Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/14

Колчак Александр Васильевич (4 ноябрь 1874 йыл, Санкт-Петербург — 7 февраль 1920 йыл, Иркутск) — Рәсәй империяһының хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, ғалим-океанограф, поляр тикшеренеүсе (1900—1903), флотоводец (1915—1917), тарихҡа аҡтар хәрәкәте ваҡытында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Аҡтар хәрәкәтенең етәксеһе булараҡ ингән. Рәсәй юғары хакимы һәм рус армияһының юғары баш командующийы (ноябрь 1918 — ғинуар 1920).
Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий ордендары кавалеры. Адмирал (1918).
1920 йылдың ғинуарында аҡтар ғәскәрҙәре сигенгән һәм сит ил интервенттарын Себерҙән эвакуациялаған саҡта уны Иркутскиҙа Чехословак корпусы командованиеһы тарафынан урындағы властарға чехословак эшелондарының һәм союздаш хәрби миссияларының Владивостокка иркен үтеп йөрөүенә алмашҡа тотоп ҡайтаралар. 1920 йылдың 7 февралендә Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына ярашлы атып үлтерелә.
Колчактар нәҫеле Рәсәй империяһының служивый дворянлыҡҡа ҡараған, байтаҡ ҙур булған, төрлө быуындарҙа уның вәкилдәре йыш ҡына хәрби эшмкәрлеге менән. Колчактың ата-бабаһы Ислам динен ҡабул иткән Босния сербы, төрөк хәрби начальнигы булған тигән версия бар. Хәҙерге тарихсылар, Колчактар Рәсәйҙә 1793 йылдағы Польшаның икенсе бүленешенән һуң барлыҡҡа килгәндәр, тип билдәләйҙәр.