Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы
Нигеҙләү датаһы 1780
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гатчина
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Дворцовый парк, восточная часть
Карта
 Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы Викимилектә

Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы — XVIII быуат аҙағында Гатчина Һарай паркында төҙөлгән берҙәм ансамбль.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пудость ҡалаһында сығарылған ташынан һалынған «Битлек» порталы (архитекторы В. Бренн, 17951797 йылдар) тыштан артыҡ күҙгә ташланып тормаған ҡайырыһы һыҙырылмаған ҡайын ағасы менән биҙәлгән павильонды (ҡайын өй) ҡаплап тора. Бындай павильон-сюрприздар XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы Рәсәй парктарына хас. Улар тыштан ябай ғына булып тойолһа ла (ҡыуыш, бүрәнә-һалам өйҙәр, һарай һ.б.), эсендә зиннәтле бай интерьер ҡаршы ала. Павильондар паркта ял иткән ҙур булмаған компаниялар өсөн тәғәйенләнә.

Гатчиналағы ҡайын өй тәү ҡарашҡа матур итеп өйөлгән утынлыҡты күҙ алдына баҫтыра. Павильондың күренеше һәм уның эске биҙәлеше контрасы ҙур һөҙөмтә бирә. Көҙгөләрҙең күплеге һәм тәҙрәләрҙең ҡапма-ҡаршы урынлашыуы уның залының бәләкәй майҙанын (яҡынса кв. м.) ҙурайтып күрһәтә.

Ҡайын өйөнөң ихтимал авторҙары тип (1780 йылдарҙа) В. Бренн, Н. А. Львов, Ф. Виольены атайҙар[2].

Портал һуғыш йылдарында ла һаҡлана. Фашист оккупацияһы юҡ иткән өй 1975 йылда архитектор А. А. Кедринский проекты буйынса тергеҙелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ансамбль һүрәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кючарианц Д. А., Раскин А. Г. Гатчина: Художественные памятники. — СПб.: Лениздат, 2001. — 318 с. — (Петербургская коллекция). — 5000 экз. — ISBN 5-289-02007-1.
  • Макаров В. К., Петров А. Н. Гатчина. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.: Издательство Сергея Ходова, 2005. — С. 194—197. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 5-984-56018-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]