Ҡалды (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Ҡалды
Морфометрия
Майҙаны16 700 км²
Иң тәрән урыны7 м
Урынлашыуы
55°39′56″ с. ш. 61°18′07″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010500711111200015683
Рәсәй
Точка
Ҡалды
Силәбе өлкәһе
Точка
Ҡалды

Ҡалды рус. Калды - Рәсәй Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуы тоҙ тәме итә. Һыуйыйғыс майҙаны - 16700 га. Иң тәрән урыны - 7 м. Үтәҙеклеге - 3 м. Урыны менән яр буйын ҡамышлыҡтар биләй. Һыу көҙгөһө майҙаны — 17,9 км²[1].

Күлдә сәнәғәт кимәлендә балыҡ тотола. Ҡалдының диаметры 4,5 километр самаһы.

Сөсө, үтә күренмәле һыу. Күлдең һыуы йылы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалды күле Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, Свердловск тракты буйында урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы – 60 км, Ҡоншаҡҡа – 20 км, Екатеринбургҡа – 140 км.

Координаттары: 55°40′11″N 61°18′17″E

Күл буйҙарында Оло Тәгеш (Таскино), Сөләймән, Һары ауылдары урынлашҡан. 4 километр алыҫлыҡлыҡта балыҡсылар яратҡан Сабаҡкүл ята [2].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалдының төбө лә, яры кеүек, ҡомло, бик һирәк урында ләм һәм екән осрай. Көньяҡ-көнбайыш ярында урман.

Күлдә табан, алабуға, сабаҡ, ҡорман тереклек итә. Ҡыҫалалар бар В озере водятся раки. 2008 йылдың йәйендә үрсемгә бағыр балығы ебәрелгән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә был атама ике башҡорт ырыуы араһында күл өсөн талашыуы арҡаһында ҡушылған тигән легенданы килтерә, имеш, был төбәкте ҡалдырып киткән ырыу күлгә "Ҡалды" атамаһы биргән. Әммә топонимсы был версияның дөрөҫлөгөнә шикләнә һәм башҡорттарҙың "ҡалды" һүҙе менән яһалған ир-ат исеменән килеп сығыуын фаразлай:

Но вероятнее всего, топоним от башкирского мужского имени Калды в значении «оставшийся»

[3][4].

Ысынлап та, халҡыбыҙҙа бала оҙон ғүмерле, йәшәмеш булһын өсөн ҡушылған йола исемдәре булған, улар иҫәбендә - Ҡалды һәм Ҡалдыбай [5]

"Ҡалды" йырының һүҙҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалды ғына тауы, ай, ҡалд(ы) инде,

Һар(ы) баш, һар(ы) баш үлән алды инде.

Йән һөйгән дә йәрем ҡаршы алды, -

Йәнкөйөктөң йәнен алды инде.

Ҡалды ғына тауы бигерәк бейек,

Өҫтәренән атлай аҡ кейек.

Йән һөйгән дә йәрем ҡулына алды,

Ятып ҡалды бахыр йәнкөйөк…

Уға яуап итеп, егет былай тип йырлаған:

Күгәрепкәй ятҡан Ҡалды тауын

Тур(ы) аттарға менеп ураным.

Йәштән һөйгән йәрҙе алам тибүк,

Яуыз байға ҡулым янаным…[6]

Видео[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Ҡалды. Мөхәммәт Түлебаев. Ҡурай
  • YouTube сайтында Видео Озеро Калды с высоты.Южный Урал. дрон DJI Mavic Pro

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Калды» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Озеро Калды[1]
  3. Шувалов Н.И. Куяныш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
  5. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 64-се бит
  6. Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Калды// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]