Ҡалдыҡһыҙ технология
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡалдыҡһыҙ технология — производствола тәбиғәт ресусртарын һәм энергияны мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм шул рәүешле тәбиғәтте һаҡлауҙы күҙҙә тотҡан технология.
Ҡалдыҡһыҙ технология — сеймалды һәм энергияны йомоҡ циклда файҙаланып производствоны ойоштороу принцибы. Йомоҡ цикл беренсел сеймал — етештереү — ҡулланыу — икенсел сеймал сынйырын аңлата.
Ҡалдыҡһыҙ производство идеяһын СССР бирә һәм "ҡалдыҡһыҙ технология" термины тәүләп СССР Тәбиғи һыуҙарҙы һаҡлау комиссияһы тарафынан тәҡдим ителә.
Ҡалдыҡһыҙ технологияның принциптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Системалы ҡараш
- Ресурстарҙы комплекслы файҙаланыу
- Матди ағымдарҙың цикллылығы
- Тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоноң сикләнеүе
- Рациональ ойошторолош.