Ҡазан операцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡазан операцияһы
Урынлашыу Ҡазан ҡалаһы
Ваҡиға ваҡыты 5 сентябрь 1918
Башланыу датаһы 5 сентябрь 1918
Тамамланыу датаһы 10 сентябрь 1918
Commons-logo.svg Ҡазан операцияһы Викимилектә

Ҡаҙан операцияһы — РККА Көнсығыш фронтының 5-се армияһы һәм 2-се армияһы Ар төркөмө 1918 йылдың сентябрендә Ҡаҙанды үҙ контроле аҫтына алыу өсөн КОМУЧ-тың Халыҡ армияһына ҡаршы алып барған хәрби ғәмәлдәре.

Свияжск янындағы алыштар. Ҡыҙыл Армия контрһөжүмгә әҙерләнә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙан тирәһендәге еңелеү Совет хөкүмәтен ауыр хәлгә ҡуя. Борондан икмәккә бай булған Волга буйы юғалтыла, Урта Азия һәм Себер киҫелеп ҡала. Совет етәкселеге Көнсығыш фронты алдына ҡаланы кисекмәҫтән кире яулап алыу бурысын ҡуя.

Тулыланыуҙарҙы файҙаланып, Көнсығыш фронты командованиеһы Ҡаҙандан көньяҡҡараҡ оайнда Уң яҡ яр (командиры — П. А. Славен) һәм Һул яҡ яр (командиры — Я. А. Юдин) төркөмдәрен булдыра.

12-13 августа төркөмдәр һөжүмгә күсә һәм ҡаҙан тирәһенә килеп сыға, әммә контрһөжүмдәр һөҙөмтәләрендә алдағы позицияларына сигенергә мәжбүр була.

16 августа Һул яҡ яр һәм Уң яҡ яр төркөмдәр 5-се армияға берләштерелә (командиры Славен)[1].

Ҡазанды яулау буйынса дөйөм план эшләнә, уға ярашлы, төп ударҙы 5-се армия ғәскәрҙәре башҡара, улар көнбайыштан ҡалаға табан Волганың ике яры буйлап һөжүм итергә тейеш булалар. Уң яҡ яр төркөмө алдына Ҡаҙан тирәһендә Волганың уң яҡ ярын биләп алыу бурысы ҡуйыла. Һул яҡ яр төркөмө күп һанлы булараҡ тимер юлы булап һөжүм итергә һәм Ҡаҙанды яуларға тейеш була. 2-се армияның Ар төркөмө төньяҡтан ярҙамға килергә тейеш.

Киләһе аҙна дауамында Ҡаҙан тирәһенә өҫтәмә көстәр килә: 1-се мәскәү, 2-се һәм 6-сы Петроград, Орша, Старая русса, 4-се латыш полктары һәм Бөтә Рәсәй башҡарма комитетының берләшкән социалистик отрядтарының ике ротаһы.

Шулай уҡ Ҡаҙан тирәһенә Волга хәрби флотилияһы (2 плавбатарея һәм 12 башҡа караптар һәм суднолар[2]) килә, улар балтиканан күсерелгән «Прочный» тибындағы өс миноносец һәм 16 самолет менән нығытыла[3]. Һуңыраҡ 5-се армия Реввоенсоветы ҡарамағына «Свободная Россия» һәм «Стенька Разин» бронепоездар тапшырыла.

РККА Көнсығыш фронтының Свияжскиҙа урынлашҡан төп штабына хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса нарком Л. Д. Троцкий килә. Троцкий массауи атып үлтереүҙәр менән «тәртипте нығыта», хатта Петроград полкында «децимация» ойоштора: һәр унынсы кешене атып үлтертә[4].

1918 йылдың 23 авгусында И. У. Павлов һәм Ф. А. Ингаунис идаралығында РККА-ның ике самолеты 600 метр бейеклектән аҡтар котроле аҫтында булған Үрге Услон һәм Түбәнге Услон ауылдары бомбалар ырғыталар[5].

Халыҡ армияһы ҡәҙәл ғәскәрҙәре тупланған урынға превентив һөжүм яһай.

