эйәләштерә башлай. Түбәнге ҡатламдар беҙҙең эраға тиклем етенсе меңъйыллыҡҡа ҡарай. Раздорская II торағынан айырмалы, Ҡабырсаҡлы Яр торағының мәҙәни ҡатламдарында биҙәкле керамика табыла.

1956 йылда Ҡабырсаҡлы Яр биләмәһен мәктәптең археология түңәрәге етәксеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Л. Т. Агарков (1923—1992) таба[4]. 1959 йылда был урында Ленинград дәүләт университеты археология кафедраһының Төньяҡ Донецк отрядтары ҡаҙыныу эштәре алып бара. 1961 йылдан 1979 йылға тиклем өҙөклөктәр менән эштәр Ленинград унивесрситеты көсө менән Т. Д. Белановская етәкселегендә алып барыла[5]. Университет студенттары — археологтар һәм тарихсылар унда йәйге археология практикаһын үтә.

Биләмәлә табылған артефакттарға керамика — балсыҡ һауыт-һаба инә. Материалды анализлау һауыт-һаба сеймалына ваҡ ҡына итеп төйөлгән ҡабырсаҡтар булыуын күрһәтә. Икенсе һәм өсөнсө мәҙәни ҡатламда бай биҙәлешле осло төплө һауыттар осрай. Биҙәктәр тура һәм зигзаглы һыҙаттар, овал ярҙамында эшләнгән. Шулай уҡ биҙәлмәгән һауыт-һаба ла табыла.

Ҡабырсаҡлы Яр биләмәһендә табылған эш ҡоралдары араһында — үтектәр, беҙҙәр һ. б. бар. Улар хайуан һөйәктәренән, болан мөгөҙөнән, һәүерташтан, кварциттан һ. б. эшләнгән.

Хәҙерге ваҡытта Т. Д. Белановская алып барған ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә табылған Ҡабырсаҡлы Яр артефакттары кололекцияһы Дәүләт Эрмитажында һаҡлана[6]. Унда боронғо балсыҡ һауыт-һаба, сәнғәт әйберҙәре һәм ҡоралдар бар. Биләмәнең археологик материалы шулай уҡ Раздорская этнография музей-ҡурсаулығының археология коллекцияһына ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самарский научный вестник. 2014. № 3(8) А.В. Цыбрий, Е. В. Долбунова, А. Н. Мазуркевич, В. В. Цыбрий, А. Ф. Горелик, Г. Мотузаите Матузевичиуте, М. В.Саблин Статья Новые исследования поселения Ракушечный Яр в 2008-2013 годах.
  • Белановская Т. Д. Из древнейшего прошлого Нижнего Подонья: Поселение времени неолита и энеолита Ракушечный Яр. СПб.: СПбГУ, 1995.
  • Белановская Т. Д., Тимофеев В.И. Многослойное поселение Ракушечный Яр (Нижнее Подонье) и проблемы неолитизации Восточной Европы// Неолитэнеолит юга и неолит севера Восточной Европы. СПб.:Академ Принт, 2003. С. 14-21.
  • Aleksandrovsky A. L., Belanovskaya T. D., Dolukhanov P. M., Kiyashko V. Ya., Kremenetsky K. V., Lavrentiev N. V., Shukurov A. M., Tsybriy A. V., Tsybriy V. V., Kovalyukh N. N., Skripkin V. V., Zaitseva G. I. The lower Don Neolithic // The East European Plain on the Eve of Agriculture. BAR International Series 1964. Oxford, 2009. P. 89-98.
  • Борисова О. К. Результаты палинологических исследований разреза Ракушечный Яр-2009 // Археологические записки. Вып. 7. Ростов н/Д, 2011. С. 5-13.
  • Величко А. А., Морозов Т. Д., Тимирязева С. Н. Основные компоненты разреза голоцена Нижнего Дона (Ракушечный Яр) // Археологические записки. Вып. 7. Ростов н/Д, 2011. С. 15-27.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ракушечный яр
  2. Ракушечноярская культура / А. Н. Мазуркевич, Е. В. Долбунова // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 203—204. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
  3. Перечень объектов археологического наследия федерального значения 2018 йыл 4 март архивланған.
  4. Донской краевед Леонид Тимофеевич Огарков
  5. Памяти Т. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  6. Мезолит и неолит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Стоянки древнего человека