Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/10

Винсе́нт Ви́ллем Ван Гог (30 март 1853 йыл — 29 июль 1890 йыл) — бөтә донъяға танылған Нидерланд рәссамы.
Винсент Ван Гог Нидерландта Бельгия сигенән йыраҡ булмаған Төньяҡ Брабант провинцияһының Грот-Зюндерт ауылында 1853 йылдың 30 мартында иртәнге сәғәт 11-ҙә тыуа. Винсенттың атаһы Теодор Ван Гог була, әсәһе Гаагала ихтирамлы китап төпләүсе һәм һатыусы ҡыҙы Анна Корнелия Карбентус була. Теодор һәм Анна ғаиләһендә Винсент икенсе бала иҫәпләнә. Исемен бөтә ғүмерен протестант сиркәүенә бағышлаған атаһы яғынан олатаһы хөрмәтенә бирәләр. Теодор һәм Анна был исемде Винсенттан бер йыл алда тыуған беренсе балаларына бирә, тик ул тыуғандың беренсе көнөндә үк үлә. Шулай итеп Винсент, икенсе бала булып тыуһа ла, ғаиләлә өлкәне була. Винсентҡа дүрт йәш саҡта, 1857 йылдың 1 майында, ҡустыһы Теодорус Ван Гог (Тео) донъяға килә. Бынан тыш Винсенттың Кор (Корнелис Винсен)т исемле ҡустыһы (17 май 1867), һәм өс һеңлеһе — Анна Корнелия (17 февраль 1855), Лиз (Элизабет Губерта, 16 май 1859) һәм Вил (Виллемина Якоба, 16 март 1862) була.
Бер туғандары Винсентты үҙ һүҙле, ауыр һәм «сәйер ҡылыҡлы» ялҡытҡыс бала булды тип хәтерләй. Был балала башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер сәйерлек бар һәм ,башҡа балалрҙан айырмалы,уға минең күңелем ятманы , унан лайыҡлы кеше сығыуына мин шикләнә инем , тип хәтерләй гувернаткалары. Ғаиләнән ситтә, киреһенсә, Винсент холҡоноң икенсе яғын күрһәтә, ул тыныс холоҡло, етди һәм уйланыусан була. Ул бөтөнләй тиерлек башҡа балалар менән уйнамай. Ауылдаштары алдында киң күңелле, алсаҡ, иғтибарлы, мәрхәмәтле, һөйөкөмлө һәм баҫалҡы бала була. 7 йәш тулғас, ауыл мәктәбенә уҡырға бара, тик бер йылдан уны мәктәптән алалар, һәм һеңлеһе Анна менән уны өйҙә гувернантка уҡыта.
1864 йылдың 1 октябрендә ул Завебергҡа интернат-мәктәпкә китә. Өйҙән китеү бик күп ғазап кисереүҙең сәбәбе була, өлкәнәйгәс тә ул быны онота алмай. 1866 йылдың 15 сентябренән Тилбургта Виллем II интернат-колледжында уҡый башлай. Винсентҡа француз, инглиз, немец телдәре еңел бирелә. Шунда ул рәсем төшөрөү дәрестәрен ала. 1869 йылдың мартында Винсент ҡапыл уҡыуҙы ташлап, ата йортона ҡайта. Ошоноң менән уның белем алыуы тамамлана. Ул бала сағын: «Минең бала сығым күңелһеҙ, һыуыҡ һәм буш булды…»,- тип хәтерләй.