Ҡайтыу (Хайтарма) фильмы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хайтарма
Qaytarma
Постер фильма
Жанр

Тарихи фильм, драма,
Хәрби фильм

Режиссёр

Сейтаблаев, Ахтем Шевкетович

Продюсер

Ленур Ислямов
Иванна Дядюра

Сценарий
авторы

Николай Рыбалка

Оператор

Иванов Владимир Игоревич

Композитор

Джемиль Кариков
Сергей Круценко

Кинокомпания

Телеканал «ATR»

Оҙайлығы

87 мин.

Бюджет

1,5 млн. $

Ил

Украина Украина

Тел

Рус теле
Ҡырым татар теле

Йыл

2013

IMDb

2871482

Официальный сайт

«Хайтарма́» (ҡырымтат. Qaytarma; Qaytarma — «Ҡайтыу») — режиссёр Ахтем Сейтаблаевтың ҡырым татар халҡының тарихи осорона бағышланған тарихи хәрби драматик нәфис фильмы. Фильм 1944 йылдың майында булып үткән реаль ваҡиғаларға — ҡырым татарҙарын депортациялауға бағышланған. Картинаның төп геройы — хәрби лётчик-истребитель, гвардия майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Амет-Хан Султан (актёр — Ахтем Сейтаблаев).

Фильмдың премьераһы 2013 йылдың 17 майында Симферополдә үткән. Фильмға ҡарата реакция төрлө булаған һәм уның премьераһы скандалдан башланған.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Картина ҡырым татар халҡы тарихындағы трагик датаға — 1944 йылдың 18 майына, — сталиндың ҡырым татарҙарын тыуған ерҙәренән депортациялау операцияһы башланыуын хикәйәләй

Фильм сюжеты үҙәгендә — хәрби лётчик-истребитель, гвардия майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Солтан Амет-Хан.

Фильмдағы ваҡиғалар 1944 йылдың 9 майында Севастополь ҡырындағы аэродромда башлана. Бөйөк Ватан һуғышы бара. Совет ғәскәрҙәре Ҡырымды фашист баҫҡынсыларынан азат итәләр. Севастополь өсөн барған һауа һуғышында Амет-Хандың дуҫы һәм уҙаҡташы (напарник), Андрей исемле лётчик һәләк була.

1944 йылдың 16 майында, Севастополде азат иткәндән һуң, Амет-Хан Султан үҙенең фронтташ дуҫтары Вовка һәм Франсуа менән тыуған Алупкаһына өс көнлөк отпускыға ҡайта, шунда үҙенең күп һанлы туғандары менән осраша. Ә 1944 йылдың 18 майында иртәнге сәғәт 4-тә уның күҙ алдында туған ҡырым татар халҡын, шулар араһында уның бөтөн туғандарын да, Ҡырымдан һөрөү операцияһы башланған…

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёр Роль

{{|Сейтаблаев Ахтем Шевкетович||Амет-Хан Султан, гвардия майоры, хәрби лётчик]]-истребитель}} {{|Горбунов Алексей Сергеевич||Кротов майор - Особый бүлектән, особист}} {{|Шитовалов Валерий Викторович||Амет-Хан Султандың атаһы}} {{|Усние Халилова||Насибе, Амет-Хан Султандың әсәһе}} {{|Цурило Юрий Алексеевич||Васильев, генерал - Особый бүлектән, особист}} {{|Боклан Николай Владимирович||Григорий Николаевич, Совет гвардияһы, подполковник}} {{|Саминин Андрей Николаевич||Вовка (Владимир Нарышкин), фронтовой друг Амет-Хан Султандың фронт дуҫы}} {{|Мостренко Андрей Петрович||Франсуа де Жофр (Нормандиянан), Амет-Хан Султандың фронт дуҫы}} {{|Суржиков Дмитрий Анатольевич||Трунин, НКВД капитаны}} {{|Белых Даниил Георгиевич||Лейтенант - Особый бүлектән, особист}} {{|Баблишвили Гурам Михайлович||Мартик}} {{|Динара Аваз||Фериде}} {{|Назлы Сейтаблаева||Миасер, Амет-Хан Султандың һеңлеһе}} {{|Тритенко Алексей Александрович||Ваня, механик}} {{|Рәсим Юсупов||старик}} {{|Самаева Леся Васильевна||күрше рус ҡатыны}}

