Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/16

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» (ингл. Alice’s Adventures in Wonderland, урыҫса йышыраҡ «Алиса в Стране чудес» тип атайҙар) — 1865 йылда Льюис Кэрролл псевдонимы менән яҙған атаҡлы инглиз яҙыусыһы һәм Оксфорд университеты Крайст Чёрч колледжының математика профессоры Чарлз Латвидж Додсон тарафынан яҙылған әкиәт. Кэрролл Әлисә исемле ҡыҙыҡайҙың йорт ҡуяны өңөнә осоп төшөүе һәм уның сәйер илдә шаҡ ҡатырғыс мажараларға тарыуы тарихын һөйләй. Элис был әкиәтте Кэрроллдың үҙенә яҙып биреүен үтенә, бер аҙҙан ҡулъяҙма әҙер ҙә була. Һуңғараҡ уға төҙәтмәләр индерелә һәм тулыландырыла, һәм 1865 йылда китап баҫылып сыға. Шунан бирле «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әкиәтенең төрлө версиялары донъя йөҙөндәге башҡа телдәрҙә сығып тора.

Льюис Кэрроллдың Элис тураһындағы донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителгән әкиәттәр араһында башҡорт телендә лә бар. Беренсе тәржемә урыҫ телендә ғәҙәти ҡулланылған «Алиса в Стране чудес» тигән атамаға тулыһынса ярашлы «Алиса мөғжизәләр илендә» тип аталып сыҡҡан.

2017 йылда әкиәт инглиз теленә ярашлы «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» (инглизсә Alice’s Adventures in Wonderland) тигән исем менән Ирландияла баҫылып сыға. Уны яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова консультант-мөхәррир Виктор Фет етәкселегендә башҡорт теленә тәржемә иткән.

↪ дауамы…