Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/3

Дыуан (Дыуанай) — башҡорт ҡәбиләһе.
Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көнсығыш диалектының әй һөйләштәренә ҡарай.
Ж. Ғ. Кейекбаев фаразы буйынса, [а] өнөнөң [у] өнөнә күсеү ҡағиҙәһе нигеҙендә «дыуан» һәм «табын» этнонимдары бер-береһенә тап килә: дауан > табын > дыуан. Р. Ғ. Кузеев фекеренә ярашлы, «дыуан» этнонимы монголдарҙың дурбан (dörben) ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килә: дурман >дурбан > дыуан. Әммә дыуан һәм дурман ҡәбиләләре төрлө сығышлы айырым ҡәүем булғанлыҡтан, «дыуан» һәм «дурман» этнонимдары бер-береһенә тап килмәй. «Дыуан» башҡорт этнонимы Алтын Урҙала һәм ул тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙә (Ҡырым, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтарында, Нуғай Урҙаһында) социаль термин булараҡ ҡулланылған. Был социаль термин «диван» ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул мосолман илдәрендә башҡарма орган (канцелярия, ведомство) тип аңлатылған.
«Дыуан» этнонимы шулай уҡ ҡаҙаҡтар (джуван), ҡырғыҙҙар (дубан) һәм үзбәктәрҙең (дувана) составында теркәлгән. Риүәйәттәргә ярашлы, дыуандарҙың ата-бабаһы Ҡормый «Алтайҙан», «Иртыштан», «көньяҡтан», «Мәккә яғынан» килгән һәм башта Ыҡ йылғаһы буйында, артабан Ағиҙел йылғаһы буйында һәм һуңынан 13 улы менән Әй йылғаһы үҙәненә килеп төйәкләнгән. Дыуан-әйле ырыуы шәжәрәһе буйынса, ҡәбиләнең ата-бабаһы Майҡы бейҙең энеһе йәки Юлбуға, ә уларҙың атаһы Субра булған. Башҡа шәжәрә буйынса Юлбуға табындарҙың һәм уларҙан айырылып сыҡҡан балыҡсы, ирәкте, ҡаҙансы, ҡайпан һәм танып ырыуҙарының боронғо ата-бабаһы Майҡы бейҙең улы тип күрһәтелә. Әммә табын шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең атаһы тип Төмән бей иҫәпләнә, ә Юлбуға бөтөнләй телгә алынмай. Был факт һәм шулай уҡ этнография материалдары дыуан һәм табын ҡәбиләләренең туғандаш, ләкин айырым берләшмәләр икәнен дәлилләй. Тарихтарының тәүге этаптарында башҡорттарҙың табын, дыуан, ирәкте, балыҡсы, танып, ҡаҙансы һәм ҡайпан ҡәбиләләренең ата-бабалары этник яҡтан туған булған төркөмдө тәшкил иткән. Шулай итеп, дыуандар башҡорт табындары араһында айырым ырыу булы ойошҡан.