Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы
| Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 16 июль 1960 (65 йәш) |
| Тыуған урыны | Уръяҙы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | ғалим, табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
| Уҡыу йорто | БДМУ |
| Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
| Хәрби звание | полковник[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (16 июль 1960 йыл) — ғалим-хәрби табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы 1960 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР‑ының Мишкә районы Уръяҙы ауылында тыуған[1]. 1984 йылда Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетын дауалау-профилактика эше һөнәре буйынса тамамлай[2]. Диплом алғандан һуң 1984—2009 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә: ГДР‐ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк медицина пункты һәм медицина хеҙмәте начальнигы, 1989 йылдан алып Волга буйы хәрби округының санитария‐эпидемиология отряды начальнигы булып эшләй. Запастағы медицина хеҙмәте полковнигы[1].
1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, 1997 йылдан уҡыу буйынса кафедра начальнигы, 2010 йылдан һаулыҡ һаҡлауҙың мобилизацион әҙерләү һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире. «Стратегия и принципы управления психосоциальными факторами профессионального риска врачей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайбышев Вадим Тимерйән улының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ауырыуҙарын, тормош сифатын, һаулыҡ торошон, хеҙмәттең психосоциаль факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ул 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000);
«СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл» миҙалы;
1,2,3 дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 Кайбышев Вадим Тимирзянович 2022 йыл 12 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кайбышев Вадим Тимирзянович 2022 йыл 12 май архивланған.