1918 йылдың 27 авгусында Ҡаҙан тирәһенә В. О. Каппелдең отряды күсерелә (4 мең ҡылыс һәм штык), Каппель яңыраҡ ҡына Тухачевскийҙың 1-се армияһының Сембергә һөжүмен кире ҡаға. Каппель ҡыҙылдарҙың тылына төпкәрәк инергә, Свияжскиҙы һәм Волга аша тимер юлды яуларға ниәтләй, шулай итеп. ҡыҙылдарҙың коммуникацияларын юҡҡа сығарырға һәм Ҡаҙандан китергә мәжбүр итергә уйлай[1]. Ҡазанды обороналаған халыҡ армияһы частары фронттан һөжүмләргә тейеш булалар.

28 августан 29 августҡа ҡаршы төндә аҡгвардееецтар Түбәнге Услон тирәһендә төшәләр, ҡыҙылармеецтарҙы алып ташлап, Свияжскиға сығалар. Бында алыштар айырыуса ҡаты рәүештә баралар. Ҡыҙылдар резервтарҙы тарттырып, Каппелдең отрядына 1-се һәм 6-сы латыш полктары һәм Ржев отряды көстәре һәм бронепоезд ярҙамында контрһөжүм ойошторалар[6]. Һан яғынан ҡыҙылдарҙың өҫтөнлөгө һәм фронт яғынан ярҙам булмауы Каппелде тәүге пландан баш тартырға һәм дошман тылдары буйлап Ҡаҙанға табан сигенергә мәжбүр була. Был рейд ваҡытында ҡыҙылдарҙың тылында болғансыҡ барлыҡҡа килә, тимер юлы емерелә, трофейҙар тартып алына, Төрләмә станцияһы яулана (унда Троцкий әсирлеккә эләгә яҙа), әммә большевиктарҙың һөжүен туҡтатып булмай.

Был ваҡытта Сембер тирәһендә хәлдәр ҡатмарлаша һәм Каппелдең отряды уны обораналау өсөн ебәрелә.

1918 йылдың 31 август төнөндә «Прочный» етәкселегендә Волга флотилияһы шым ғына батареялар янынан Үрге Услондың аръяғына үтә һәм ҡапыл аҡтарҙың базаһына һөжүм итә, унда торған пароходтарҙа һәм баржаларҙа янғын башлана һәм дошман араһында ғауға тыуҙыра. Ҡыҙылдар флотилияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә: 1 канонр кәмәһе бата, 3 миноносец оҙайлы ремонтҡа сыға, ә тағы ла бер сафта ҡалған миноносец бик ҙур зыян күрә[7].

РККА ғәскәрҙәренең Ҡаҙанды яулауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанға һөжүмде башлар алдынан Ҡыҙыл Армия үҙ эсенә алған ғәскәрҙәр:

  • РККА-ның 5-се армияһы ҡарамағындағы Уң яҡ яр төркөмө (3,5 мең кеше, 16 орудие һәм 55 пулемет) — операция планына ярашлы, Һул яҡ яры төркөмө менән берлектә ҡалаға Волганың уң яр буйынан көнбайышҡа табан төп һөжүмде яһай[3];
  • РККА-ның 5-се армияһы ҡарамағындағы Һул яҡ төркөмө (4 мең кеше, 19 орудие, 58 пулемет) — операция планына ярашлы, Уң яҡ яр төркөмө менән берлектә ҡалаға Волганың һул яр буйынан көнбайышҡа табан төп һөжүмде яһай ;
  • РККА-ның 2-се армияһы ҡарамағындағы Ар төркөмө (командиры В. М. Азин, 3,5 мең кеше, 6 орудие һәм 30 пулемет) — Казанка йылғаһы буйлап төньяҡ-көнсығыштан ярҙамсы һөжүм яһай.
  • ғәскәрҙәргә Волга хәрби флотилияһының 9 карабы һәм 12 самолеты ярҙам итә[2].

Барлығы: 11 мең штык һәм ҡылыс, 41 орудие, 143 пулемет.

