Ҡала башлығы йорто (Таганрогта Александр I йорто)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Особняк
Ҡала башлығы йорто
Реставрация эштәре, 2010 йылдың апреле
Реставрация эштәре, 2010 йылдың апреле
Нигеҙләнгән 1806 йыл
Дата упразднения 1928 йыл

Ҡала башлығы йорто (көндәлек тормошта йөрөтөлгәнсә дворец Александр I һарайы) ― Таганрогтың тарих һәм архитектура һәйкәлдәренең береһе. Рус классицизмы стилендә төҙөлгән бер ҡатлы таш бина. Адресы: Грек урамы, 40. Башлыса был йортта 1825 йылда рәсәй императоры Александр I вафат булыуы менән билдәлелек алған. 2016 йылға ҡарата бында «Ҡайынҡай» балалар шифаханаһы урынлашҡан.

Бер ҡатлы айырым йорт (особняк) фасады 13 тәҙрәле. Бинаның колоннадаһы юҡ, ләкин ул рус классицизмының төп һыҙаттарына эйә. Яҫы фасад мөйөштәре русталар (архитектура) менән биҙәлгән, кәрниз буйлап ордер сухариктары (дентикулдар) урынлашҡан. Йоҙаҡ таштары бөтөн тәҙрәләрҙең, барыһының да йөҙлөгө булмаһа ла, композицияһын тамамлай. Уларҙың ритмы бер ни тиклем боҙолған. Ҡайһы бер тәҙрәләрҙең өҫтөндә өсмөйөшлө сандриктар, ҡалғандарының өҫтөндә — тура мөйөшлө, ләкин декорһыҙ статуялар ҡуя торған нишалар. Композиция үҙәге асыҡ сағылмай. Бина XIX быуаттың беренсе яртыһы Таганрогына хас төҙөлмәне иллюстрациялай[1].

Был айырым йорт (особняк) 1806 йылда чиновник ҡатыны Сивере тарафынан төҙөлгән. 1816 йылда бина архитектор Ф. Молл проекты буйынса яңыртып төҙөлгөн һәм ҡала башлығы фатиры булараҡ һатылған. Особняк төрлө осорҙа төрлө хужалар ҡулында булған. Шулар араһында иң әһәмиәтлеһе, йортто төҙөгәндән һуң дүрт йыл үтеүгә һатып алған Таганрог ҡала башлығы Пётр Афанасьевич Папков булғандыр[2]. Император Александр I бында ике тапҡыр ― 1818 һәм 1825 йылдарҙа - туҡтаған булған. Һуңғы визиты һәләкәтле тамамланған. Александр I бында 19 ноябрҙә тапма (лихорадка) сиенән вафат булған. Батша үлгәндән һуң, йортто тол ҡалған батша ҡатыны (императрица) Елизавета Алексеевна һатып алған. Бында императорға бағышланған тәүге мемориал музей барлыҡҡа килгән. Александр I һарайына Александр II һәм Александр III батшалар, шағир Василий Андреевич Жуковский һәм ҡаф тауы һөргөнөнә уны оҙатып китеп барған генерал Николай Николаевич Раевский, уның ҡыҙы Мария Николаевна Волконская менән Александр Сергеевич Пушкин, рәссам Иван Константинович Айвазовский, музейға килеүселәр кенәгәһенә түбәндәгене яҙып ҡалдырған «Был боронғо мөйөштө, тарихи көнкүреш һәйкәле итеп, башлыса, уҡыу-уҡытыу маҡсатында һаҡларға кәрәк …» мәғариф халыҡ комиссары Анатолий Васильевич Луначарский, һәм башҡа мөһим эшмәкәрҙәр күрергә килгән[1].

1864 йылдан башлап, 12 йыл дауамында, особнякта император иҫтәлегенә ҡоролған Воздвиженский сиркәүендә Павел Чехов (Антон Павлович Чеховтың атаһы) дирижёрлыҡ иткән һәүәҫкәр хор эшләп килгән. 1860-сы йылдар һуңында ― начале 1870-се йылдар башында Александр, Николай һәм Антон Чеховтар шулай уҡ был хорҙа йырлаған. 1928 йылда музей ябылған, һәм ҡайһы бер экспонаттар Алфераки һарайына күсерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Русский классицизм. Rostov Region. Дата обращения: 24 ғинуар 2017.
  2. Дворец Александра 1 в Таганроге (билдәһеҙ). Памятники Дона. Дата обращения: 18 ғинуар 2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия Таганрога / Гл. ред. В. И. Тимошенко. — 2-е изд., перераб. и доп. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003. — 510, [1] с. : ил., [4] л. ил., портр., карт. — 3000 экз. — ISBN 5-7509-0662-0.