Кино төшөрөү төркөмө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сценарий авторы: Николай Рыбалка
  • Ҡуйыусы режиссёр: Ахтем Шевкетович Сейтаблаев
  • Ҡуйыусы оператор: Владимир Игоревич Иванов
  • Ҡуйыусы рәссамы: Шевкет Сеидаметов
  • Композиторы: Сергей Круценко, Джемиль Кариков
  • Тауыш режиссёры: Сергей Савченко
  • Монтаж режиссёры: Сергей Клопач
  • Костюмдар буйынса рәссам: Надежда Кудрявцева
  • Грим буйынса рәссам: Алла Мельник, Елена Бондарева
  • Продюсер: Иванна Дядюра
  • Тарих буйынса консультанттары: Ельведин Чубаров (тарихсы), Гульнара Бекирова (тарихсы, сәйәси фәндәр кандидаты)
  • Хәрби консультант: Андрей Швачко

Ижад итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда Үзбәкстанға депортацияланған ҡырым татар ғаиләһендә тыуып үҫкән Ҡырым Автономиялы Республикаһының атҡаҙанған артисы Ахтем Сейтаблаевҡа Амет-Хан Султан тураһында фильм төшөрөү идеяһы килгән: «Ҡырым татары өсөн ул бик баһалы ир-егет. Һәм әлбиттә, актёр булараҡ, мин был герой ролен уйнағым килде. Был шотландлыға Уильям Уоллесты уйнау һымаҡ». Ахтем Сейтаблаев фильмдың режиссёры һәм төп ролде башҡарыусыһы, фильм сценарийы авторы - кинодраматург Николай Рыбалка.

Хайтарма — ҡайтыу символы булған милли бейеүҙең атамаһы[1].

Башта фильм төшөрөүселәр Төркиәнең финанслауына иҫәп тотҡандар. Әммә сценарий менән танышҡандан һуң, төрөк вәкилдәре аҡса биреүҙән баш тартҡандар. Шул ваҡытта, 2012 йылда, иэңжади төркөмгә Ҡырымда «СимСитиТранс» транспорт компанияһын, Симферополдәге «ATR» телеканалын, «Meydan» һәм «Лидер» радиостанцияларын, crimeantatars.org интернет-порталын контролдә тотоусы «Квин Груп» компанияһы хужаһы рәсәй бизнесмены Ленур Ислямов[2]. ярҙамға килгән. Ахтем Сеитаблаев әйтеүенсә, Ленур Ислямов депортация тураһында фильм төшөрөргә хыялланған булған.

Ленур Ислямов һуғыш осорондағы күмәк сәхнәләрҙе, ҡорал, поездар, автомобилдәр һәм самолёттар менән тәьмин итеү маҡсатында 1,5 миллион доллар аҡса бүлгән. Баҡсаһарайҙа һуғыш ваҡытын һүрәтләгән ҙур декорациялар төҙөлгән. Кино төшөрөүҙә иң ҡиммәтлеһе компьютер графикаһы һәм техник яҡтан тәьмин итеү булған. Тимур Бекмамбетовтың «Дозоров» командаһы һуғыш (батальный) сәхнәләрен күрһәткән[3]. Режиссёр Ахтем Сейтаблаев әйтеүенсә, картинаның дөйөм бюджеты яҡынса 9,26 млн гривен тәшкил иткән[4].

Алупкалағы Амет-Хан Султан музейының асыҡ майҙанында тороусы Ла-5 макеты кино төшөргәндә ҡатнашҡан