Халыҡ армияһының Ҡаҙан төркөмөндә (командиры П. А. Степанов) башта 6 мең тирәһе штык һәм ҡылыс иҫәпләнә, әммә Каппелдең отряды Сембергә табанкиткәндән һуң, уның һаны 2,5 мең штыҡ һәм ҡылыс, 33 орудие, 85 пулемет тәшкил итә.

1918 йылдың 5 сентябре көнөнөң иртәһендә артподготовканан һуң Көнсығыш фронты 5-се армияһының Ҡаҙанға дөйөм һөжүме башлана[3]. Волга флотилияһы караптары йылға ағымы буйлап төшәләр һәм һөжүм итеүсе көстәргә ут менән ярҙам итәләр һәм дошман артиллерия батареялары менән алышҡа инәләр. Аҡтарҙың өс артиллерия батареяһы менән бәрелешкә инеп, ҡораллы «Дельфин» һәм «Ташкент» пароходтары сафтан сыға (шул уҡ ваҡытта "Ташкент"комендорҙары судно батҡанға тиклем корма орудиеһынан ут яуҙырыуын дауам итәләр)[8].

1918 йылдың 7 сентябренә ҡарата Уң яҡ яр төркөмө Волгаға сыға, Һул яҡ яр төркөмө Красная Горканы яулай һәм Казанка йылғаһы аръяғына сыға, ә Ар төркөмө Киндер һәм Малые Клыки ауылдарын баҫып ала[3].

Шулай уҡ, 1918 йылдың 7 сентябрендә Столярский һәм Свинарёв идара иткән ике РККА самолеты 500 м бейеклектән мылтыҡ-пулемет уты аҫтында Ҡаҙандағы дошман позицияларына бомбалар ташлай[5]

1918 йылдың 9 сентябрендәРККА частары Үрге һәм Түбәнге Услон ауылдары һәм ҡала өҫтөндәге бейеклек яулап алына. Бынан аҡтар позициялары 15 орудиенан утҡа тотола. Артиллерия уты аҫтында Волга флотиляһының 4 канонер кәмәһе («Ольга», «Болан», «Коновод» һәм «Меркурий») ҡаплауы аҫтында пулемет уты менән аҡтарҙың артиллерия атареялары расчеттарын баҫтыраларһәм пристангә флотилия комиссары Н. Г. Маркин етәкселегендә 60 кешенән торған десант төшөрә[3], десант дошман көстәрен ҡалаға алып ташлай һәм пристанде бер сәғәт дауамында үҙ контроле аҫтында тотоп тора[9]. Ҡала кремленән көслө артиллерия уты асылғас, десантсылар, һигеҙ дошман орудиеһының йоҙаҡ асҡыстарын үҙҙәре менән алып, караптарына кире ҡайталар. Десанттың юғалтыуҙары ҙур булмай[7].

Бер үк ваҡытта РККА частары Йәшел Үҙәндән һөжүмгә күсәләр. Уларға миноносецтар, бронепоезд һәм авиация ут менән ярҙам итәләр. Айырыуса ҡаты алыштар тимер юлы узелы өсөн баралар. Ул бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә.

1918 йылдың 10 сентябренә ҡараған «Прыткий» һәм "Ретивый"миносецтары тағы ла бер, алдағыһынан эрерәк, десант төшөрәләр — һалдат һәм матростар йыйылма батальоны[3][10].

Ҡыҙылдарҙың атакаларын кире ҡаҡҡандан һуң 10 сентябрь көнө иртәнсәк Степанов Ҡаҙандың эвакуацияһы тураһында иғлан итә Дүрт тапҡырға өҫтөнлөклө булған Халыҡ Армияһы көстәре ҡаланы һаҡлап ҡала алмайҙар. Аҡтарҙың отрядтары ойошҡан хәлдә ҡаланы ҡалдырып китәләр. Улар менән бергә бер нисә мең кеше китә, башлыса интеллигенция вәкилдәре, хеҙмәткәрҙәр, руханиҙар. 10 сентябрҙә сәғәт икегә бушап ҡалған ҡалаға ҡыҙылдар инә.

