Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/4

Ағас —үҫемлектәрҙең йәшәү формаһының береһе; берҙән-бер һабағы — күп йыллыҡ олоны һәм күп һанлы ботаҡтарҙан торған сатыры булған үҫемлек. Ағастар япраҡ төрҙәре буйынса ылыҫлы һәм киң япраҡлыларға бүленәләр. Ылыҫлылар ғәҙәттә ылыҫтар йәки энәләр тип аталған ҡаты, мәңге йәшел, энәгә оҡшаш йәки тәңкәле япраҡтары менән айырылып тора, тубырсыҡ йәки еләк (артышта) барлыҡҡа килтерәләр. Был төркөмгә мәҫәлән, ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы, ҡарағас, кипарис, секвойя инә.
Киң япраҡлы ағастарҙың яҫы һәм киң япраҡтары бар — уларҙың ҡалынлығы оҙонлоғона һәм киңлегенә ҡарағанда күпкә кәмерәк, ғәҙәттә йылына бер тапҡыр ҡойола. Киң япраҡлы (йәки ябайыраҡ япраҡлы) ағастар ғәҙәттә сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Был төркөмгә саған, бук, йәсин ағасы, эвкалипт һ. б. ҡарай.
Япраҡтарҙың төрөнә ҡарап синыфланыуҙан тыш, япраҡтарының ағаста тороу ваҡытына ҡарап япраҡ ҡойоусыларға һәм мәңге йәшелдәргә бүленәләр.
Япраҡ ҡойоусы ағастар билдәле бер тәртиптә япраҡ ҡатламын алмаштыра: ағастағы бөтә япраҡтар ҙа йәшел төҫөн юғалта һәм ҡойола, билдәле бер ваҡыт эсендә (ҡышын) ағастар япраҡһыҙ тора, һуңынан (яҙын) бөрөләрҙән яңы япраҡтар үҫеп сыға.