Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/19

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шиғыйҙар йәшәгән төбәктәрР

Шиғыйҙар  — Исламдағы ошо исем аҫтында йөрөтөлгән йүнәлеш вәкилдәре. Уларҙың берҙәмлек нигеҙе — Али ибн Әбү Талибты һәм уның тоҡомдарын ғына Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең берҙән-бер ҡануни вариҫтары тип һанауҙа. Былар башлыса 12 имамсылар (иснәәшариҙәр), күпселеге Иранда, Әзербайжанда, Баһрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй.

Барлыҡ мосолмандар кеүек үк шиғыйҙар Мөхәммәт-Алланың Рәсүле икәненә инана. Шиғыйҙар өммәткә һайланып ҡуйыла торған хәлифтәр түгел, ә Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән имамдар идара итергә тейеш тип һанай. Бындай имамдар иҫәбенә улар Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан киткән тоҡомдарҙы индерә. Шиғыйҙар тәүге 3 хәлиф — хәҙрәти Әбү Бәкр, Ғүмәр һәм Усман — идара иткән хәлифәткә тәнҡит менән ҡарай. Хәҙрәти Әбү Бәкр әҙ һанлы араҡалаштары тарфынан һайланған, ул үҙе урынына хәҙрәти Ғүмәрҙе ҡалдырған, ә уныһы хәҙрәти Усманды һайлаттырған тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Шиғыйҙарҙың фекеренсә Имамды өммәт үҙе һайларға тейеш. Төрлә мәғлүмәттәр буйынса, шиғыйҙар мосолмандарҙың дөйөм һанының 10—20 % тәшкил итә.


↪ д а у а м ы…