Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/6

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гомер (йәшәгән ваҡыты — б. э. т. XII быуат һәм б. э. т. VII быуат араһы) — легендар Боронғо Грецияның сәсән—шағиры. Европа әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡылары булған «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Табылған боронғо грек папирустарының яҡынса яртыһы Гомерҙыҡы

Гомерҙың шәхесе һәм тормошо хаҡында дөрөҫ кенә бер нәмә лә билдәле түгел. Шуныһы асыҡ, «Илиада» һәм «Одиссея» үҙҙәрендә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә һуң, әммә уларҙың барлығы теркәлгән беҙҙең эраға тиклемге VI быуаттан иртәрәк булдырылған. Геродот әйтеүенсә, Гомер уға тиклем 400 йыл элек йәшәгән. Башҡа боронғо сығанаҡтар уның Троян һуғышы ваҡытында йәшәүен билдәләй.

Гомерҙың тыуған урыны билдәһеҙ. Ул тыуған ер булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Гомер Киклада архипелагының Иос утрауында үлгән. «Илиада» һәм "Одиссея"ның Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән диңгеҙ ярҙары буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылыуы мөмкин. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул боронғо грек теленең ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән шиғри койнэ формаларының береһен сағылдыралар тигән фараз бар.

Традиция буйынса Гомер һуҡыр итеп һүрәтләнә. Был уның тормошондағы реаль факттарҙан алынмаған һәм бары тик антик биография жанрына хас булған тергеҙеү булыуы ихтимал. Күп кенә билдәле легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), поэтик һәм күрәҙәлек һәләтен бер-береһенә бәйләгән антик логика буйынса Гомерҙың фаразланған һуҡырлығы ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, "Одиссея"лағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла автобиографик итеп ҡабул ителгән булыуы мөмкин.

↪ дауамы…