Фильм 2012 йылда Алупкала һәм Судакта төшөрөлгән. Баҡсаһарайға ингән урында аэродром сәхнәләре төшөрөлгән, һуғыш сәхнәләрен төшөрөү өсөн шулай уҡ фанер самолёт та ҡуйылған, һуңғараҡ ул Алупкалағы Амет-Хан Султан музейына бирелгән[5]. Төндә вагондарға тейәлеү сәхнәһе Баҡсаһарай тимер юл вокзалының 9-сы ярҙамсы юлында, 1944 йылдың майында ысынбарлыҡта, «Сюрень» станцияһынан йыраҡ түгел, ошо ваҡиғалар барған да инде[6]. Ҡырым татар халҡын һөрөүҙе уйнар өсөн күмәк сәхнәләрҙә бөтөн Ҡырымдан өс меңдән артыҡ кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 700 -ә яҡыны был трагедияны шәхсән башынан кисергән[7]. Айырым алғанда, ҡырым татар театры актёры Рәсим Юнусов фильмда ғәмәлдә үҙенең олатаһын — һыу ташыусы ҡартты уйнай, ә депортация сәхнәһендә ығы-зығы эсендә бер ҡарт теген машинаһын ҡулбашына йөкмәп китеп бара — 1944 йылда уның әсәһе иң һуңғы минутта ысынбарлыҡта үҙенең теген машинаһын тотоп алып киткән була, һәм шул машина Үзбәкстанда йәшәгәндә уларҙың ғаиләһен күрәләтә аслыҡтан ҡотҡарған.

Романтик мөнәсәбәттәр сәхнәһен, төп герой, атҡа ултырып, үҙенең һөйгәненә тәҡдим яһағанын төшөргәндә, хайуан Ахтем Сеитаблаевты өҫтөнән алып ырғыта, шуның һөҙөмтәһендә артист ҡалаҡ һөйәген ҡаты имгәтә, был уның кино төшөрөүҙәр барышында башына төшкән 11-се имгәнеүе була. Был мажара арҡаһында Амет-Хан һәм Фериденең мөхәбәтенә арналған сюжет һыҙығын күпкә кәметергә тура килгән[8].

«Ҡайтыу» ҡырым татар халҡы тарихын һүрәтләгән тәүге нәфис таҫма булып тора. Фильм «кемдәрҙән башҡа беҙ ҙә, беҙҙең балалар ҙа, беҙҙең хәтер ҙә, мәҙәниәт тә булмаҫ ине, олатайҙар һәм ҡарт олатайҙар, атайҙар һәм әсәйҙәр иҫтәлегенә» бағышланған. Шулай уҡ «Ҡайтыу» («Хайтарма») — беренсе ҡырым татар телеканалы «ATR» продакшн-студияһы тыуҙырған тәүге тулы метражлы нәфис картина.

Премьера һәм баһалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 17 майында, ҡырым татар халҡын депортациялауға 69 йыл тулыуы алдынан фильм тәү тапҡыр (премьера) күрһәтелгән. QHA Информагентствоһы премьераны ҡырым ҡалаларының ике телдәге атамалары аша алдан иғлан иткән: «Теләгәндәр был фильмды Симферополдә/Акмесджитта, шулай уҡ Ҡырымдың Белогорск/Ҡарасубазар, Керчь, Севастополь/Аҡ-Яр, Судак, Феодосия/Кефе һәм Евпатория/Кезлев ҡалаларында ҡарай ала». «Хайтарма» фильмының премьераһында меджлис лидерҙары, Украина Юғары радаһы депутаттары Мостафа Джемилев, Рефат Чубаров, автономия хөкүмәтенең вице-премьеры Георгий Псарев һәм Азиз Абдуллаев, Киев ҡунағы — кеше хоҡуҡтары буйынса парламент комитеты башлығы Валерий Пацкан (укр.)баш. (укр.) баш.>ҡатнашҡан. Премьераға шулай уҡ почётлы ҡунаҡтар сифатында Мәскәүҙән хәрби лётчиктар һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Амет-Хан Султандың хәрби ыласындары саҡырылған.

«Хайтарма» нәфис таҫмаһын тәүләп күрһәтеү (премьера) скандалдан башланған: Симферополь ҡалаһының «Космос» кинотеатры һаҡсылары Меджлискә оппозицияла торған «Милли Фирҡә» (2006) татар йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәрен фильмды ҡарарға индермәгән. Шунан бына нимә аңлашылған: Симферополдә РФ генконсуллығында уҙған әңгәмә барышында, илселәр кәңәш биргәндән һуң, ҡайһы бер мәскәү ҡунаҡтары үҙҙәренең фильмды ҡарау теләгенән баш тартҡан. Генераль консул Владимир Андреев, фильмды үҙе ҡарамаһа ла[9], фильмда ваҡиғалар бер яҡлы ғына яҡтыртылған һәм совет етәкселегенең депортация тураһындағы ҡарары барлыҡҡа килеүенең сәбәбен асып бирмәй тигән һығымта яһаған[2][10]:

