Ҡалатау (Барҙым районы)
Ҡалатау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 306 |
Ҡалатау — Пермь крайы Барҙым районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тау. Константиновка ҡасабаһынан 3 километр төньяҡҡараҡ урынлашҡан[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был бейек булмаған тау Урыҫ тигеҙлегенең көнсығыш сигендә Пермь крайы Барҙым районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Тол ҡалҡыулығына ҡарай. Диңгеҙ кимәленән — 306 метр.
Координаталары: төньяҡ киңлеге — 56°48'50", көнсығыш оҙонлоғо — 55°53'37"[2].
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«kala/kalat — ҡәлғә, тау түбәһендәге нығытма, төрмә. Атаманың килеп сығышын фарсы һүҙе Kalatтың мәғәнәһенән сығып аңлатып була»,- тип яҙҙы үҙенең «Башкирские топонимы, образованные от субтратных географических терминов индоиранского происхождения» хеҙмәтендә ғалим Г.Х. Бухарова. «Ҡала һүҙе ингән атамалар боронғо ҡаласыҡтар һәм ҡурғандар барлығына ишаралай.Ҡалатау — «ҡала» + «тау»; Ҡалабар - Күгәрсен районындағы йылға.Ҡалайылға— Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы һ.б. Ҡалатау — Ғафури, Баҡалы, Мәсетле, Миәкә, Салауат, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондарындағы тауҙар»[3].
Морфологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалатау тау теҙмәһе субмеридиональ рәүештә 2 километрға һуҙылған. Тау ҡырасы йәки һырты тигеҙләнгән, тар.
Бер нисә түбәһе бар. Күҙгә ташланып торған төп ҡалҡыулығы тауҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм көмбәҙҙе хәтерләтә.
Битләүҙәре текә, көнбайыш ипкене иң текәһе тип һанала.
Үҫемлектәр донъяһы тибы һәм характеры урман сигенән түбәнерәк булыуы менән ҡылыҡһырлана, тау шыршы менән ҡайын аралашҡан ҡатнаш урман менән ҡапланған. Тау битләүҙәрендә һәм уға яҡын биләмәләрҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәр һәм ағас киҫеү өсөн файҙаланылған участкалар урынлашҡан. Ҡырҡылған ағастар урынында ваҡ япраҡлы урман үҫә.
Гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙың төньяҡ битләүенән Тол йылғаһын туҡландырыусы уң ҡушылдығы Иҫкилде йылғаһы ағып төшә һәм көньяғынан – үҙенең һыуҙарын Тол йылғаһына илтеүсе Мәҡәт йылғаһының инеше. Ҡалатауҙың көньяғынан Тол йылғаһы аға[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с.
- ↑ 2,0 2,1 Пермский край. Энциклопедия. Калатау(недоступная ссылка)
- ↑ Г. Х. Бухарова. «Башкирские топонимы, образованные от субтратның географических терминов индоиранского происхождения»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с.