Ҡавир милли паркы
| Ҡавир милли паркы | |
| Нигеҙләү датаһы | 1964 |
|---|---|
| Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Семнан[d], Кум[d], Исфахан[d] һәм Тегеран[d] |
| Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Деште-Кевир[d] |
| Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
| Майҙан |
442 212 гектар, 691 169 гектар |
| URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/new/en/natura… |
![]() | |
Ҡавир милли паркы (фарсы پارک ملی کویر — Иранда милли парк һәм туғыҙ биосфера ҡурсаулығының береһе.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәшт-е Ҡавир тоҙло сүллегендә (шулай уҡ Бөйөк Тоҙ сүллеге тип атала) Иран таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Парк 4000 квадрат километр майҙанды биләй һәм Семнан, Тәһран, Ҡом һәм Исфахан провинцияларына һуҙылған. Ул Тәһрандан көньяҡҡа табан 120 саҡрым һәм Ҡумдан көнсығышҡа ҡарай 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Парктың үҙәгендә Даир-е Гячин каруанһарайы урынлашҡан.
Парктың тәбиғи ландшафты — сүллек.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш климаты башлыса ҡоро. Парктың үҙәк һәм төньяҡ өлөштәрендә ярым ҡоро климат, ә көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөштәрендә ярым дымлы климат. Был климат төрлөлөгө хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының төрлөлөгөнә килтергән, паркты биосфера хазинаһына әйләндергән. Һөҙөмтәлә, тышҡы ҡиәфәте, парктың дөйөм пейзажы был өс районда ҡырҡа айырыла.
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парктың үҫемлектәр донъяһына сүл һәм дала үҫемлектәренең 355 төрө инә, шуларҙың 20-һе эндемиктар.
Милли паркта 34 төр һөтимәр хайуан, шул иҫәптән Азия гепарды, Алғы Азия леопарды, бүре, һыҙатлы гиена, ҡом бесәйе, ҡыҙыл төлкө, ҡом төлкө, Беннет ғәзәле, безоар кәзә, ҡырағай һарыҡ, шакал һәм ҡарағал йәшәй.
Шулай уҡ парк биләмәһендә 155 төр ҡош, шул иҫәптән һоро һәм сүллек ағуналары, сүл барабаһы, туғаҙаҡ, турғайҙар, ҡыҙылтүш, ҡарлуғас, бөркөт, һар, ҡарсыға, сапсан, торомтай, шулай уҡ фламинго, ҡашҡабаш, сүрәгәй өйрәк, ҡаҙҙар кеүек күсәр ҡоштар йәшәй.
Шулай уҡ парк сиктәрендә 34 төр һөйрәлеүселәр осрай.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кевир милли паркы .
- Иран туризмы һәм туристик онлайн (ITTO)
- Кәүир милли паркы — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы үҙәге
- Иранда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге
- Kavir National Park, Iran. NASA Earth Observatory. Дата обращения: 12 апрель 2016.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хабр (милли парк)
- Ирандағы милли парктар исемлеге .
