Ҡалып:Баш бит/Яҡшы мәҡәлә/8

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың 8 март көнөнә тура килә. Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980-се йылдарҙа тарихсы Рене Котэ өйрәнә.
Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тигеҙлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы (
АҠШ) ҡуллана башлай.
Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ - 1909 йылдың 28 февралендә Нью-Йоркта; һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр.
Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик (en) әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июль көндәрендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс(en) ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында (en) ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң (en) тоҡанып китә тип әйтеп була.
Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август - 3 сентябрь араһында Дания Дания баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы (de) барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләү тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец (нем. Luise Zietz) яһай,уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин (en) яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй.[5][9] 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә. ↪ дауамы…