М. Я Лацис Г. И. Петровскийға ошондай йөкмәткеле телеграмма ебәрә: «Ҡаҙан буш, бер поп та, монах та, буржуй ҙа юҡ»[11]

Ҡаҙан өсөн алыштар тамамланғас, Ҡыҙыл Армияһына трофей булараҡ 2 бронепоезд,12 орудие, пулемёттар мөлкәт менән складтар ҡала. 5-се латыш уҡсылар полкы ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн — ВЦИК-тың Почетлы революцион Ҡыҙыл байрағы, командир катера "Борец за свободу"катеры командиры — ВЦИК-тың Почетлы Ҡыҙыл байрағы, «Ваня-коммунист» канонер кәмәһе экипажы — Ҡыҙыл байраҡ менән.

Артабанғы көндәрҙә Волга флотилияһы Кама инешенә сигенгән аҡтар флотилияһын эҙәрлекләү ен дауам итә, бер үк ваҡыттаҠыҙыл Армияның һөжүменә булышлыҡ итә[7]. Һөҙөмтәлә аҡтар Лаишев — Чистополь — Сембер линияһына тиклем сигенәләр[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Казанская операция 1918 // Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983
  2. 2,0 2,1 Казанская операция 1918 // Советская военная энциклопедия. / ред. Н. В. Огарков. том 4. М., Воениздат, 1977. стр.28-29
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия / редколл., гл. ред. С. С. Хромов. — 2-е изд. — М., «Советская энциклопедия», 1987. стр.251-252
  4. ВОЕННАЯ ЛИТЕРАТУРА -[ Военная история ]- Широкорад А. Б. Великая речная война
  5. 5,0 5,1 Гражданская война в Поволжье, 1918—1920. / ред. М. К. Мухарямов. Казань, Татарское кн. изд-во, 1974. стр.94
  6. Гражданская война в Поволжье, 1918—1920. / ред. М. К. Мухарямов. Казань, Татарское кн. изд-во, 1974. стр.92
  7. 7,0 7,1 7,2 Николай Спакович. Волжская военная флотилия // Гражданская война в России: Борьба за Поволжье. / сб., сост. А. Смирнов — М.: ACT: Транзиткнига; СПб.: Terra Fantastica, 2005. стр.237-246
  8. Гражданская война в Поволжье, 1918—1920. / ред. М. К. Мухарямов. Казань, Татарское кн. изд-во, 1974. стр.96
  9. Гражданская война в Поволжье, 1918—1920. / ред. М. К. Мухарямов. Казань, Татарское кн. изд-во, 1974. стр.97
  10. Казанский речной десант, 1918 // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. Т.19. М., Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1953. стр.308
  11. ЦГАОР, ф. 393, оп. 1, д. 100, л. 47

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Борьба за Казань: сборник материалов о чехо-учредиловской интервенции в 1918 г. Казань, 1924.
  • М. Бубеннов, А. Валеев. Освобождение Казани от белоинтервентов в 1918 г. Казань, Татгосиздат, 1939.
  • Приветствие В. И. Ленина в связи с освобождением Казани («Военно-исторический журнал», № 1, 1940 г., стр.3-4)
  • А. Е. Антонов. Боевой восемнадцатый год. М., 1961
  • Октябрь в Поволжье / отв. ред. д.ист. н. В. К. Медведев. Саратов, Приволжское кн. изд-во, 1967. — 611 стр., илл.
  • М. К. Мухарямов, А. Л. Литвин. Борьба за Казань в 1918 году. Казань, 1968.
  • Е. И. Медведев. Гражданская война в Среднем Поволжье (1918—1919). Саратов, изд-во Саратовского ун-та, 1974. — 352 стр.
  • Я. Ш. Шарапов. Из искры — пламя. Казань, Татар. кн. изд-во, 1985. — 255 стр., илл.
  • Страницы секретных архивов. Казань: Татар. кн. изд-во, 1994. — 253 с.
  • Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007. ISBN 978-5-85824-174-4

Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Э. В. Барякин «Аргентинец», М.: Рипол, 2011