Ҡалъян (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡалъян
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Ҡалъян — Силәбе өлкәһенең төньяғында Наҙы-Петровск районы һәм Үрге Өпәйле ҡала округы территорияларында урынлашҡан һырт. Ошо ҙур булмаған тау һырты төньяҡтан көньяҡҡа 10-20 километрға һуҙылған[1] Тау һыртының иң бейек нөктәһе — Өкө (Сова) тауы (748,7 метр).

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә: «Ҡалъян, һырт, Өфө һәм Сураям йылғалары араһында урынлашҡан, Наҙы-Петровск районы, Үрге Өпәйле ҡалаһы биләмәләрендә. Ҡалъян — „уҡ һалып йөрөтөлә торған һауыт“, башҡорт яугирҙәре „ҡалъян“ тип атаған», ти. Был атама боронғо башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡандыр, тип фаразлай.

Тауҙың формаһы ҡалъянды хәтерләткән көмбәҙгә оҡшағанлыҡтан, атаманы метафора итеп тә ҡабул итергә мөмкиндер.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалъян тау һырты Өфө һәм уның һул ҡушылдығы Сураям үҙәндәре араһында, Түбәнге Өпәйле ҡасабаһынан көньяҡ-көнбайышҡа һуҙылған. Һырттың иң юғары нөктәһе — Өкө тауы (Сова, бейеклеге 748 метр) — һырттың уртаһында урынлашҡан.

Башҡа әһәмиәтле түбәләре: көньяҡта — 473 метр һәм 569 метр, төньяҡта — 488 метр бейеклектә.

Ҡалъян һырты Урал тауҙарының көнбайыш алды зонаһында ята, Өфө яйлаһын уратҡан тау алдының Өфө амфитеатрының 2-се ярусына, уның көнсығыш өлөшөнә — Ҡуса ҡалаһы һәм Түбәнге Өпәйле ҡасабаһы араһында урынлашҡан һәм сағыштырмаса бейек түгел (876—674 м) Шәһәр-Тараташ тау түбәләре комплексына ҡарай.

Ҡалъяндың көнбайыш битләүенән инештәрҙән баш алған шишмәләр — Сураям ҡушылдыҡтары, көнсығыштан ағып төшкәндәре — Таҡта, Һыуым һ. б. йылғалары, Өфө йылғаһы ҡушылдыҡтары.

Һырт битләүҙәрендә ҡатнаш урман — ҡайын, уҫаҡ, аҡ шыршы, шыршы, ҡарағай — үҫә. Һырттың көнбайышында берҙән-бер юл үтә.

Халыҡ аҙ йәшәй бында. Тимәк, майҙандың күпселеген икенсел урмандар (ҡайын, уҫаҡ) тәшкил итә. Элекке тау заводтары, тимер мәғдәнен иретеү өсөн, домна мейестәрен ағас яғып ҡыҙҙырған дәүерҙәрҙә күмер үртәүселәр ағасты күпләп ҡырҡҡанлыҡтан, шундай мираҫ ҡалған.

Үҫемлек һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау башына халыҡ һирәк күтәрелә. Һуҡмаҡтар булмауы тау түбәһенә менеүҙе ауырлаштыра. Һырт битләүҙәре ҡарағай һәм ҡайын, уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Һәм был күренеш бөтә Көньяҡ Урал урмандарына хас.

Һуңғы 200 йыл дауамында, янғындар һәм көсөргәнешле урман әҙерләү арҡаһында (тау заводтары ағас күмерендә тимер мәғдәнен иреткән замандарҙа күмер үртәүселәр тарафынан күпләп ҡырҡылған), боронғо дәүерҙәрҙән Уралда үҫкән киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар ҡайын һәм уҫаҡ ағастры менән алмашына бара. Һәм был процесс XX быуаттың 2-се яртыһында айырыуса артты[1].

Йәй көнө ҡурай еләге һәм ҡаҙаяҡ ҡыуаҡтары араһынан үтеү бик ҡыйынлаша.

Ҡырағай йәнлектәр тауҙа күп йәшәй. Ҡабан сусҡалары ерҙе һөрөп бөткөн, мышы ятҡан урындар, айыу эҙҙәре йыш осрай.

Һырттың иң юғары нөктәһендә — Өкөтау (Сова) башында элек ағас маяҡ торған. Әлеге ваҡытта уның нигеҙе һәм серектәре генә күренә.

Тауҙың иң бейек өлөшөн динозавр һырты һымаҡ бер саҡрымға яҡын һуҙылған ҡая сығымы ослап ҡуя.

Ҡалъян тауы эргәһендә Курма һырты урынлашҡан.[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]