Ҡазан сиркәүе (Великий Враг)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1792
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кстовский район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Кстовский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты XIV быуат
Карта
 Ҡазан сиркәүе Викимилектә

 архитектура ҡомартҡыһы (федераль)

Ҡазан Божия Матерь ғибәҙәтханаһы — православие ғибәҙәтханаһы. Түбәнге Новгород өлкәһе Кстов районы Великий Враг ауылында урынлашҡан. 1792 йылда Великий Врагтағы 1777 йылда янып бөткән ирҙәр пустынында төҙөлгән, 1864 йыл киңәйтелә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә ҡорам — биш башлы, бүрәнәләре таҡта менән көпләнгән сиркәү. Архитектура төрө — дүрт мөйөшлө бина өҫтөнә һигеҙ мөйөшлө итеп һалынған, бындай архитектура рус ҡорамы XVII—XVIII быуаттарҙа киң таралған була. Ғибәҙәтхананың көнбайыш яғында ҙур булмаған аш ашау бүлмәһе тора, уның аҫтында сатырлы ҡыңғырау манараһы.

Ҡорам ике тәхетле: төп тәхете Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә изгеләндерелгән (байрамы 4 ноябрҙә), ҡабырға ҡанатындағы тәхете Изге Николай Чудотворец Мир Ликийский хөрмәтенә (байрамы 19 декабрь) изгеләндерелгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Великий Враг ауылындағы Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә сиркәү Кстов районындағы иң боронғо ҡорамдарҙың береһе, ул торған урында XIV быуатта Мәскәү Симонов монастырының Великий Враг ауылында Великовражский ирҙәр монастыры нигеҙләнгән. 1550 йылдың 2 февралендә уға Ҡазанға икенсе поход менән сыҡҡан Иван Грозный килә. Был турала иҫтәлеккә ул святитель Николай иконаһын ҡалдырған.

1628 йылда батша Михаил Федорович Великий Враг пустынына Ҡазан Божья Матерь ҡорам иконаһын бүләк итә. Иконаның киотта торған урынының аҫтында батша теләге буйынса «1612 йылда Мәскәү ҡалаһын поляктарҙан ҡотҡарыу», — тип яҙыла, һәм был яҙма батшаның Түбәнге Новгород халыҡтарына Бола йылындағы ярҙамы өсөн рәхмәте булып тора.

Петр I заманындағы сиркәү сәйәсәте арҡаһында Великий Враг пустыны бөтөрөлә, уның мәхәлләһе 1723 йылдың мартында Түбәнге Новгород һәм Алатырь епискобы Питирим Синод күрһәтмәһе буйынса монастырҙы Түбәнге Новгород Дини архиерей йорт монастырына беркетә. 1724 йылдың апрелендә Синод ҡарары менән пустындың ҡорамдары мәхәлләгә тапшырыла, ә мөлкәтенең ҙур өлөшө Мәскәүгә оҙатыла.

Был пустынь урынында 1764 йылда мәхәллә барлыҡҡа килә.

1777 йылда бында көслө янғын булып, элекке монастырь һәм сиркәүҙәр юҡҡа сығып бәтә. 1788 йылда, янғындан һуң 11 йыл үткәс, мәхәллә халҡы ҙур булмаған ағас ҡорам төҙөй, ул бер тәхетле була һәм святитель Тихон, Чудотворец Амафунтский хөрмәтенә изгеләндерелә. 76 йылдан һуң, 1864 йылда, Ҡазан сиркәүе киңәйтелә, ҡорам туҙған булыу сәбәпле бында ғибәҙәт ҡылыу туҡтатыла, ә 1887 йылда уны утынға һүтәләр. 1900 йылда уның урынында ағас часовня төҙөйҙәр.

Хәҙерге ғибәҙәтхана 1792 йылда төҙөлгән. Башта уның тәхете шулай уҡ берәү генә була. 1864 йылда Ҡазан сиркәүенә ҡанат өҫтәлә һәм ул святитель Николай Чудотворец Мир Ликийских хөрмәтенә изгеләндерелә.

1902-1903 йылдарҙа Ҡазан ҡорамына Иоанн Кронштадтский килә һәм бында ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштора.

1937 йылда сиркәү башлығы протоиерей отец Михаил (Сигрианский) һөргөнгә ебәрелә. Ҡорам ябыла, әммә таланмай ҡала.

Һуғыш ваҡытында, 1944 йылда, Пасха байрамында ғибәҙәтханала табыныуҙар тергеҙелә.

Ғибәҙәтхана янындағы мәхәллә Түбәнге Новгород һәм Арзамас епархияһының Кстово благочиние округына инә[1].

1995 йылдың 20 февралендә Великий Врагтағы Ҡазан сиркәүенә федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы статусы бирелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иерей Александр Николаев. Слово о храме: храм в честь иконы Казанской Божий Матери села Великий враг // Районная газета «Наши земляки». — 29 августа 2008 года.
  • Марков С. С. Кстово — молодой город России. — Нижний Новгород: Кварц, 2007.
  • Давиденко Д. Г. Великовражская пустынь в XVII веке //Вестник церковной истории. 2006. № 3. С. 208—224.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кстовский благочиннический округ. Благочиннические округа. Нижегородская и Арзамасская епархия. Дата обращения: 3 февраль 2010. Архивировано 24 март 2012 года. 2012 йыл 5 февраль архивланған.