Әгәр 20 сериялы күп сериялы фильм булып, 17 серияһы совет халҡының, совет һалдатының, Бөйөк Ватан һуғышында легендар лётчиктарҙың батырлығы, ике серияһы Икенсе донъя һуғышы осоронда ҡырым татар коллаборационизмы йәғни ҡырым татар милләтле кешеләрҙең фашист оккупанттары менән хеҙмәттәшлеге тураһында булып, һәм аҙаҡҡы серияһы, бәлки, ҡырым татарҙарын депортациялау, трагедия һәм совет етәкселегенең дәүләти енәйәтенә бағышланған булһа, мин был фильмды ҡарарға барыр инем, бөтөн 20 серияһын да ҡарар инем …. Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында дөрөҫ итеп, шул иҫәптән, әйтеп бөтөрөлмәгән эпизодтары хаҡында яңғыраһа. Был фильмда ул юҡ. Тап хыянатсылыҡ тематикаһы юҡ.

Бындай белдереү күп төрлө киң мәғлүмәт саралары (СМИ), меджлис һәм Украинаның сәйәси эшмәкәрҙәре яғынан киҫкен тәнҡит һүҙҙәренә сәбәп булып торҙо (ҡотҡо һалды). Генераль консул Владимир Андреевҡа ҡарата тәнҡитте Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ла яҡланы, дипломат ҡулланған формулировка «коррект түгел» һәм ул «был тәрән тәьҫир итерлек, нескә тойғоло мәсьәләне тейешенсә баһаламайса» сығыш яһаған, тип таныны. 24 майҙа, эштән бушатыуҙарын көтөп тормайса, етәкселек позицияһы менән риза булмаған килеш, генерал консул үҙе отставкаға китте[9]. Һуңғараҡ, меджлисты украин либерал киң мәғлүмәт сараларының (СМИ) күпселек өлөшө хуплағанына иғтибар итеп, уны «Рус берҙәмлеге» («Русское единство») партияһы лидеры Сергей Аксёнов та яҡлап сығыш яһаны: «Бөгөн Ҡырымда һәм Украинала, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүгә нигеҙләнгән, рустарға ҡаршы ?антирусский) фронттың формалашыу процесы барғаны көн кеүек асыҡ. Һәм Рәсәйҙә, Владимир Андреев кеүек, беҙҙең тарих дөрөҫлөгөн яҡлаған сәйәсмәндәр булыуы бик шатландыра»[11]. Ә фильм режиссёры Ахтем Сейтаблаев, үкенес менән, Владимир Андреев «нимә хаҡында һөйләгәнен белмәйенсә, фильмды ғәйепләне» тине, ләкин икенсе яҡтан, «беҙҙең картинабыҙға эшләгән ғәҙәттән тыш пиар яһағаны өсөн, рәхмәтлемен» тип белдерҙе.

Ғауға (скандал) фонында «Хайтарма» фильмы тамашасылар араһында ажиотаж тыуҙырҙы. «Билет алыу ихтыяжы артҡанлыҡтан», Симферополь ҡалаһының «Космос» кинотеатры фильмды күрһәтеү мөҙҙәтен (срогын) оҙайтҡан.

«Комсомольская правда» гәзите күҙәтеүсеһе Галина Сапожникова бөтөн Ҡырым биләмәләрендә ҙур уңышҡа өлгәште, тип билдәләне: «Барыһы ла сеанстан еүеш күҙҙәре менән сыға. Уларға һеҙҙең конкрет ғаиләгеҙгә ҡағылдымы, тигән һорау биреү — йүләрлек, сөнки был трагедия, айырмайса, барыһына ла ҡағылған». Уның фекеренсә, фильм «рухи пропаганда» булып тора (сөнки так как всем полезно увидеть «сталин депортацияһының бөтөн ҡырағайлығын», ысынбарлыҡта нисек булған, шулай күреү барыһы өсөн файҙалы), ләкин шул уҡ ваҡытта, фильмда ҡырым татарҙарының вермахта хеҙмәт иткәнлеге, уларҙың совет партизандарына ҡаршы көрәше, Амет-хандың кесе туғаны Имрандың полицияла хеҙмәт иткәнлеге һәм трибунал тарафынан хөкөм ителгәнлеге тураһында мәғәнәле әйтеп бөтөрмәй ҡалдырыуҙар бар, шулай уҡ, айырым алғанда, совет һалдатының ҡасып китеп барған ҡыҙға эт һөсләткәне — совет фильмдарында эсэсовсыларҙы тап шулай күрһәтәләр ине — оҡшаған бер нисә штампҡа урын бар

