Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/17

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Галилео Галилей (1564  — 1642) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.

Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.

Галилей 1564 йылда Италияла урынлашҡан Пиза ҡалаһында билдәле, әммә фәҡирләшкән композитор Винченцо Галилей (1520—1591) ғаиләһендә тыуа. Галилейҙың нәҫеле XIV быуаттан уҡ мәғлүм. Уның бер нисә тура ата-бабаһы Флорентий дәүләтенең етәкселәре булған; бер бабаһы — шулай уҡ Галилео исемле мәшһүр табип, 1445 йылда хатта дәүләт башлығы булып һайлана.

Винченцо Галилей һәм Джулия Амманнати ғаиләһендә алты бала була, бары тик дүрте генә өлкән йәшкә етә: Галилео (баш бала), Вирджиния һәм Ливия исемле ҡыҙҙар һәм кинйә малай Микеланджело. Микеланджело үҫкәс атаһы кеүек лютна өсөн яҙыусы мәшһүр композитор булып китә.

Галилейҙың йәш сағы тураһында мәғлүмәт аҙ. Йәш саҡтан малай сәнғәткә тартыла. Ғүмер буйы ул музыканы һәм рәсемдәр төшөрөүҙе ярата.

↪ д а у а м ы…