Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/24

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Батша ҡыңғырау — XVIII быуат рус ҡойоу сәнғәте һәйкәле. Ҡыңғырауҙың бейеклеге беркеткесе менән бергә — 6,24 м, диаметры — 6,6 м; ауырлығы — 202 тонна. Тәғәйенләнеше буйынса бер тапҡыр ҙа файҙаланылмаған. Ҡыңғырауҙы императрица Анна Иоанновна бойороғо буйынса нәҫеленә батшалыҡ иткәне тураһында иҫтәлек ҡалдырыу өсөн 1730 йылда ҡойғандар. Ҡыңғырау 1737 йылда Троицк янғыны ваҡытында зыянланған һәм быуат самаһы ерҙә ятҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында уны Мәскәү Кремлендәге Бөйөк Иван ҡыңғырау манараһы янында постаментҡа мендереп ҡуйғандар. Беҙгә билдәле «Батша ҡыңғырау»ҙың бер нисә элгәре булған. Беренсеһен, Годунов ҡыңғырауын, 1599 йылда ҡойғандар. Ул Кремлдең Иван майҙанында торған. Ҡыңғырау үҙенең матурлығы һәм ҙурлығы менән урындағы халыҡты һәм башҡа илдәрҙән килгән сәйәхәтселәрҙе хайран ҡалдырған. Уның ауырлығы — 33,6 тонна. Ҡыңғырау 50 йыл хеҙмәт итә, әммә Мәскәүҙәге көслө янғын ваҡытында ярыла.

1651 йылда 130 тонналыҡ ҡыңғырау ҡойоу тураһында һүҙ алып барыла. Батша Алексей Михайлович был эште Ганс Фалькка ҡушырға теләй, әммә Фальк яңы ҡыңғырау өсөн ватыҡ ҡыңғырауҙың баҡырын файҙаланыуҙан баш тарта һәм яңы ҡыңғырауҙы эшләр өсөн биш йыл ваҡыт һорай. Мәскәү оҫталары — Данила Матвеев, уның улы Емельян Матвеев, ярҙамсылары Кирилл Самойлов, Василий Борисов һәм Семен Симонов — ҡыңғырауҙы иҫке баҡырҙан бер йыл эсендә ҡойорға әҙер булыуҙарын әйтә. 1654 йылда ҡыңғырауҙы иҫке ҡыңғырау металын файҙаланып ҡоялар, һәм ул шул уҡ йылдың декабрь айында манаранан был ҡыңғырауҙы ҡағалар, уның саң тауышы 7,5 километрға тиклем таралған. ↪ д а у а м ы…