Ҡырым политологы, Таврида Үҙәк музейы генераль директоры Андрей Мальгин фекеренсә, «Хайтарма» фильмы — «ҡырым татарҙары хәҙер үҙҙәренең тарихи оптимизм дәүерен кисерәләр — улар өйҙәренә ҡайтты»; фильм был ыңғай күренештең символы, һәм конфликт ҡораллы ҡаршы тороу кимәленән эстетик сфераға күсә[12].

2013 йылдың 9 сентябрендә фильм принимал участие на Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнашты, һәм, баштараҡ ошо таҫма менән кинофестивалде асыу планлаштырылһа ла, фильм тик конкурстан тыш күрһәтеүгә лайыҡ тип табылды. Фестивалде ойоштороусылар, РФ Сит ил эштәре министрлығының, фильмды конкурс ҡарауҙары барышында күрһәтмәү тәҡдиме менән шылтыратыуынан һуң, үҙҙәренең ҡарарын үҙгәрткән. Һайлап алыу рәйесе Сергей Лаврентьев самалауынса, бының менән, элегерәк Симферополь булып үткән ғауға булғанлығын белгәнлектән, РФ Сит ил эштәре министрлығы (МИД) яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөргә тырышҡандыр (перестраховался). Бизнес Online гәзите һорауҙарына яуап биргән күп кенә эксперттар ҙа ошондай уҡ фекер яҡлы[13]. Шуның һөҙөмтәһендә, иң күп тамашасы йыйыуына ҡарамаҫтан, «Хайтарма» фильмы, йолаға ҡаршы китеп, фильмды ҡарағандан һуң уның буйынса фекер алышыуҙар ҙа ойошторолмайынса, конкурстан тыш ҡына күрһәтелде[14][15].

2014 йылдың апрелендә РФ президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек итеү буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой, фильмға Мәскәүҙә «Ника» кинематографик премияһын тапшырғанда, «дөйөм сәнғәт, айырым алғанда, кино сәнғәте лә — беҙҙең тормошта иң мөһиме, ул сәйәсәткә ҡарағанда мөһимерәк» тине[16].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013 йыл — «Иң яҡшы уйын фильмы» номинацияһында Украина кинематографистары Милли союзы премияһы лауреаты[17];
  • 2013 йыл — халыҡ-ара Трускавец халыҡ-ара кинофестивале гран-прийына эйә «Корона Карпат» (укр.)баш. (укр.)баш.[18];
  • 2014 йыл — 2013 йылдың «СНГ һәм Балтия илдәренең иң яҡшы фильмы» Рәсәй Федерацияһы милли «Ника» кинопремияһы лауреаты («Экскурсантка» фильмы менән бергә (Литва)[19][20].
  • 2014 йыл — Италия ҡалаһы Термолиҙа уҙғарылған «Кимера» Халыҡ-ара кинофестиваленең «Иң яҡшы режиссёр» һәм «Иң яҡшы фильм» номинацияһы премиялары («Kimera International Film Festival»)[21].
  • 2014 йыл — Италиялағы Trieste Film Festival кинофестивалендә «Иң яҡшы тулы метражлы фильм» номинацияһы еңеүсеһе[22].

