Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/28

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сыр — сыр эшләргә яраҡлы һөттән эшләнә. Һөттө ферменттар йәки һөт ойотҡос бактериялар ярҙамында эретеп, шулай уҡ төрлө һөт ризыҡтарын махсус тоҙҙар ярҙамында эркетләндереү юлы менән дә сыр эшләйҙәр.

Урыҫ телендәге «сыр» һүҙе бор.-урыҫ. сыръ, йәғни рус. сырой йә башҡ. сей һүҙенә барып тоташа.

Сырҙа аҡһым (25 % етә), май (60 % етә) һәм аш тоҙон иҫәпләмәгәндә , минераль матдәләр 3,5 % етә. Сыр аҡһымдар һөттөкөнә ҡарағанда еңелерәк үҙләштерелә. Экстрактив матдәләре аҙыҡ эшкәртеүсе биҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай, аппетитты аса. Сырҙағы туҡлыҡлы матдәләрҙе организм тулыһынса тиерлек эшкәртә (98—99 %). Был ризыҡта A, D, E, B1, B2, B12, PP, C витаминдар, пантотен кислота һәм башҡалар бар. Майлылығы һәм аҡһим миҡдары буйынса сырҙың энергия биреү ҡеүәте төрлөсә. Сыр һөт концентраты кеүек: аҡһымдар, май, минераль матдәләр шул уҡ нисбәттә, кальций менән фосфор ҙа тейешле кимәлдә.

Эшләнешенә ҡарап ҡаты, йомшаҡ, тоҙлоҡло һәм эшкәртелгән (ҡайнатылған) сырҙарға бүлеп йөрөтәләр. ↪ д а у а м ы…