Музыкаль яҡтан биҙәү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмды музыкаль биҙәү өҫтөндә Украина Милли радиокомпанияһы Атҡаҙанған академия симфоник оркестры (дирижёры — Владимир Шейко) һәм Джемиль Кариков етәкселегендәге «ATR» телерадиокомпанияһы ансамбле эшләне. 2014 йылда Qartbaba Production компанияһы фильмға саундтрек сығарҙы һәм ул картинала яңғыраған 18 музыкаль композицияны, шулай уҡ бер нисә ҡырым татар халыҡ көйөн үҙ эсенә алған. Композиторҙары: Сергей Круценко (төп оркестр музыкаһы) һәм Джемиль Кариков (халыҡ әҫәрҙәренә нигеҙләнгән этник музыка). Альбом First Recording Company студияһында яҙылған, тауыш режиссёры — Макс Гладецкий, дирижёры — Владимир Шейко[23].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. МИД РФ снял с конкурсной программы фестиваля фильм про выселение крымских татар. РосБизнесКонсалтинг (11 сентябрь 2013). Дата обращения: 17 май 2015.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 Сергей Ильченко. Память предательства. СвободнаяПресса (22 май 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  3. Керменчикли Арсен. У скандального крымскотатарского фильма "Хайтарма" из-за консула России – голливудские сборы. Сегодня (30 май 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  4. Татьяна Харченко. Режиссёр фильма «Хайтарма»: «Я благодарен генконсулу России за неимоверный пиар нашей картины». telekritika.ua (22 июль 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  5. Музей дважды Героя Советского Союза Амет-Хана Султана. Крымскотатарский музей искусств. Дата обращения: 15 май 2015. 2015 йыл 23 февраль архивланған.
  6. Антон Сухов. Тысяча крымских татар приняли участие в съемках фильма «Хайтарма». УНН (12 октябрь 2012). Дата обращения: 17 май 2015.
  7. Елена Ардабацкая. «Хайтарма»: боль одного народа? Режиссёр первого крымскотатарского фильма отказался от гонорара. // mk.ru (18 июня 2013 года)
  8. 20 фактов о фильме «Хайтарма», которые вы могли не знать. Крымскотатарская газета Avdet (27 апрель 2015). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  9. 9,0 9,1 Михаил Тищенко. Татарская ярость. Лента.Ру (24 май 2013). — Скандал в Крыму стоил должности генконсулу РФ. Дата обращения: 17 май 2015.
  10. Галина Сапожникова. Почему правда о войне до сих пор ссорит нас с крымскими татарами? Комсомольская правда (18 июнь 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  11. Генеральный консул Владимир Андреев стал Почетным членом Русской общины Крыма. Пресс-служба Русской общины Крыма (25 май 2013). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  12. Галина Сапожникова. Почему правда о войне ссорит нас с крымскими татарами? (часть 2). Комсомольская правда (19 июнь 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  13. Татьяна Мамаева, Лиля Ахкиямова. В Казанский кинофестиваль вмешалась большая политика. Бизнес Online (11 сентябрь 2013). — Как тайные сталинисты из Москвы и Казани «рулят» мусульманским кинофестивалем. Дата обращения: 17 май 2015.
  14. Киновед Сергей Лаврентьев прокомментировал, почему фильм «Хайтарма» не попала в конкурсный показ казанского кинофестиваля. Бизнес Online (11 сентябрь 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
  15. Тамара Белкина. Фильм «Хайтарма» убрали из конкурса по звонку из МИДа. МК - Поволжье (11 сентябрь 2013). — Крымских татар вновь депортировали. На сей раз из конкурсной программы Казанского фестиваля мусульманского кино. Дата обращения: 17 май 2015.
  16. Фильм о депортации крымских татар получил «Нику». Труд (1 апрель 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
  17. «Хайтарма» 2013 йылдың иң яҡшы украин фильмы тип табылды. Gazeta.ua (16 май 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
  18. Фильм «Хайтарма» получил две премии на итальянском кинофестивале. 15 минут (10 июнь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.(недоступная ссылка)
  19. Лауреаты Национальной кинематографической премии «НИКА» за 2013 год. 2015 йыл 14 апрель архивланған.
  20. Премия «Ника» присуждена фильму о депортации крымских татар. Интерфакс (1 апреля 2014)
  21. Украинский фильм получил две премии на итальянском кинофестивале. 2014 йыл 15 июль архивланған.
  22. Фильм «Хайтарма» стал лучшим на кинофестивале в Италии. 15 минут (7 ноябрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 20 март архивланған.
  23. Музыку к фильму «Хайтарма» выложили в iTunes. 15 минут (4 июль 2014). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Категория:Сталин репрессиялары тураһында фильмдар]